Шатлыҡтарының сиге юҡРеспублика райондарында мохтаждарға социаль йорттар төҙөү эше яйлап бара. Әлбиттә, сират ҙур, һәм барыһы ла яҡын көндәрҙә генә йәшәү шарттарын яҡшырта алмаҫ. Ләкин, мәсьәлә нисек кенә ауыр, ҡатмарлы булмаһын, хәл итә алмаҫтай эш юҡ. Әйтелгәндәрҙе иҫбатлаусы миҫалдар етерлек. Мәҫәлән, үткән йыл ғына Федоровка районы үҙәгендә 18 фатирлы йорт ҡалҡып сығып, яңы йыл алдынан хужаларына ишектәрен асты. Тағы ла ике өй төҙөү ҡаралған. Әлегеһенең 12 фатирында һуғыш ветерандары, тыл ҡаһармандары йәшәй башлаһа, ҡалғаны етем балаларға бирелгән. Бөгөн районда ике йөҙгә яҡын ғаилә торлаҡҡа мохтаж. Барыһы ла иҫәпкә алынып, сиратҡа ҡуйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 722 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли сәйәсәттән ҡәнәғәттәрБашҡортостан менән Израиль ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә асыҡ. Был хаҡтағы ниәттәрен белдереү, республика менән танышыу өсөн Өфөгә Рәсәйҙәге Израиль дәүләте илселегенән делегация килде.
Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов, урынбаҫарҙар Евгений Маврин һәм Эрнст Исаев менән илселектең Тулы хоҡуҡлы министры, дипломатия миссияһы башлығы урынбаҫары Ольга Слов һәм илселектең мәҙәниәт буйынса атташеһы Яффа Оливицки осрашты.
Рәсми һөйләшеүҙән һуң ҡунаҡтар журналистар менән аралашты һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 713 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көтөлмәгән эш тә уңышҡа илтәЭшҡыуар Данил Батталовтың район үҙәгендә магазин асҡанын күптәр белмәй ҙә ҡалған. "Яңы һөнәрҙе үҙләштереүгә төплө әҙерләндем, әлбиттә, иң беренсе аҙыҡ-түлек баҙарын өйрәндем, – тип һөйләй "Батталов" крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Данил Вәғиз улы. – Ысынында беҙҙә иткә ихтыяж ҙур, айырыуса һыйыр малыныҡына. Алыпһатарҙарҙың итте осһоҙға алып китеүе күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Хәҙер продукцияны ҡасан һәм нисек һатыу хаҡында борсолмайым".
Ғөмүмән, уңған фермер эшмәкәрлеген бер нисә йүнәлеш буйынса көйләгән. Тәүгеһе — үҫемлекселек. Сәсеүлек әллә ни күп майҙанды биләмәй, уның ҡарауы, иген культуралары мул уңыш бирә, күп йыллыҡ үлән дә күпереп үҫә. Әйтеүенсә, беренсе урынға сифатты ҡуя, был – иң мөһиме. Малсылыҡта ла уңыштары байтаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 987 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмеремдең онотолмаҫ миҙгелдәреКүренекле башҡорт зыялыһы, йәмәғәт эшмәкәре Сәлимйән Ялал улы менән күптән танышмын. Әммә уның менән яҡындан ултырып һөйләшеүҙе, ниндәйҙер мәсьәлә хаҡында фекер алышыуҙы хәтерләмәйем. Ә бына матбуғатҡа яҙылыу осоронда республика буйлап ошо ағайҙың “ҡанаты аҫтында” йыш сәфәр йөрөгәс, тығыҙ аралашырға тура килде. Ҡайҙа ғына юлланһаҡ та, фекерҙәштәре, таныштары күп булғас, уны гел ҡолас йәйеп ҡаршыланылар.
Ошо көндәрҙә 80 йәшен билдәләгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Сәлимйән ҒҮМӘРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1011 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләкәй ролдәр булмайЗәйни Иғдәүләтов ижадының иң сағыу мәлдәре уҙған быуаттың 50 —80-се йылдарына тура килә. Уның тормош һәм ижад юлы башҡа замандаштарыныҡынан бер яғы менән дә айырылмай: бәләкәйҙән ауыр хеҙмәт, аслыҡ, яланғаслыҡ, үҙ иңдәрең менән тормошҡа юл ярыу.
Ул элекке Йомағужа (хәҙерге Мәләүез) районының Аптраҡ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1928 йылда хеҙмәт мәктәбенең тәүге баҫҡысын тамамлай. Ата-әсәһе ауырыу сәбәпле, артабан уҡыуын дауам итә алмай. Ғаиләгә нисек тә ярҙам итеү маҡсатында ҡыш урман ҡырҡһа, йәй һал ағыҙырға төшә. Шул ваҡытта уҡ Зәйни скрипкала уйнарға өйрәнә, гармунда башҡорт халыҡ көйҙәрен сығара башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1133 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һандыҡтағы ҡомартҡыларҒәйшә Ризуанова 1910 йылдың 9 мартында Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында тыуған. Ата-әсәһе Ғайнауфа менән Миңлейәр Ғилмановтар бик уҡымышлы, дини кешеләр була. Ғәрәп, фарсы, латин телдәрен яҡшы белгәндәр. Ғайнауфа өләсәй бәйеттәр сығарып, гел шуларҙы көйләп йөрөр булған. Уларҙың өйөндә ғәрәп алфавиты менән яҙылған бик күп китап һаҡланған. Өләсәй хатта яман шеш, эпилепсия кеүек ауырыуҙарҙан да дауалаған. Миңлейәр ҡартатай ҙа төрлө сирҙән һауыҡтырыу ҡөҙрәтенә эйә булған. 11 йәшенә тиклем һөйләшмәгән баланы һыу һалынған еҙ тасҡа табан балығы һалып, өшкөрөп телен асҡан. Уның ере лә күп булған, 80 умарта тотҡан. Ғәйшә өләсәй иң яратҡан ҡыҙҙары була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1050 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостандың алтын тауышы”Шулай тип атай уны замандаштары. Ул башҡорт сәнғәтен беренселәрҙән булып донъя кимәлендә таныта, Ишмулла Дилмөхәмәтов көйөнә, Салауат Юлаев һүҙҙәренә яҙылған “Уралым” йырын башҡарып, сит ил тамашасыһын башҡорт моңона ғашиҡ итә. Эйе, ысынлап та, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, опера һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарған Радик Гәрәев үҙ заманында киң билдәле, үҙенсәлекле моңло тауышҡа эйә була. Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт, татар, урыҫ, сит ил композиторҙарының музыкаль әҫәрҙәре классик өлгөләр менән үрелеп яңғырай.
Радик Гәрәев 1956 йылдың 23 мартында Яңауыл ҡасабаһында күп балалы ғаиләлә донъяға килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 916 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел байрағы төшмәһен!— Әүхәт ағай, был нимә ул, ә?
— Атаҡ, күрмәйһеңме ни, флаг бит!
— Флаг икәнен беләм, атаң башы! Ни өсөн унда тора, тим?
— Бәй, Тимерйән ҡустым, флагтың урыны шунда инде ул. Бүтән ҡайҙа ҡуяһың уны?!
— Тфү, ахмаҡ икәнһең, Әүхәт ағай. Ярай әле, үтеп барышлай күреп ҡалдым. Һинең менән тел сарлап торорға ваҡыт юҡ. Давай, тиҙ генә алып ҡуй флагыңды!
— Бәй, ҡустым, нишләп алайым ти мин уны. Торһон!..
Ком: 1 // Уҡынылар: 1441 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бөгөнгө аҡсаны иҫәпләмәйек, иртәгә ҡуйыласаҡ хаҡты уйлайыҡ”“Энергоремонт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының инженерлыҡ селтәрҙәрен, электр ҡорамалдарын һәм бүтән техник ҡоролмаларҙы ремонтлау маҡсатында ойошторолған. 2005 йылдың 22 ғинуарында әлеге ойоштороу формаһын ала. Бер ниндәй сауҙа йәки бүтән төрлө алыш-биреш, сеймал сығарыуҙы түгел, ә етештереү ҡеүәттәрен йүнәтеү һәм яҡшыртыуҙы – ауыр һәм хәҙерге заман өсөн һирәк шөғөлдө — үҙ иткән предприятие ул. Һүҙ – уның директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Әхтәм Әхмәт улы АБДРАХМАНОВҠА:
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Диҡҡәт Бураҡаев был йылдарҙа ер аҫты һыуҙарының бысраныуы өсөн айырыуса ныҡ борсолдо, туҡтауһыҙ мәҡәләләр яҙҙы, тәнҡитләне, сығыштар яһаны. “Совет Башҡортостаны” гәзитенә килгән хаттарҙың күбеһендә тәбиғәттең юҡҡа сыға барыуы өсөн борсолоу сағыла ине. Мин уларҙың эҙенән юлға сыға, мәҡәләләр яҙа торғайным. Бер районда ауыл Советы депутаты, биология, география уҡытыусыһы картуфлығынан колорадо ҡуңыҙын йыйып алып, йылғаға түгә икән. Был хаҡта миңә уҡыусылар әйтте. Бына һиңә депутат, бына һиңә биология уҡытыусыһы! Райондарға барып, хат тураһында ауыҙ асыу менән, иң элек авторын һорашалар ҙа уның тураһында насар мәғлүмәт килтерә башлай торғайнылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1126 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына