Науруз — дуҫлыҡ тантанаһыЙәйғорҙо күҙәтергә яратмаған кеше юҡтыр донъяла. Уның сағыу төҫтәре тирә-яҡты йәмләй, әҙәм балаһының күңелен иркәләй, илһамландыра. Ер йөҙөндәге барлыҡ милләттәр ҙә берҙәмлектә балҡып торған йәйғорҙо хәтерләтә. Улар дуҫ, татыу йәшәгәндә, бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын хөрмәт иткәндә, дуҫлыҡ көсө лә арта.
Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Науруз байрамы үтеүен баш ҡалабыҙҙа шул хозур йәйғорҙоң ҡалҡыуы менән сағыштырып булыр ине. Бында һәр халыҡ үҙенең ҡабатланмаҫ төҫөн күрһәтте, кинәнеп күңел асты. Байрам кәйефе барыһының да йөҙөнә сыҡҡайны:
— Науруз байрами кутлуг булсин! — тип сәләм бирә үзбәк егете.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1063 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаяларҙа үҫкән ҡарағайБЕЛЕШМӘ:
Динир Әсҡәт улы Әхмәтйәнов 1957 йылда Әбйәлил районында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер — аграр университет) тамамлап, ғалим-агроном һөнәренә эйә була, артабан Урал социаль идара итеү һәм политология институтында белем ала. Тыуған районында комсомол, совет һәм партия хужалыҡ мәктәбен үтә, төрлө вазифа башҡара. 1991 —1992 йылдарҙа — Әбйәлил районы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1992 — 1995 йылдарҙа “Красная Башкирия” совхозы директоры, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы етәксеһе урынбаҫары хеҙмәтен үтәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 999 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үрҙәр аша алға артылғанда...Тыуған яҡта

Ыласынташым, ғорур Мәхмүт тауым
Ҡаршы сыға ҡайтһам йыраҡтан,
Улар мине шулай яҡын күреп,
Сәләмләйҙәр ҡайнар йөрәктән!

Зәңгәр тауҙар зәңгәр күккә ашҡан,
Саф шишмәләр аға сылтырап,
Зәңгәр билбау булып еркәйемдә
Әй йылғаһы ята ялтырап!
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡанатлы шиғриәтМөнир Иҡсановтың “Менегеҙ ҡанатлы аттарға” йыйынтығына бер ҡараш

Хәҙер кемдеңдер китабына рецензия-фәлән яҙыу әллә ни көнүҙәк һәм талап ителгән шөғөл түгел һымаҡ. Беренсенән, ул бөгөн бик әҙҙәрҙе ҡыҙыҡһындыра торған жанр иҫәбендә. Икенсенән, тәнҡит мәҡәләләренең һәм һәр төрлө тәҡриздәрҙең әҙәби процесҡа йоғонто яһауы, теге йәки был әҙиптең ижадын объектив баһалауға нигеҙ булыуы бик икеле. Күренекле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Ағиҙел” журналында баҫылған бер әңгәмәһендә әйтелгәнсә, “беҙҙең әҙәбиәттә хәҙер премиялар, баһалар – бер яҡта, әҙәби процесс икенсе яҡта бара”. Уларҙың икеһе араһында иһә — тәрән упҡын.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1162 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һис тынмаҫ ҡумыҙ сыңы!Ҡумыҙ сыңын яратҡан, халыҡ музыка ҡоралдарының был төрөн ихтирам иткән һәм баһалаған кешеләрҙе, шулай уҡ өзләү оҫталарын хозур тәбиғәтле Мәсетле ере йәнә йыйҙы.
Донъя кимәлендә билдәлелек яулаған музыканттарҙың тыуған ере ҡунаҡтарҙы дүртенсе тапҡыр үҙендә ҡабул итте. Конкурстың абруйы һәм унда ҡатнашыусыларҙың географияһы йылдан-йыл үҫә һәм киңәйә. Быйылғы ҙур ҡунаҡтарҙың береһе — Япония музыканты, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Халыҡ-ара ҡумыҙсылар ассоциацияһының генераль секретары Лео Тадагава. Шулай уҡ байрамға республиканың 17 районынан һәм биш ҡалаһынан, Мәскәүҙән, Силәбенән, Алтай һәм Саха (Яҡут) республикаларынан конкурсанттар килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1299 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй тарихында үҙенә ҡарата төрлө фекер тыуҙырған, ҙур бейеклектәргә үрләгәндән һуң “тәгәрәп төшкән” олигарх Борис Березовский Лондондағы Беркшир графлығында үҙ йортонда вафат булды. Был хәбәр йәшен тиҙлегендә донъя буйлап таралды, билдәле матбуғат сараларының тәүге биттәрендә нәшер ителде. Фараздарға ҡарағанда, һуңғы осорҙа финанс хәле үтә ҡаҡшаған олигархтың йөрәге туҡтауы ла ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр ул үҙ-үҙенә ҡул һалғандыр тип тә уйлай. Тик, тикшереү тамамланмайынса, аныҡ ҡына бер нисек тә әйтеп булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 718 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Республика балалар клиник дауаханаһында ятҡан 7 йәшлек Рауил Ҡотләхмәтов менән осрашып, уның хәле менән ҡыҙыҡһынды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 18 мартта Өфө районының Булгаков ҡасабаһында юғалған малайҙы полицейскийҙар, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, урындағы халыҡ көнө-төнө эҙләне. Рауилды юл хеҙмәткәрҙәре 3 метр тәрәнлектәге коммуникация ҡоҙоғонан табып алған. Малай өс тәүлек ашамаған, эсмәгән. Уны шунда уҡ дауаханаға оҙатҡандар. Әле ул реанимацияла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, Илдар Бикбаев Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Бикбаев Илдар Зинур улы 1959 йылда Иглин районының Урман ҡасабаһында тыуған. Ленин орденлы Үҙәк дәүләт физик культура институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда Өфөнөң һығылмалы валдар заводында башлай. Төрлө йылдарҙа Мәскәү медицина стоматология институтында, Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 625 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әле тармаҡта меңдәрсә кеше мәшғүл, улар ауыр шарттарға түҙергә, күп һанлы проблемаларҙы аҡсаһыҙ, ҡайһы саҡта дәүләт тарафынан да яҡлау тоймай хәл итергә мәжбүр. Ә беҙ күп осраҡта коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙе тиргәргә, уларҙың эшенән етешһеҙлек эҙләргә күнеккәнбеҙ.
Бөгөн республика буйынса дөйөм торлаҡ майҙаны 90 миллион квадрат метр тәшкил итә, был – Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡ бер миллион квадрат метрҙы үтеп киткән.
– Тармаҡтың төп бурысы – күп ҡатлы йорттарға һөҙөмтәле идара итеүҙе ойоштороу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 687 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Белорет районында һәм ҡалаһында булды.
Тимер юлсылар ауылында республика етәксеһе “Башлеспром” компанияһының ағас эшкәртеү комплексын, атап әйткәндә, таҡта ярыу буйынса автоматлаштырылған линияһын ҡарап сыҡты. Әле бында сит илдә етештерелгән яңы пилораманы көйләү бара. Тәүге сиратын төҙөүгә предприятие 480 миллион һум аҡса тотонған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына