“Әсәй, мәмәй алып ҡайт!..”Залда тынлыҡ. Төркөм-төркөм булып ултырған ҡатын-ҡыҙ шым ғына үҙ-ара һөйләшеп ала. Хөкүмәт йортона республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған гүзәл зат Президент ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алырға килгән һәм тантана башланғанын көтә. Шул саҡ янымдараҡ ултырған бер ҡатындың телефоны шылтыраны һәм трубканың теге осонан кескәй генә бала тауышы тынлыҡты ярҙы.
— Әсәй, һин Президент ағай янына барып та еттеңме?
— Эйе, балам, — тип ипләп кенә яуап бирҙе әсә.
— Ә ҡасан ҡайтаһың? Апайымдар мәктәптә, атайым эштә, беҙ өләсәй менән һине көтәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 733 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауырыуҙарға ярҙам итә, мохтаждарҙы хәстәрләй...Бөгөн ғаилә ял итә. Аҙна буйы эшләгәндән, ил-күс хәстәренә сумып, мохтаждарға күңел йылыһын, тәбиғәттән килгән һәләтен, белем усаҡтарында эстәгән ғилеменең нескәлектәрен ҡушып ярҙам иткәндән һуң хәл алалар. Һуңыраҡ торорға ла, аш-һыу тирәһендә оҙағыраҡ бөтөрөлөргә, хатта көҙгө алдында әйләнгеләргә лә мөмкин.
Шулай ҙа бер кешегә ял юҡ — Тимурға. Бер йәшлек кенә сабый, уянып китеп, атаһының сәсенән тарта, әсәһенең битен һыйпай. “Мә-мә, — ти ул, — мә-мәм...” Эх, ошо ауаздар, сабыйҙың тәүге һүҙҙәре өсөн генә лә әҙәм балаһы һикереп тороу ғына түгел, донъяла әллә нимәләр бирергә риза.
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гөлшат ХӘМИТОВА: “Кешеләр беҙ уйлағандан күпкә мәрхәмәтлерәк”Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлеген нисек баһаларға мөмкин? Мәрхәмәтлек күрһәтеүгә бизнесты ылыҡтырыу ауырмы? Ғөмүмән, хәйриәнең үҫеше кешеләрҙә үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндереүгә ынтылышты көсәйтмәҫме?
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан “Комсомольская правда” гәзите редакцияһында “Мәрхәмәт” фондының Попечителдәр советы рәйесе Гөлшат Хәмитова ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында хәйриәгә ҡағылышлы байтаҡ мәсьәлә ҡаралды.
— Яңғыҙ эшләүе ауыр, шуға күрә республикабыҙҙағы тиҫтәгә яҡын фонд менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ай һайын йыйылып кәңәш ҡорабыҙ, бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ, — тине Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы. — Әлегә күберәк бизнес беҙгә ярҙам ҡулы һуҙа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң яҡшы уҡытыусы билдәләнде“Башҡортостандың баш ҡалаһындағы йыл уҡытыусыһы-2013” конкурсында Киров районының 5-се лицейындағы башланғыс кластар уҡытыусыһы Ольга Русинова еңеп сыҡты. Уға автомобиль асҡысы тапшырылды.
Бүләкләү тантанаһы Өфө мәғариф системаһының 90 йыллығын байрам итеү сараһына тап килде. Быйыл педагогик оҫталыҡ ярышында 31 уҡытыусы ҡатнашты. Уларҙың күпселеге урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүселәр ине. Конкурсанттар араһында шулай уҡ музыка, физик культура, һынлы сәнғәт уҡытыусылары ла бар. Бер ай дауамында улар төрлө һынау үтте: методик проекттары менән таныштырҙы, асыҡ дәрестәр үткәрҙе, уларға анализ яһаны. Класс сәғәте тип аталған өсөнсө этаптағы һөйләшеү темаһын уҡыусылар билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 970 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иңдәрендә — көндәлек мәсьәләләрҠатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре — бөгөн күп кенә районда ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының уң ҡулы, төп ярҙамсыһы.
Йылайыр районының Матрай ауылындағы ҡатын-ҡыҙҙар советына бына 20 йылдан ашыу Асия Әмирова етәкселек итә. Оҙаҡ йылдар Матрай урта мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән ханым үҙе лә халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына һәм киләсәгенә битараф түгел. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының проблемаһын, уларҙы борсоған мәсьәләләр хаҡында унан яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр.
— Ҡатын-ҡыҙ, ҡайҙа ғына йәшәмәһен, һәр ерҙә гүзәл зат булып ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1280 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баһалары көнләшерлекҮҙ һөнәрен мөкиббән яратҡан, һәр көн эшкә ҙур теләк менән килгән, ҡушылғанды ҡәнәғәтлек тойғоһо менән башҡарған кешегә ни кәрәк? Хеҙмәтеңде баһалап, бер йылы һүҙ әйтһәләр, ҡанаттарың үҫеп киткәндәй була...
Суд приставтары хеҙмәтенең Нефтекама район-ара бүлегендәге суд приставы-башҡарыусы, 3-сө класлы юстиция советнигы Зәлиә Ибраһимова — нәҡ шундай фекерҙә.
— Тормошомда тик яҡшы кешеләр осраны, етәкселәрҙән дә уңдым, — ти Зәлиә Мөхәмәт ҡыҙы. — Идаралыҡ етәксеһе, Башҡортостандың баш суд приставы Зариф Байғусҡаров эшләгән кешене күрә белә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 688 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мосолман ҡатыны — ҡала башлығыЕвропа илендә тәүге тапҡыр мосолман ҡатыны ҡала етәксеһе итеп һайланған. 43 йәшлек Әмра Бабич — Босния һәм Герцеговина Федерацияһының баш ҡалаһы эргәһендәге Високко ҡалаһы мэры.
Демократик хәрәкәт партияһынан кандидат өсөн һайлаусыларҙың 30 проценты тауыш биргән. Белеме буйынса иҡтисадсы Ә. Бабич быға тиклем Босния һәм Герцеговина Федерацияһының ун кантонының береһендә — Зеницк-Добойҙа — финанс министры вазифаһын атҡарған.
1992 — 1995 йылдарҙағы Босния һуғышында ире һәләк булғандан һуң, өс балаһын бағыу ҡатындың бер үҙенә тороп ҡалған, шуға ла ул яуҙа ғүмере өҙөлгән хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ижтимағи ойошмаға ла етәкселек итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 577 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәйләмдәре күҙҙең яуын алаҺәр ҡатын-ҡыҙ зауыҡлы булырға тырыша. Берәүҙәр модаға ярашлы кейенергә яратһа, бәғзеләре буй-һынына килешле әйбер һайлай. Өсөнсөләре иһә үҙҙәре тегеп йәки бәйләп, бер кемдә лә булмаған кейем менән барыһының һушын ала, сөнки ул һине һөйкөмлө, күркәм итә.
Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында йәшәүсе Светлана Истамғолова бәйләмгә бәләкәйҙән маһир. Бала саҡтан һарыҡ йөнөнән ойоҡбаш, бейәләй бәйләгән ҡыҙҙың шөғөлө яйлап ҙур әйберҙәргә күсә. Буш ваҡыты булһа, ҡулына бәйләмен ала. Зинира менән Индира ҡыҙҙары донъяға килгәс, Светлана Камил ҡыҙы улар өсөн төрлө кейем бәйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 901 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бирешә торғандарҙан түгел– Эльвира ҡабаланып ҡайтып китте, ул һеҙҙе көтә! – тип ҡаршы алды беҙҙе район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге белгесе Дилара Нурова. Уның менән юл ыңғайы әңгәмәләшәбеҙ:
2012 йылда Борайҙа етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған ун баланы йортло иткәндәр икән.
Төбәктә ошо категорияға ҡараған 44 граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған, былтыр шуларҙың унына бәхет йылмайған. Бер нисә йыл элек районда торлаҡ бөтөнләй бирелмәһә, 2008 йылда балалар йортонда тәрбиәләнгән Әнүзә Билалова 59,9 квадрат метрлы шәхси йорт алып ҡыуанған, 2009 – 2011 йылдарҙа ла 18 кеше торлаҡлы булған. Борайҙар былтыр ҙа һынатмаған: ун кеше өсөн икешәр фатирлы биш йорт төҙөлгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙҙың гүзәллеге — әсәләрҙәнЕргә йәмле яҙ иң матур байрамдарҙың береһе — 8 Март — менән аяҡ баҫа. Күрәһегеҙме, әсәйҙәрҙең, өләсәйҙәрҙең, ҡыҙҙарҙың ҡыуанысы, һөйкөмлөлөгө, яғымлылығы бығаса яҡтыһын һаран ғына һирпеп торған ҡояшты шат йылмайтып, иҙерәп йоҡлаған тәбиғәтте уятып ебәрҙе.
Малайҙар! 8 Мартҡа бүләгегеҙ күптән әҙерҙер инде. Ҡәҙерлеләрегеҙҙе нимә менән һөйөндөрмәксеһегеҙ? Һиҙеп торабыҙ: өлкәнерәктәрегеҙ мәктәптән күп итеп "бишле" алып ҡайтҡандыр. Әсәйҙәр, өләсәйҙәр өсөн ифрат ҙур ҡыуаныс был.
Әхирәттәрегеҙҙе лә ҡотларға онотмаҫһығыҙ, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1115 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 Алға
Бит башына