Уңған хужа булғанда, "Алға" артҡа тәгәрәмәҫРифҡәт Ҡәүей улы бөгөн ғәҙәттәгенән иртәрәк уянды ла, тиҙ генә кейенеп, һөтсөлөк фермалары яғына ыңғайланы. Ауыл әтәстәре лә ҡысҡырмаҫ борон эшкә барыуының сәбәбе шунда: кисә быҙау ҡараусылар Зөлхәмиә Фәрхәтшина менән Әнисә Маргаметдинова бер нисә һыйырҙың елене етеүен һәм ауырыңҡырап тороуын әйткәйне. "Харап ҡына булмаһындар тағы, ветеринар саҡыртырға тура килер", – тип хәстәрләп, тыныс ҡына йоҡлаған ҡышҡы ауылға баҡты...
Ауыл халҡын ихтирам итә ул. Уларҙың иртә таңдан эңер төшкәнсе эшһеҙ буш торғанын, ҡул ҡаушырып ултырғанын күргәне лә булманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1067 тапҡыр // Тотош уҡырға
Самолет, трактор һәм һарыҡ...Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләй. Шуға ла XXIII Халыҡ-ара махсуслаштырылған "АгроКомплекс" күргәҙмәһенең тап беҙҙә үтеүе юҡҡа түгел. 12 марттан 15 мартҡа тиклем үтәсәк сарала Рәсәйҙең 19 төбәгенән 200 компания ҡатнаша. Бынан тыш, Ҡытай, Германия, Һиндостан, Украина, Белорусь вәкилдәре лә бар. Башҡортостан етештереүселәре иһә күргәҙмәнең һәр бүлегендә үҙ тауары менән сығыш яһай.
Быйылғы күргәҙмәгә килеүселәр "Өфө-Арена" боҙ һарайы майҙанында ауыл хужалығы техникаһының яңы өлгөләре, уларға запас частар, төрлө ҡоролмалар, мал аҙығы, ветеринар препараттар менән таныша ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙҙың тоғро улы18 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының тамаша залында “Күп милләтле дәүләт шарттарында туған телде, әҙәбиәтте һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалар һәм перспективалар” тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла.
Конференция Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, академик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновҡа 85 йәш тулыуға арнала. Уның эшендә Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил ғалимдары ҡатнаша.
Башҡорт әҙәбиәт ғилеменең тәүге тәжрибәләрҙән алып бөгөнгө юғарылығына тиклемге юлын байҡағанда, ошо эшкә күп көс һалған ғалимдар рәтендә Ғайса Хөсәйенов хеҙмәттәре оло ижад донъяһы булып күҙ алдына баҫа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 778 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әй буйы ынйыһыТәрән диңгеҙ төбөнән сығарыламы, йылға-даръяларҙанмы – ынйы һис ҡасан үтә ялтырауыҡ, артыҡ сағыу булмай. Әммә иҫ китмәле наҙлы был аҫылташ. Унан, гүйә, ниндәйҙер йөрәк иҙрәтер йылылыҡ бөркөлә. Һөйкөмлө, нәзәкәтле, ипле, ихлас, нурлы күҙҙәренән рухи байлығы төҫмөрләнгән гүзәл затты хәтерләтә ул...
Тап шундай бер ханымдың эш бүлмәһенән кеше өҙөлмәй. Тормоштарында ниндәйҙер ҡатмарлы хәл килеп тыуһа, ауыл халҡы башҡа түрә-ҡараға түгел, ә фәҡәт уға күҙ төбәп килә. Һәр кемде мөләйем йылмайып ҡаршы ала, иғтибарлы итеп тыңлай, һәр саҡ мөрәжәғәт итеүсене борсоған мәсьәләнең айышына төшөнөргә һәм уны мотлаҡ хәл итергә ынтыла. Һәм хәл итә лә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 648 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Салауат Юлаев”: плей-офф бараБеҙ көндөҙ үк юлаевсылар көйәрмәндәре сайтында бергә йыйылырға һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Шунда бөтөнләй таныш түгел ағай, һеҙгә автобус бирәм, алып барыр, алып ҡайтыр, тигәйне. Һүҙендә торған, аренанан сығыуға «НефАЗ» автобусы көтөп тә тора! Бына ниндәй көс ул көйәрмәнлек! Башҡорт форумындағылар бер-беребеҙҙе табышабыҙ. Мин уларға автобус барлығын әйтәм, аэропортҡа барырға саҡырам. Йәл, иптәш ҡыҙҙың иртәгә имтихан бирәһе бар, егеттәр сәбәбен әйтмәй генә баш тарта.
Үҙем генә китәм. Үҙем түгел инде, ана, сайт аша таныш Настёна, тағы кемдер. Танышып, дуҫлашып алдыҡ. Төнгө 1-се яртыларҙа урында инек инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 792 тапҡыр // Тотош уҡырға
Руле төшмәй ҡулдарҙанҮткән быуаттың 60-сы йылдарында, егет ҡорона аяҡ баҫҡанда, Ринат киләсәк яҙмышын ниндәй һөнәр менән бәйләргә икән тип аптырап ҡалманы. Уның ҡарары ҡырҡа – шофер буласаҡ. Ә инде әйттеме, уйынан кире ҡайта торғандарҙан түгел егет. Атаһы һуғыш ветераны Имаметдин Фәхретдиновтың ишле ғаиләһендә шулай тәрбиәләнә ул. Атай ҡануны: “Вәғәҙә иткәнһең икән – үтә, маҡсат ҡуйғанһың икән – ынтыл, башлағанһың икән – аҙағына еткер”. Ринат та ошо принципты ҡанына һеңдерә, үҙенең артабанғы тормош девизы итә.
Ирмен тигән ир кеше һүҙен елгә осорорға тейеш түгел. Ошо хәҡиҡәткә бөгөнгәсә тоғро ул. Икеләнеп-микеләнеп, ни ҡылырға белмәгән бешмәгәндәрҙе йәне һөймәй уның. Һәр заманға хас донъяның имгәктәре, елғыуарҙары.
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәткә хеҙмәт итте“Мәндемгә еттемме, туҡтап ҡалам. Уның бер тигеҙ етеҙлек менән, бер үрәпсеп, шарлап, бер сөбөрләп кенә, нисектер, арығандай, йәйрәп ятыуына ҡарайым. Гүйә Мәндем таштан ташҡа һикерә-саба арығас, ярһыуын баҫа төшөп, тәрән уйланып, һалмаҡ ҡына бер көйгә елеп тына ла, тигеҙ ҡырсынға сығып, ял итергә ята. Ул юлға сыҡҡан кешене, юҡ, кеше ғүмерен хәтерләтә миңә. Ауыр ҙа, моңло ла, һағышлы ла, йырлы ла уның юлы...”
Талантлы әҙип һәм ғалим Әнүр Вахитовтың “Мәндем” тигән хикәйәһе ана шулай башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1078 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер һүрәткә бәйле оло тарихАуылым иҫкә төшөү менән бик күп матур хәтирәләр, балалыҡ йылдары, мәктәп осоро күҙ алдынан үтә. Һоҡланғыс тәбиғәте, йәй көнө тәгәрәшеп бешкән ер еләге, мөлдөрәшеп ултырған ҡып-ҡыҙыл бөрлөгәне тулы ҡырҙары, мул һыулы Йүрүҙән йылғаһы, уң яҡ ярҙары буйлап һуҙылған бүлкәс-бүлкәс тауҙар теҙмәһе, алыҫтан күгәреп күренгән Ҡаратау урмандары… Оноторлоҡмо ни?
Тәбиғәттең хәтергә уйылған был гүзәллеген һанап бөткөһөҙ. Ә барыһынан да бигерәк уның халҡы — белем донъяһына алып ингән уҡытыусылар, бергә уйнап үҫкән дуҫтар, барыбыҙға күҙ-ҡолаҡ инәй һәм апайҙар гел генә күңел түрендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 934 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ниәтебеҙ — халыҡ хәтерен дөрләтеү“Башҡортостан — әүлиәләр иле” исемле китап донъя күрҙе. Уны билдәле йәмәғәт эшмәкәре Салауат Килдин, журналист Сәлмән Ярмуллин менән Фәнирә Ғайсина төҙөгән. Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙынан ошо баҫма тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
— Китапты сығарыу ниәте нисек тыуҙы?
— Башҡортостаныбыҙҙа һәр башҡорт ауылы янында тиерлек әүлиәләр зыяраты бар, янында изге шишмәһе сылтырап ята. Тарихтан күренеүенсә, ислам динен тәриҡәттә тотҡан халыҡтың ғына суфыйҙары, әүлиәләре бар, һәм халҡыбыҙ уларҙы хәтерендә бик борондан ҡәҙерләп һаҡлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1372 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡыл етмәҫ ергә йәнем еттеҺиллек

Ҡояш алып китте яҡтылыҡты.
Бар өндәр ҙә миндә тын ҡалды.
Төнгө ҡараңғылыҡ ҡосағында
Донъя шауы, гүйә, онталды.

Бар тауыштар селпәрәмә килде.
Тып-тын ҡалды һауа төн оҙон.
Ком: 0 // Уҡынылар: 803 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына