
Иртәнсәк торғо килмәй, эштә көнө буйы йоҡо баҫа, хәл дә бик тиҙ бөтә. Йә теге урын ауыртҡан кеүек, йә быныһы. Кәйеф тә әллә ни шәптән түгел. Танышмы? Уф-ф-ф, тағы шул авитаминоз башланды, ахырыһы... Яҙ етә башлау менән бөтә сирҙәребеҙҙе һәм кәйеф юҡлығын авитаминозға япһарабыҙ ҙа ҡуябыҙ шул. Әммә, асыҡланыуынса, улар тулыһынса һаҡ түгел. Баҡтиһәң, авитаминоз тип кешенең туҡланыуында теге йәки был витаминдың тулыһынса булмаған осраҡта ғына барлыҡҡа килгән сирҙе атайҙар. Аллаға шөкөр, беҙҙең заманда был сир бик һирәк осрай. Витаминһыҙ оҙон ҡыш ваҡытында ла халыҡтың ҙур өлөшө емеш-еләк, йәшелсә йәки дарыухананан витаминдар һатып ала ала.