Республика парламенты депутаттары 60-сы ултырыштың көн тәртибенә ярашлы 46 мәсьәләне ҡараны.
Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасовтың ведомствоның 2012 йылғы эшмәкәрлегенә арналған сығышы ҙур иғтибар менән тыңланды. Депутаттарҙың һорауҙары күп ине, Салауат Фәттәх улы уларҙың һәр береһенә төплө яуап бирҙе.
Тәҡдим ителгән закон проекттарының бер өлөшө тулыһынса ҡабул ителде. Улар араһында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң ҡала статусы тураһындағы законға, муниципаль хеҙмәт өлкәһендәге ҡануниәт акттарына, республиканың Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү һәм башҡалар бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 585 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, газ тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Газпром ПХГ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы — Ҡансура ер аҫтында газ һаҡлау идаралығының технологик ҡорамалдар операторы Насиров Ғәли Исмәғил улы Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 475 тапҡыр // Тотош уҡырға
Президент үҙе шыуып ҡараныБаш ҡалабыҙ был мәртәбәле ваҡиғаға ныҡлы әҙерләнде. Уйындар дүрт махсус аренала үтәсәк. Уларҙың һуңғыһын — “Олимпик-парк” комплексындағы тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр мәктәбе Ватанды һаҡлаусылар көнөндә сафҡа инде. Уны асыу тантанаһына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та килде.
Көндөң һалҡынсараҡ булыуына ҡарамаҫтан, “Олимпик-парк” иртәнән халыҡ менән тулы ине. Айырыуса балаларҙың күплеге күҙгә салынды. Улар өлкәндәрҙән ҡалышмай тау саңғыһында оҫта елдерҙе, ә иң кескәйҙәре тюбингтан шыуҙы. Барыһы ла бер тауыштан парк кисергән үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт булыуын билдәләне.
Ысынлап, “Олимпик-парк” танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, әҙерлектең төплө булғаны һиҙелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1005 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батырлыҡ онотолмайВатанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә сәскәләр һалды.
Тантаналы сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр, локаль һуғыштар ветерандары, төрлө уҡыу йорттарынан килгән кадеттар, курсанттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 774 тапҡыр // Тотош уҡырға
Красниковмы? Юҡ, Сәйҙуллин!Өфөлә бишенсе тапҡыр Европа чемпионаты булды
Ярата беҙҙең халыҡ мотоуҙыш спортын! Баш ҡаланың “Төҙөүсе” стадионында алма төшөрлөк урын юҡ. Һәр кем түҙемһеҙләнеп старт бирелер мәлде көтә.
Үҙен Буранбай Ҡотлобирҙин булам тип таныштырған ағай бында үткән ярыштарҙың береһен дә ҡалдырмауын һөйләп алды:
– Өфөлә Европа чемпионы бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Һәр береһендә беҙҙекеләр еңмәй ҡалғаны юҡ. Иң тәүгеһендә Ғабдрахман Ҡадиров чемпион булғайны, унан – Борис Самородов. 38 йылдан һуң Дмитрий Буланкин “алтын”ды эләктерҙе. Дүртенсеһендә, өс йыл элек, Андрей Шишегов иң юғары баҫҡысҡа күтәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫҡан ерендә ут сәсрәтәХалҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен үҙләштергән оҫталарҙы осратыуы хәҙер еңел түгел. Ундайҙар һәр районда бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күптәр эш юҡлыҡҡа һылтанып йөрөргә яратһа ла, ҡулына нимәлер алып башларға иренә.
— Эшең аш булһын өсөн дә елкәнең ҡалын булыуы кәрәк, — ти ата-бабаларының кәсебен дауам иткән Зөлфәр Ҡаһарманов.
Ишбулды ауылында сана-арба яһап, ҡамыт, көйәнтә бөккән оҫта йәшәүен ишеткәс, ниңәлер уны оло йәштәге ир-уҙамандыр тип уйлағайным. Әммә, унда барғас, урта йәштәге, теремек, етеҙ аҙымдар менән әле арбаһын, әле санаһын күрһәтеп йөрөүсе ағайҙы күргәс, бер аҙ аптырап ҡалдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 538 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй алтыны һәм япон мөғжизәһеИлебеҙҙең төрлө кимәлдәге властары ватан иҡтисадында етештереүҙе төрләндереү, яңыртыу һәм инновацион технологиялар ярҙамында йылдам үҫтереү өсөн аҡса эҙләгәндә, сит ил инвесторҙарын саҡырғанда, бынан бер быуат самаһы элек Рәсәй империяһынан донъяның төрлө тарафтарына алып кителгән “батша алтыны”н илгә ҡайтарыу һәм уны кәрәкле маҡсатта файҙаланыу тураһында рәсми даирәләр — ләм-мим. Байтаҡ сығанаҡтан билдәле булыуынса, Беренсе донъя һәм уға ялғанған Граждандар һуғышы йылдарында Рәсәй алтыны Европа илдәренә, мәҫәлән, Чехияға, Бөйөк Британияға, Японияға, Америкаға барып юлыға һәм һыуға төшкән кеүек юғала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1231 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡы өсөн йәшәнеләрЙөҙҙө йөҙгә терәһәң — йөҙ күренмәй,
Бөйөк нәмә баҙыҡ алыҫтан.
(С. Есенин)
Ысынлап та, кеше иҫән саҡта бер-береһенең хеҙмәтенә, донъяға ҡарашына, халҡына мөнәсәбәтенә баһа биреүҙе һуңғы сиккә ҡалдырыусан, сөнки бар кеше эш, донъяуи мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Ул арала һуңлап та ҡалына, тәбиғәт үҙенекен итә. Етмәһә, беҙҙең халыҡҡа хас булғанса, күп кенә иғтибарға лайыҡтар үҙҙәре тураһында күп һөйләп түгел, ә эшләп өлгөрөргә тырыша. Әле бына шундай ике оло шәхестең береһе Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡовҡа — 80, күренекле журналист Фуат Бейешевҡа 85 йәш тулған булыр ине. Ләкин уларҙың яҡты донъяны ҡалдырып китеүенә лә байтаҡ ваҡыт үтеп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 941 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яратам тыуған яғымды...Баҙлап ятҡан аҫылташтар иле —
Йә, иҫәнме-һаумы, Учалы!
Һин үҙеңдең ярһыу йөрәгеңә
Беҙҙең хистәрҙе лә ҡуш әле.
Тәбиғәттең хозур бер мөйөшө —
Ҡайһылай ҙа йәнгә хуш әле!
Йыр-моң һөйгән гүзәл халҡың менән
Әсир иттең беҙҙе, Учалы!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1330 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғи сафлыҡБашҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәйхана менән Миңлеғәле Хәсәновтар – Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына нигеҙ һалыусыларҙың тәүгеһе. Әлегә тиклем сәнғәткә ғашиҡ, эшһөйәр Хәсәновтар ғаиләһе филармониябыҙҙа “Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмөндә үҙ халҡына хеҙмәт итеүен дауам итә.
Был коллективтың музыкаль-театрлаштырылған программалары йәштәр һәм өлкән быуын тамашасылары араһында ла бик популяр. Миңлеғәле Ибраһим улы һәм Рәйхана Ҡорбан ҡыҙы иһә ниндәй генә сәхнәлә сығыш яһамаһын, һәр кемгә сағыу байрам кәйефе бүләк итә. Күп милләтле Башҡортостан халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын, халҡыбыҙҙың тарихын пропагандалау йәһәтенән Хәсәновтар ғаиләһе сәнғәткә баһалап бөткөһөҙ көс һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 745 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 43 Алға
Бит башына