Танауҙы ҡытыҡлаған икмәк еҫе үҙенән-үҙе магазинға әйҙәй. Биналағы "Йылы икмәк" тигән яҙыуҙы күрмәһәң дә, был ризыҡтың тап ошонда әҙерләнеүенә инанаһың. "Көн һайын 1800 дана икмәк-булка бешерелеп, һатыуға сығарыла. Шуның 1600-ө — түңәрәк икмәк, ҡалғаны I сортлы бойҙай һәм арыш ононан әҙерләнә", — тип таныштырҙы үҙҙәре етештергән продукция менән магазин директоры Фәрит Яуышев.
"Йылы икмәк" тип аталғас, халыҡтың ышанысын аҡлау мотлаҡ, шуға күрә тиҙ арала һатып бөтөрлөк күләмдә генә бешерелә. Хәйер, был ризыҡҡа ихтыяж ҙур. Район үҙәгендә йәшәүселәрҙе лә, ауыл халҡын да тәьмин итәләр. Ул ғына ла түгел, икмәкте хатта күстәнәс итеп сит илдәргә алып китәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 642 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика балалар клиник дауаханаһының яңы сафҡа ингән диагностика үҙәгендә булды. Йыл ярымда төҙөлгән, майҙаны 7,5 мең квадрат метр тәшкил иткән үҙәк заман талаптарына яуап бирә, сменаһына 1200 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.
Дауаханала йыл һайын республиканың төрлө төбәктәренән килгән 20 меңдән ашыу бала стационар дауаланыу үтә, алты меңдән ашыу операция яһала, 1500-ҙән ашыу бәләкәй пациентҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә, поликлиникала 25 меңдән ашыу кеше белгестәр консультацияһын ала.
Дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшин әйтеүенсә, яңы үҙәк ҙур мөмкинлектәр аса.
Ком: 0 // Уҡынылар: 824 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә "Смарт-төбәк: электрон белем биреү мөмкинлектәре" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын асыу тантанаһында ҡатнашты.
– "Аҡыллы йәмғиәт", "аҡыллы төбәк" – беҙҙең өсөн ҡәҙимге төшөнсәләр түгел кеүек, шуға күрә ошо турала асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ваҡыт. Әлеге мәлдә кешелек иҫ киткес ҙур белем туплай, ҡайһы саҡта йылына ул тиҫтәләрсә тапҡырға үҫә. Былтыр эш сәфәре барышында Корея һоҡландырҙы: тәбиғи сеймал сығанаҡтары булмаһа ла, был ил фәндә, мәғарифта, йәмәғәтселек үҫешендә ҙур уңышҡа өлгәшә алған, – тине Президент.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесе Игорь Ананских, Дәүләт Думаһы депутаттары Николай Валуев һәм Рима Баталова менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда балалар-үҫмерҙәр спортын, профессиональ спортты, Олимпия һәм Паралимпия хәрәкәттәрен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 445 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәмғиәттә өлкәндәрҙең урыны ҡайҙа? Пенсионерҙар ни өсөн үҙҙәрен элеккесә кәрәкле, ил өсөн файҙалы граждандар итеп тоймай? Ғүмер буйы хеҙмәттә ҡайнап йәшәгән әҙәм балаһы өсөн яңғыҙлыҡтан, үҙеңдең бер кемгә лә кәрәкмәгәнеңде тойоуҙан, йәшәргә дәрт ҡалмауҙан да яманыраҡ нәмә юҡтыр. Кем-кем, ә ҡартлыҡ — һәр кемгә лә һуңламай килеүсе ҡунаҡ. Ҡолас йәйеп ҡаршыламаһаң да, күр ҙә тор, “һә” тигәнсе таяғын, төрлө сирҙәрен һәм проблемаларын эйәртеп килеп етәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡтың килеме менән сығымы араһындағы айырма аптырата
Социологтар Рәсәй халҡының сығымы килеменә ҡарағанда тиҙерәк артыуын асыҡлаған. Бының төп сәбәбе нимәлә: халҡыбыҙҙың күберәк аҡса сарыф итеүеме, әллә банктан алынған кредитҡа йәшәп өйрәнеү һөҙөмтәһеме?
Һуңғы ваҡытта беҙҙең йәшәү кимәле саҡ ҡына булһа ла яҡшырғанмы? "Ромир" тикшеренеү үҙәге белгестәре яңыраҡ ошо һорауға яуап эҙләргә булған һәм һатып алыусыларҙың магазинда ниндәй күләмдә аҡса ҡалдырыуын иҫәпләргә керешкән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донорҙарға — заманса шарттар
Ҡалала Республика ҡан тапшырыу станцияһының филиалын асыу тантанаһы булды. Станция матди-техник йәһәттән тулыһынса тәьмин ителгән. Федераль маҡсатлы программа буйынса йәмғеһе 24 миллион һумға төрлө ҡорамал һатып алынған, бинаны төҙөкләндереүгә республика бюджетынан 4 миллион һум аҡса бүленгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1193 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 Алға
Бит башына