Көсөбөҙ дуҫлыҡта сағылһынБаш ҡалала VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын асыу тантанаһы булды.
Спорт һарайында йәнлелек. Күңелдәрҙе елкендереп, дәртле көйҙәр ағыла, донъяның төрлө илдәренән килгән ҡунаҡтар бер-береһе менән аралаша, иҫтәлеккә фотоға төшә.
Тантана уйында ҡатнашасаҡ командалар парады менән башланды: иң тәүҙә сәхнә түренә Австралия үҫмерҙәре күтәрелде. Уларҙан һуң – Австрия, Белоруссия, Эстония, Канада, Рәсәй… Республикабыҙҙан Учалы, Белорет, Октябрьский, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре сәхнә түрен биләне. Ә Өфөнөкөләр иң күп булыуы менән айырылып торҙо. Тамашаны ҡарарға килеүселәр ҡунаҡтарҙы алҡыштар менән ҡаршыланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урман геройы — өсөнсө урында2011 йылдың йәйендә Иглин районының Урман ҡасабаһындағы шартлауҙар ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыуы Александр Минеевҡа РБК сайты төҙөгән "Ирҙәрҙең иң ҡыйыу аҙымдары" рейтингына эләгергә мөмкинлек бирҙе.
Полигонға йәнәш умарталығы булған фермер Александр Минеев тәүҙә бер төркөм баланы хәүефһеҙ ергә — яҡындағы урманға — оҙата, артабан зыян күреүселәрҙе эҙләй башлай һәм уларҙы ла тыныс урынға илтә. Ике ҡатынды һәм ығы-зығы ваҡытында әсәһен юғалтҡан ике кескәй малайҙы ҡотҡара. Шул көндә Минеев бер нисә рейд яһай һәм тиҫтәләгән кешене, шул иҫәптән 20 баланы ҡотҡарыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре янына алып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 508 тапҡыр // Тотош уҡырға
Константин ТОЛКАЧЕВ: "Парламентарий. Етәксе. Шәхес"Ошо көндәрҙә Башҡортостан йәмәғәтселеге төбәктең уңышлы социаль-иҡтисади үҫеше өсөн бик күп эшләгән күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Михаил Алексеевич Зайцевты иҫкә ала.
Ул юғары яуаплылыҡ тойғоһона эйә булған, күп яҡлы талантын, сағыу һәләтен дөйөм мәнфәғәткә йүнәлткән көслө һәм олпат шәхес булараҡ иҫебеҙҙә ҡалған. Тыуған яғына ихлас һөйөүе, кешеләрҙең социаль именлеге тураһында даими хәстәрлек күреүе һөҙөмтәһендә Михаил Алексеевич хаҡлы ихтирам яуланы. Уның юғары профессионализмы һәм маҡсатҡа ынтылышы кешеләр мәнфәғәтенә, республикала тотороҡлолоҡто нығытыуға тулы кимәлдә хеҙмәт итте.
Михаил Алексеевичтың хеҙмәт юлы бай һәм күп төрлө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 573 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тоҙ ҙа дауалайИке мең йыл самаһы элек үк кешеләр тоҙ менән һауыҡтырыу серҙәрен белгән. Тоҙ ятҡылыҡтарында эшләүселәргә ундағы саңды һуларға тура килгән, шул саҡ әлеге тәбиғәт байлығының ғәжәйеп файҙаһын һиҙеп, ауырыуҙарҙы дауаларға тотонғандар. Спелеография һәм галотерапия тигән дауалау ысулдары ошо заманда барлыҡҡа килгән.
Тоҙ мәмерйәләрендәге һауа күп сирҙе дауалауға (тын юлдары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, аяҡ-ҡул сирҙәре һәм башҡалар) ыңғай йоғонто яһай. Галотерапия бронх-үпкә һәм тире ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа киң ҡулланыла. Аэрозоль хәлендәге натрий хлориды тын юлына нисек тәьҫир итә һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 678 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ылыҡтырғыс виртуаль донъя...Эйе, бындай күренеш һәр кемгә таныш. Ҡайҙа ғына барма, һәр ерҙә ҡулындағы телефонына мөкиббән киткән кешеләрҙе күреү ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Һуңғы осорҙа барлыҡ уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа ысынбарлыҡҡа ҡарағанда виртуаль тормошто яҡыныраҡ күргәндәй.
Заман башҡа — заң башҡа, тигәндәй, йылдан-йыл яңы технологиялар, мөғжизәләр барлыҡҡа килә. Компьютерҙар, кеҫә телефондары, затлы планшеттар тормошобоҙҙо биләне лә инде. Беҙ хәҙер Интернетһыҙ, кеҫә телефонһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Интернет — мәғлүмәт еткереүсе төп сығанаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 794 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тере һының — йөрәк түрендәХәким Ғабдрахман улы Ғиләжевтең тормошо һәм ижады хаҡында байтаҡ яҙғаным бар, әммә яратҡан кешем, уҡытыусым һәм ҡәләмдәшем, ғәжәп сағыу тәбиғәтле шәхесте уҡыусының күҙ алдына ниндәй сихәтле һүҙҙәр аша тере итеп килтереп баҫтырыу әмәлен таба алмам кеүек.
Күҙ алдымда сағауыл таштан юнып эшләнгәндәй ҡырыҫ һәм ғорур, ләкин күңелемә йылылыҡ һирпеүсе, үҙенә тартыусы һын баҫып тора. Мин уны һәр яҡлап бик тә яҡшы беләм кеүек. Әммә кешене камил беләм тип әйтеү мөмкинме икән? Әҙәм балаһы, уның тормошҡа, кешеләргә, әйләнә-тирә мөхиткә мөнәсәбәте шул тиклем ҡатмарлы, бөгөнгөһө кисәгеһенә оҡшамаған, ә иртәгәһе, быны ул теләйме-юҡмы, тағы бүтәнсә буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 808 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ашағаныбыҙ аш булып барамы, ташмы?Гендары үҙгәртелгән аҙыҡ тәбиғи ризыҡты ҡыҫырыҡлай
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән саҡта, ирекһеҙҙән, беҙҙең ауыл хужалығы предприятиеларын иҡтисади яҡтан көслө булған сит ил компаниялары ҡыҫырыҡлап сығармаҫмы, тигән һорау тыуа. Ысынлап та, етештереү күләме буйынса әллә ни алдыра алмауыбыҙ көн кеүек асыҡ. Моғайын, голланд сыры, “Буш боттары” һәм башҡа шундай брендтар беҙҙеке алдында сигенергә теләмәҫ. Ләкин бер нәмә генә тынысландыра: донъя йәмәғәтселеге лә, айырым кешеләр ҙә тәбиғи, ГМО-ларһыҙ аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә башланы. "Ҡорһаҡ буш тормаһын" тигән принциптан арынып, саф аҙыҡ ҡулланыу мөһимлеген аңлау юлындабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
Радионан, бүлмәне яңғыратып, билдәле йырсы йырлай: “… Үҙем башҡорт, урыҫ егетен яраттым ғүмерлеккә…” Был һүҙҙәр барыбыҙға ла тиерлек таныш. Хәҙер төрлө милләт кешеләре араһындағы никахҡа күнегеп тә бөткәнбеҙ. Ике йәш йөрәк ғаилә ҡороуҙы үҙенсә хәл итә. Атай-әсәй, олатай-өләсәй, туғандарҙың теләгенә, кәңәшенә ҡолаҡ һалып бармайҙар. Тормош үҙенсәлектәре, йола, ғөрөф-ғәҙәт тә иҫәпкә алынмай. Беҙҙәге милләт-ара дуҫлыҡ тураһында һүҙ барһа, йыш ҡына ҡатнаш никахтарҙы миҫалға килтерәләр, уларға маҡтау йырлайҙар. Минеңсә, милләттәр дуҫлығы – ул иң тәүҙә башҡа халыҡтарҙы, уларҙың мәҙәниәтен, тарихын, телен, ғөрөф-ғәҙәтен хөрмәт итеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 942 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ни эшләтһәгеҙ ҙә була

— Ғаиләлә ике бала — ағайым менән мин — үҫтек. Атай-әсәйемдең ауылда ла йорто бар ине. Улар вафат булырҙан алда шул өйҙө икебеҙгә мираҫ итеп ҡалдырҙы. Ағайым менән әле мөнәсәбәттәр шәптән түгел, ә ауылдағы йорт мираҫсылар араһында бүленмәгән. Мин үҙемдең өлөшөмдө башҡа берәүгә бүләк итә аламмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәйбулла районының Аҡъяр ҡасабаһында йәшәгән ҡәҙерлебеҙ Зәкәриә Ишмөхәмәт улы Хунафинды 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуып үҫкән ағайыбыҙ хеҙмәт юлын Әбештә бухгалтер ярҙамсыһы булып башлай һәм артабанғы яҙмышын райондың ҡулланыусылар йәмғиәтенә бағышлай, ревизия комиссияһы рәйесе вазифаһынан пенсияға сыға. Хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы, “Рәсәйҙең ҡулланыусылар кооперацияһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына