Ҡар-буранлы һынауҠайһы бер урындарҙа юлсылар үҙ бурысын үтәргә әҙер булмай сыҡты
Эшкә йәйәү генә йөрөйөм. Көн һайын йөҙәр меңләп машина тегеләй-былай сапҡан Өфөлә был — ҙур бәхет. Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә бәйле юлда тығындар барлыҡҡа килгәндә айырыуса шатландыра. Үҙегеҙ беләһегеҙ: епшек ҡар, буран, боҙлауыҡ була ҡалһа, йә ҡапыл иретеп ебәрһә, баш ҡалала автомобилдәр хәрәкәте туҡтай ҙа ҡуя бит.
Әммә бөгөн йәйәүләп килеүем дә бик шатландырманы. Ихаталар аша тура сығам тигәйнем, тәүгеһенә инеп китеү менән ысын мәғәнәһендә баттым. Бала саҡта ауылда тубыҡтан ҡар ярып мәктәпкә барғаным хәтергә төштө. Меҫкен автоһәүәҫкәрҙәр машиналарын ҡаҙып ала, тәҙрәһен таҙарта. Бер мөйөштә ике ир “тимер ат”ын этеп сығарырға маташа, тегенеһендә ҙурырағы бәләкәсен арҡан менән таҡтырып һөйрәй...
Ком: 0 // Уҡынылар: 739 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙгә балалар кәрәк!Әлегә был урын картала ла билдәләнмәгән. Баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһы эргәһендә ике йылдан Европа һәм донъя кимәленән һис тә кәм булмаған перинаталь үҙәк ҡалҡып сығасаҡ. “Әсә һәм бала” клиникалар селтәренә ҡараған бинаны бөгөндән төҙөй башлаясаҡтар. Уның нигеҙенә тәүге ташты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һалды.
Сара матур тантана төҫөн алды. Тирә-яҡҡа йыр-моң яңғырап торҙо, сәхнә шарҙар менән биҙәлгәйне. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул: оҙаҡламай бында меңдәргә ғүмер бүләк итәсәктәр бит.
— Эш аҙнаһын мөһим һәм ҡыуаныслы ваҡиға менән башлайбыҙ — заманса клиникаға нигеҙ һалабыҙ, — тине Президент. — Ул беҙгә бик кәрәк. Республикала тыуым арта башланы, былтыр ғына 60 мең самаһы бала тыуҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрҙә ҡояш балҡытып...Яҙ һулышы бөркөлдө. Тәбиғәттең ошондай мәлендә күңелдә әйтеп аңлатып булмаҫтай хис-тойғолар урғыла, ошо уй-фекерҙәрең, әйтер һүҙҙәрең менән уртаҡлашҡы килә.
Тап шул ниәттән шағирәләр, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаттары Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева шиғриәт һәм моң һөйөүселәрҙе баш ҡаланың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына осрашыуға йыйҙы.
Халыҡ ғәме, донъя хәстәре, тыуған ергә тоғролоҡ... Был көндә шағирәләребеҙҙең йөрәк ауазы күңелдәребеҙҙе дауаланы ла уйланырға, бәлки, һағалаған хәүеф-хәтәрҙән һаҡ булырға ла саҡырҙы кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 749 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иғтибар үҙәгендә – Илеш районыИлдар МОСТАФИН: “Һәр тарафта ыңғай үҙгәреш тойола”

... Тыуған ерен яратып, үҙ төйәге йәмлерәк булһын өсөн ал-ял белмәй эшләгән уңған, бөтмөр һәм булдыҡлы кешеләр көн итә Илештә. Шуғалыр ҙа был төбәк йылдан-йыл төҙөкләнә һәм матурлана бара. Район ауылдарындағы халыҡ бик күркәм, ҡала фатирҙарынан һис ҡайтыш булмаған йорттарҙа, мул тормошта йәшәй. Һәм был күркәмлекте, муллыҡты илештәр үҙҙәре булдыра. Ҡасан барырға тура килһә лә, бында һәр тарафта, һәр тармаҡта яҡшы үҙгәрештәр күреп, һәйбәт яңылыҡтар ишетәһең. Район хакимиәте башлығы Илдар Иршат улы МОСТАФИН менән әңгәмәбеҙ ҙә ошо юҫыҡта ҡоролдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер яланғас йөрәкАктерҙың меңгә төрләнеүенә, сәхнәлә төрлө төҫкә-һынға инеүенә шул йөрәк нисек түҙәлер? Бөтәһе лә шул бер йөрәккә йыйыла бит. Тормоштоң ваҡ һәм ҡолас етмәҫ мәшәҡәттәре, бөткөһөҙ хәсрәттәре... Ә йөрәк — кешенең булмышы, йөрәк — шәхестең үҙе менән бөткөһөҙ бәхәсе. Кеше ғүмере буйы үҙенең ялҡаулығына, кәмселектәренә ҡаршы көрәшә, уларҙы еңергә, үҙен шәхес итеп танытырға ашҡына...
Йәшәү мәғәнәһе
Уның "Салауат" трагедияһында уйнауын хәтерләйем.
Салауат ғазаплана: халыҡты ошондай яуға күтәреүем хаҡ булдымы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1363 тапҡыр // Тотош уҡырға
КәпәсҺин ир булып тыуғанһың икән донъяға, баш күтәреп йөрөйһөң икән, башыңда кәпәс булырға тейеш. Ябай кешеме һин, министрмы — барыбер кәпәс кәрәк. Ләкин ниндәй кәпәс? Беҙҙең Ғәлләметдин ағайҙы ла заманында ошо һорау ҡыҙыҡһындырҙы.
"Мин кем?" тип һораны ул үҙенән-үҙе көҙгө сыуаҡ көндәрҙең береһендә. Яуап ҡайтарып торманы, келәт янына барып баҫты ла күләгәһенә ҡараны. Эйе, Хоҙай унан буйҙы ҡыҙғанмаған. Өйөндә ниндәй генә ҙур көҙгө булһа ла үҙенең буйын тулы килеш күрә алмаҫ ине. "Алпамыша батырмы ни", — тип ҡуйҙы Ғәлләметдин ирәйеп кенә. Ана бит: юрый Өфөгә барып, магазиндан иң ҙур костюм һатып алғайны, шул да тап-тар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 669 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хикәйә оҫтаһыШакир Насыров уҙған быуаттың 30-сы йылдарында әүҙем журналистарҙың береһе булып танылған. Уның ауыл кешеләре, яңы сәнәғәт тармаҡтарының үҫеүе һәм сәскә атыуы тураһындағы очерктары республика матбуғатында йыш баҫылған. Шул дәүерҙә яҙылған "Хәтер", "Вәғәҙә бүләге", "Килешеү" кеүек хикәйә һәм новеллалары, "Бүләгем", "Ҡолмәт ҡоҙа" кеүек бер актлы пьесалары менән ул һиҙелерлек ижади аҙым яһай.
Шакир Ғиниәт улы Насыров Ғафури районының Ибраһим ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде үҙ ауылында алған. 1929 – 1931 йылдарҙа Өфө сәнәғәт-иҡтисад техникумын тамамлаған. Шунан инде журналислыҡ эше башланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 871 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Салауат Юлаев”: плей-офф бараКеше тамағын туйҙырыуға ғына түгел, күңел асыуға ла мохтаж. Һуңғы йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһы көйәрмәндәрҙең йөрәгендәге ана шул бушлыҡты тултырҙы. Өмөтләнеп көҙҙө көтәбеҙ, өмөтләнеп яҙҙы ҡаршылайбыҙ. Шул ышаныс йәшәтә беҙҙе. Бына әле тағы күңел елкенеп тора, сөнки Континенталь хоккей лигаһында плей-офф уйындары бара. Беҙ йәнә яратҡан командабыҙға күҙ төбәйбеҙ, уңыштар теләйбеҙ. Шул айҡанлы тыуҙы был яҙмалар.
1995 йылдар. Өфөгә килеп, эш башлауыма бер ҡыуанһам, хеҙмәттәштәрем араһында үҙем кеүек көйәрмәндәр барлығын белеп, тағы һөйөндөм. Бер көн Дилара тигән ҡыҙ: «Әйҙә, хоккей ҡарарға барғың киләме?» – тине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 712 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер бушҡа үтмәгәнКеше ғүмерен миҙгелдәрҙән тора, тиҙәр. Ысынлап та, шулайҙыр. Һәр миҙгелдең үҙенә генә хас хозурлығы, йәме бар бит. Атайыбыҙ Рафиҡ Шәрәфетдин улы Сыртланов ғүмеренең алтын көҙө еткәс кенә баҡый донъяға күсте.
Шағир әйткәнсә, ай кеүек тыуып, ай кеүек тулып, йондоҙ кеүек атылды уның йәне. Иҫән булһа, уға ошо көндәрҙә 85 йәш тулыр ине. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, үҙе сәскән орлоҡтарҙың емешен татып, әсәйебеҙ менән пар ҡанатлы булып йәшәйһе лә йәшәйһе ине лә бит...
Атайыбыҙ — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Көйөргәҙе районының Мораптал урта мәктәбендә 40 йылдан ашыу директор, һуңынан ябай уҡытыусы булып эшләгәндә лә ысын мәғәнәһендә халыҡ мөғәллиме булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Салауат Юлаев” Ҡазан боҙонда “Аҡ барыҫ”ты тәүге көндә — 3:2, 9 мартта иһә 2:0 иҫәбенә теҙ сүктерҙе.
Бығаса Магнитогорск “Металлург”ы алдында үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе күрһәтеп өлгөрһәк тә, көйәрмәндәр был осрашыуҙы һағайып ҡаршыланы. Ни генә тимә, дәғүәсебеҙ төшөп ҡалғандарҙан түгел: мәҫәлән, улар Көнсығыш конференцияһында беренсе урынды биләһә, юлаевсылар – бишенсе.
Уйындың тәүге минуттарынан уҡ өфөләр “Аҡ барыҫ”тан таланырға килмәүен аңғартты. Нисек кенә ажарланып ташланмаһын, күршебеҙҙең беҙҙекеләргә теше үтмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 562 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына