Республиканы танытырлыҡ сәнғәт әйберҙәре кәрәк!Башҡортостан Президенты “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” дәүләт унитар предприятиеһында булды. Республика етәксеһе предприятиеның эше менән танышты, ижади коллектив менән осрашты. Унда “Ағиҙел”дең проблемалары, халыҡ кәсептәре тармағын үҫтереү мәсьәләләре хаҡында һүҙ барҙы.
Хәҙерге башҡорт декоратив-биҙәү сәнғәтендә алдынғы предприятиелар иҫәбенә ингән “Ағиҙел” милли кейем өлгөләре, ағас һауыт-һаба, төҫлө таштарҙан паннолар, күҙҙең яуын алырлыҡ урын кәрәк-яраҡтары, геральдикалы әйберҙәр етештерә. Бында 190 кеше, нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙ эшләй.
Президент етештереү цехтарында булды, оҫтабикәләрҙең эшен баһаланы, хатта панноға биҙәк яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 713 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төп бүләк — Бөрйән һылыуында“Һылыуҡай-2013” республика матурлыҡ конкурсында төп бүләккә Бөрйән районынан Әнүзә Ғиззәтуллина лайыҡ булды. 19 йәшлек һылыуҡай М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих һәм хоҡуҡи белем факультетында уҡый.
— Тәүге тапҡыр “Һылыуҡай” 21 йыл элек үткәрелгән. Ул ваҡытта әле мин тыумаған да булғанмын. Шулай ҙа бала саҡтан уҡ конкурста ҡатнашырға хыялландым. Уны йыл һайын телевизор аша ҡараным, былтыр тамашасылар залында ултырыу бәхете тейҙе. Шунда киләһе йыл ҡатнашырға ҡарар иттем. Еңеү түгел, финалға үтеүҙе лә күҙ алдына килтермәнем. Бик бәхетлемен! — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әнүзә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1012 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй үҙ крәҫтиәнен яҡламаҡсыҠушма Штаттарҙа сығырынан-сығалар: Рәсәй февралдән башлап Американың туңдырылған күркә, сусҡа, һыйыр итен, шулай уҡ ҡайһы бер итле ризыҡтарын индереүҙе тыйҙы. Сәбәбе — океан аръяғы фермерҙарының мал һәм ҡош һимерткәндә “рактопамин” тип аталған үҫеш стимуляторын күпләп ҡушыуы. Кеше һаулығы өсөн зарарлы был матдә Бразилия, Канада, Мексикала ла киң ҡулланыла, ләкин Европа союзы илдәрендә тыйылған. “Тимәк, Рәсәй был йәһәттән Европалағы күршеләренән өлгө генә ала, — тип яҙа “Крестьянская Русь” гәзите быйылғы 8 февраль һанында. — Дөрөҫ, “Россельхознадзор”ҙан “өлөш” ошо уҡ күршеләргә лә эләкте: санитар-ветеринар ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән өсөн Германиянан һыуытылған һыйыр, сусҡа һәм ҡош итен индереүҙе тыйҙылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 883 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҙур еңеүҙәргә нигеҙ бала саҡта һалынаҠалабыҙҙа Башҡортостан «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетболы лигаһы чемпионатының 2012 — 2013 йылдар миҙгеле финалы уҙҙы.
Яҙ ҡояшы һаман күренмәй тип, кәйефһеҙләнеп килә инем «Стәрлетамаҡ-Арена»ға барғанда, яңылышҡанмын икән. Ҡояшты барыбер күрҙем. Берҙе түгел, хатта меңде. Мөһабәт бинаға инеүем булды – шау-шыу килгән сабыйҙарҙың тауышы һәм шат көлөүе, насар кәйефте иретеп, ҡояш нурындай сағылып китте күңелдә…
Ярыш ярыш ҡына булып ҡалманы, мәртәбәле һәм ҡыҙыҡлы ҡунаҡтар, шоу-программа ярҙамында ҙур байрамға әүерелде был көн. Уҡыусыларҙы Олимпия уйындары чемпиондары, танылған спорт мастерҙары Сергей Белов, Иван Едешко һәм Светлана Антипова дәртләндереп торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 773 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быуат сиренән дауаТын быуыла, һулыш алыу иҫ китмәле ауырлаша, тире түҙеп торғоһоҙ ҡысый, ҡан тамырҙарында меңәрләгән серәкәй мыжғыймы ни! Тотош тән ҡот осҡос шешенгән, аяҡ-ҡулдар, гүйә, мамыҡҡа әйләнгән... Бындай осраҡта табиптар "Квинке шеше" йәки "аллергия шогы" тигән диагноз ҡуя. Был аллергия һөҙөмтәһендә организмдың тамам эштән сығыуын аңлата.
Нимә һуң ул — аллергия? Ябай ғына әйткәндә, организмдың уға тәьҫир иткән эске һәм тышҡы күренештәргә "яуабы". Йыш осраған миҫал — күптәрҙең тирәк мамығы осҡан ваҡытта сөскөрөп, бышҡырып интегеүе. Ҡайһы бер ашамлыҡты, бигерәк тә тәмле-татлыны, йәшелсә, еләк-емеш төрҙәрен ҡабул итә алмаусылар ҙа байтаҡ. Кемгәлер хушбуй йәки һабын еҫе, бәғзеләргә ниндәйҙер дарыу килешмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 812 тапҡыр // Тотош уҡырға
Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге оператив-эҙләү эштәрен Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларында, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында алып бара. Бында (34783) 2-61-41 “ышаныс телефоны” тәүлек әйләнәһенә эшләй. “Беҙгә ниндәйҙер мәғлүмәт еткереү өсөн халыҡ иң әүҙем ҡулланған канал ул, — тип һөйләй бүлек етәксеһе полиция полковнигы Айрат Фарваев. — 2011 йылда был телефонға 64 шылтыратыу булһа, былтыр 69 тапҡыр элемтәгә инделәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1160 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн экология буйынса республика онлайн-олимпиадаһы башланды.
Сараны М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы тәбиғәт-география факультетының ботаника, биоэкология, ландшафтлы проектлау кафедраһы, Өфөнөң Орджоникидзе районындағы экология-биология үҙәге ойоштора. Башҡортостандың Экологик порталында хәбәр ителеүенсә, конкурста IХ-ХI класс уҡыусылары ҡатнаша ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1088 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостан ынйылары” тип аталған үҙенсәлекле продукция сығарырға ниәтләй.
Тиҫтәгә яҡын косметика төрөн эшләүҙә киптерелгән бейә һөтө, бал, шулай уҡ бал ҡушылған ҡымыҙ файҙаланыла. Ошо көндәрҙә шампунь, ванна менән душ өсөн күбек, шыйыҡ һабын, бит, ҡул һәм тән тиреһе өсөн кремдарҙың тәүге тәжрибә өлгөләре алынды. Яңы косметика серияһына шулай уҡ төрлө битлектәр, тән тиреһе өсөн шифалы шыйыҡсалар индереү ҡарала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1689 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала 138 талантлы йәш кеше дәүләт ярҙамы премияһына эйә булды. 29 номинантҡа 60 мең һумлыҡ, 109-ына 30 мең һумлыҡ премия тапшырылды.
Улар иҫәбендә лицей, училище, колледж уҡыусылары, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр, студенттар бар. Был кешеләрҙең барыһы ла халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк олимпиадаларында, конкурс, ярыштарҙа еңеп сыҡҡан.
“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, премия йыл һайын 14–25 йәштәгеләргә тапшырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 970 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов менән республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев үткәргән видеоконференцияла ҡатнашты.
Ивлев билдәләүенсә, Рәсәйҙең һигеҙ төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, участка комиссияларын ойоштороу эше тамамланған, ике төбәк байрамдан һуң тәҡдимдәр ҡабул итеү хаҡында белдергән, ҡалғандарында эш яңы башлана. Рәсәйҙә йәмғеһе 93 меңгә яҡын участка һайлау комиссияһы ойошторола. Был эштә 42 сәйәси партия ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1020 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына