Көлкө — ул ҡояш: кеше йөҙөндәге күләгәне бөтөрә.
Шаянлыҡты юғалтма. Кеше өсөн ул рауза сәскәһенә еҫ кеүек кәрәк.
Ихлас көлгән кеше — һәйбәт кеше.
Көлөү — кешеләрҙе яратыу ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1063 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтындан һалалармы ни!Әммә юлдарҙың сифаты һис кенә лә яҡшырмай
Республика юлдарының торошо һаман да – иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Уларҙың тейешле сифатта булмауына зарланыусылар етерлек. Дәғүә белдермәҫлек тә түгел шул: йәй буйы төҙөкләндерһәләр ҙә, яҙ етеү менән ниңәлер тағы үтә алмаҫлыҡҡа әйләнә лә ҡуя. Үҙебеҙ ҙә шаһитбыҙ: соҡор-саҡырлы асфальт бихисап машинаны ремонтларға мәжбүр итә.
Юлдарҙың насар булыуының төп сәбәбе – уларҙы йүнәтеүгә аҡсаның аҙ бирелеүе, тип белдерҙе яңыраҡ республика Президенты. Йыл һайын 3,5 мең саҡрым юл ремонт талап итһә лә, ысынбарлыҡта шуның биштән бер өлөшө генә эшләнә икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 804 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Башы 1-се биИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ — ДЫУАН РАЙОНЫРайон 324,3 мең гектар майҙанды биләй, шуның 126,391-е – ауыл хужалығы ере. Свердловск өлкәһе, Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат, Нуриман, Ҡариҙел, Асҡын райондары менән сиктәш. Районда әле 31600-ҙән ашыу кеше көн итә. Һуңғы йылдарҙа халыҡ һаны йылдам арта.
Дыуан районында газ, нефть, балсыҡ, ваҡ таш кеүек файҙалы ҡаҙылмалар сығарыла. Ауыл хужалығы, урман эшкәртеү сәнәғәте ныҡлы үҫешкән.ттә).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1169 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шаян "бомж"Башҡортостан мәҙәниәтендә театр, бейеү, йыр сәнғәте гөрләп сәскә атты — яратҡан егетенә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ шикелле бәхетле улар. Йыр өлкәһендә генә лә йылына эреле-ваҡлы етмештән ашыу конкурс уҙғарыла. Ә бына юмор, сатира жанры "бомж" булып ҡалды.
Юмор, сатира — етәккә бик ыңғай, тыңлаусан, ашарға күп һорамаған, әммә һүҙе бик үтемле, йәмғиәттә баһаһы, фәһеме ҙур булған көслө ҡорал. Мәҫәлән, элекке осорҙа коммунизм ҡоролошонан, КПСС-тан, уның етәкселәренән көлгән лаҡаптар ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа күсеп йөрөнө. Мәскәүҙәге Америка вәкиллегенең ЦРУ хеҙмәткәрҙәре автобустарҙа, метрола, йәнәш ултырған пассажирҙан хәл-әхүәл һорашып, беҙҙеңсә тормош проблемаларынан яфаланған кешеләй булып, шул көләмәстәрҙе һөйләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1076 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Белорет районының Сермән ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән коллегабыҙ, яҡын дуҫыбыҙ Ғәлиева Нәфисә Тамъян ҡыҙын 45 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Яҙғы бөрөләр тулып, япраҡ ярған, ҡояш йылыһы йыһанды йылытҡан, күңелдә дәрт уятҡан миҙгелдә донъяға килгәнһең. Күркәм сәскәләрҙең төндө яҡтыртҡан, йәнде йылытҡан сағы күңелеңә көс-ҡеүәт, тормошоңа дәрт өҫтәһен, ғүмер юлың гөлгә күмелһен, шатлыҡ менән тулһын!
Ком: 0 // Уҡынылар: 961 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан ғаиләләргә әсәлек капиталы тапшырыу буйынса бөгөн дә алдынғылар рәтендә. Төбәктә барлығы 151 796 сертификат бирелгән, йәғни ил буйынса — икенсе, ә Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткескә өлгәшелгән.
Былтыр республикала 59 мең сабый донъяға килде, 25 500 ғаилә сертификатлы булды. Ғөмүмән, закон ҡабул ителгәндән алып Башҡортостанда 56 мең ғаилә әсәлек капиталы ярҙамында торлаҡ кредиттарын тулыһынса йәки өлөшләтә ҡапланы, 24 311-е торлаҡ шарттарын яҡшыртты, 1539-ы дәүләт ярҙамын балаларын уҡытыуға тотондо, 51 әсә ғаилә капиталын буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөн формалаштырыуға йүнәлтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесенең Өфөләге йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡараны.
Халыҡ төрлө мәсьәләләр буйынса ярҙам һорай. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһынан 50 йыллыҡ стажы булған уҡытыусыны йәш быуынға рухи-әхлаҡи, ватансылыҡ тәрбиәһе биреү проблемалары борсой. Педагог геройҙары тиҫтәләрсә йыл дауамында кешеләргә өлгө булып ҡалған әҙәби әҫәрҙәрҙең мәктәп программаһынан алыныуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 876 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Константин Цицин менән осрашты.
Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау һәм халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программалары буйынса республика менән Фондтың артабанғы хеҙмәттәшлеге тураһында һүҙ барҙы. 2008—2012 йылдарҙа Башҡортостан ошо эштәргә 10,7 миллиард һумлыҡ (капиталь ремонтҡа — 6,4 миллиард, граждандарҙы күсереүгә — 4,3 миллиард һум) финанс ярҙамы алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 879 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Әйт әле, дуҫ, ҡатын-ҡыҙға ышанырға буламы?
— Була. Әйҙә ышанһындар...
***
— Улым, иҫеңдә тот: һәйбәт кеше тиһендәр өсөн һәр саҡ пунктуаль һәм һаҡ булырға тейешһең.
— Ниңә пунктуаль?
— Вәғәҙәңде һәр саҡ үтәргә кәрәк.
— Ә ни өсөн һаҡ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 856 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төтәтеп кенә йөрөй
Был хәл 30 йыллап элек булған. Сәмиғулла ҡарт фермала бер өйөм эзбиз күреп ҡала:
— Оһо-о, өйҙө ағартырға шәп булды бит, әй. Ну, әбей ҡыуаныр инде!
Ул арбаһына арыу уҡ эзбиз тейәп ала ла атын һайт-һайтлап ҡыуып ҡайтырға сыға. Урау юлдан йөрөгәнсе тип, туранан — Таулы йылғаһы аша — үтергә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 954 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 44 Алға
Бит башына


Информация про лечение период менопаузы у женщин.