Ҡоҙа-ҡоҙағыйлы кеше харап шәп йәшәй икән ул. Халыҡса әйткәнсә, донъяһын теттереп, зыҡ ҡубып. Бөтә ерҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алалар, ҡунаҡ итәләр. Әгәр берәй тар күңеллеһе теш ҡайрай башлаһа, сеймә-сей килеп яҡлашалар, даулашалар. Ҡыҫҡаһы, мирауай ҡоҙа-ҡоҙағыйың булһа, һыуҙа ла батмайһың, утта ла янмайһың.
Урман-тау ҡосағындағы Белоретта бының буш һүҙ булмауына йәнә бер инандым.
Магазинда ла, туҡталыштарҙа ла гел бер үк һүҙҙе ишетергә тура килде.
– Ҡара, һаман да урынында ултырыуына иҫем китә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1087 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Яҡшыраҡ булһын, тигәйнек, тағы насар килеп сыҡты". Шулай тип тел шартлатырға ҡала беҙҙең пенсия реформаһы тирәләй барған үҙгәрештәргә, тәжрибәләргә ҡарап. Ана бит, үҙ эшен асып, баҙар шарттарында көсөн һынап ҡараған, эшҡыуарлыҡ "әлиф"ен үҙләштерә генә башлағандарҙың башына һеңгәҙәтә һуҡты Пенсия фондына иғәнәнең артыуы. Шулай булмай ни, былтыр ғына уның күләме 17 мең тирәһе булһа, быйыл шәхси эшҡыуар 35 меңен сығарып һалырға тейеш.
Шауҡымы оҙаҡ көттөрмәне — ике ай эсендә барлыҡ Рәсәй буйынса 208 мең (әле 300 мең) шәхси эшҡыуар эшен туҡтатыу тураһында белдереп, ғариза яҙҙы. Әлбиттә, улар араһында төрлөһө бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милкегеҙҙе дөрөҫ һатығыҙ

— Атайымдың ер участкаһы бар ине, уны ағайым менән икебеҙгә мираҫ итеп ҡалдырҙы. Уға икебеҙҙең дә хоҡуҡтарыбыҙ тиң. Әле ағайым сит төбәккә күсеп китергә һәм үҙенең өлөшөн һатырға уйлай. Уның бындай хоҡуғы бармы? Әгәр бар икән, мин уға нисек ҡаршы тора алам? Бер ер участкаһын сит кешеләр менән уртаҡлашҡы килмәй...
Ком: 0 // Уҡынылар: 821 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 апрелдән гәзит-журналдарға яҙылыу башлана
Ҡәҙерле дуҫтар!
Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының тағы бер миҙгеле етте — 1 апрелдән 2013 йылдың икенсе яртыһын хәстәрләү башлана. Уҡыусыларыбыҙҙың, дуҫтарыбыҙҙың беҙгә ҡарата тоғролоғон һынар, ихтирамын билдәләр бер мәл дә ул. Ә редакция хеҙмәткәрҙәре өсөн, һәр ваҡыттағыса, көсөргәнешле һәм яуаплы осор.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: милләттәштәребеҙҙе туплаған, халыҡтың рухын байытыуҙы төп маҡсаты иткән "Башҡортостан" гәзитен таратыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырлашҡандан-ауырлаша. Сәбәптәре күп, әлбиттә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән быуаттың 90-сы йылдары. Быға тиклем бөтөнләй ят һаналған кәсеп менән тамаҡ туйҙыра башланы ҡайһы бер «башы шәп эшләгән»дәр. Кемдер сепрәк ташып һатты, берәүҙәр шәхси кафе булдырҙы, бәғзеләр хатта завод-фабрикаларҙы «йотоп» ебәрҙе.
…Шулай килеп ингәйне Рәсәйгә эшҡыуарлыҡ. Ә хәҙерге көндә хәлдәре нисек һуң уларҙың? Алдан әйтеп ҡуяйым, һорауға яуап эҙләгәндә, ҡәләм осонан ҡитғалар кимәлендә эш иткән монополистар төшөп ҡалды. Ришүәт һәм «ҡыйыҡ»тар менән бүлешеү хаҡында ла һүҙ ҡуйыртып тормайым. Маҡсатым — башҡа.
Әле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр артты, тип дәртләндерә киң мәғлүмәт саралары.
Ком: 0 // Уҡынылар: 857 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡаланың Ленин урамында йөрөп ятам. Тарихи биналар, уларға эленгән иҫтәлекле таҡтаташтар, Өфөнөң элекке йөҙөн һынландырған фотоһүрәттәр уйҙарҙы уҙған быуаттар төпкөлөнә алып китә...
Әммә күңелде үткәндәрҙең йылыһы сорнап алған мәлем бик тиҙ өҙөлдө. Күҙ алдымдан ҡупшы хәрефтәр менән яҙылған алтаҡталар үтә башланы: "Макдоналдс", "Оstin", "Mango", "Kenvelo", "Savage", "Bella Italia", "Efes grill house", "Musicus bar", "Иль де Ботэ", "Эврен", "Нью-Йорт — стейк хаус", "Л`этуаль"... Уларҙың араһында ябай ғына "Ашхана" тигән һүҙ күҙгә салынып ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 733 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Телгенәм-бергенәм” махсус битенең быйылғы 21 февраль һанындағы “Фотоғәйепләү” рубрикаһында донъя күргән хаталы яҙмаларға “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу буйынса Өфө ҡалаһы комиссияһынан яуап бирҙеләр:
“Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында, ысынлап та, “Центральный” тигән яҙма ғына тора. Әммә уның башҡортсаһын ҡуя алмайбыҙ, сөнки “Центральный” тауар билдәһе алған, уны үҙгәртергә ярамай. Быны эшләргә бик теләгән хәлдә лә, көсөбөҙҙән килмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 723 тапҡыр // Тотош уҡырға
Совет осоронда мин, тарих фәндәре кандидаты булараҡ, тотош республиканы, лекциялар уҡып, айҡап сыҡтым. Төпкөл ауылдарға, фермаларға, бригадаларға "УАЗ"-икта, ҡайһы саҡта ат егеп йә трактор санаһында бара торғайным. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр тураһындағы лекцияларымды тыңларға халыҡ эркелеп килә ине. Ә бөгөнгө ғалимдар ошо йәһәттән эш күрһәтәме?
Элекке алымды яңыртыуҙы юллау өсөн "Белем" йәмғиәтен эҙләп киттем. Заманында ул Коммунистик урамындағы ике ҡатлы күркәм йортто биләй ине.
Ком: 2 // Уҡынылар: 846 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миңһылыу УСМАНОВА, филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры
Был һүҙҙәрҙе ниңә яратмайҙар икән?
Һуңғы осорҙа ҡәләм һәм һүҙ оҫталарының ҙур тырышлығы менән башҡорт теленең төп һүҙ байлығы һаналған һәм иркен ҡулланылған мәктәп, матур, һәйбәт, ир, ҡатын, ауырыу, ауырыуҙар, һау, һаулыҡ, тормош, көн(ө) буйы, яҡ, китеү, өсөн; иң тәүҙә (иң башта, иң беренсе), алыҫ, ашау, арҡаһында, асыҡ, көн буйы һәм башҡа һүҙҙәр телдән төшөп ҡалып бара тиһәк, бер ҙә яңылыш булмаҫ, сөнки уларҙың урынын белем усағы, күркәм, сифатлы, иптәш, гүзәл зат, сир,
Ком: 1 // Уҡынылар: 1144 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Бисмилләһир-рахманир-рахим.
Пәйғәмбәребеҙ мөбәрәк бер хәҙисендә: “Мосолмандарҙың сифаты шул — һөйләһә, матур итеп һөйләр, әгәр кемдер һөйләй икән, матур итеп тыңлай белер”, — тигән. “Ҡөрьән”дә лә был йәһәттән аяттар бар. Ошоларҙы алып ҡарағанда ла һүҙҙең ниндәй ҙур көскә эйәлегенә инанабыҙ.
Һүҙ — Аллаһ Тәғәләнән бирелгән ғәжәйеп ҡорал. “Телдәрегеҙҙең һәм тәндәрегеҙҙең төҫө төрлө булыуы — Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил”, — тип әйтелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 44 Алға
Бит башына