Мәшәҡәтле, ваҡыт һәм оҫталыҡ талап иткән һөнәр ул. Шул уҡ ваҡытта тауары үтемле. Мирза Муллағолов үҙенең "Башҡорттарҙа урман кәсебе" ("Китап", Өфө, 2000) тигән хеҙмәтендә, быға ентекле туҡталып, түбәндәгесә яҙа: "Арба-кырандас яһау кәсебенән айырмалы, сана етештереү бөтә Башҡортостанда таралған. Барыһынан да күберәк был эш менән Стәрлетамаҡ һәм Бөрө өйәҙҙәре башҡорттары шөғөлләнә. Мәҫәлән, статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1900 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙендәге 58 башҡорт ауылының 40-ында халыҡтың төп эше сана яһау була".
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ләмәҙтамаҡ ауылының мәҙәниәт йортондағы китапханаға 25 йыл инде Илгизә Лоҡманова етәкселек итә. Унан башҡа бер генә сара ла уҙмай тиерлек ауылда. "Һәр яҡлап та оҫта", — тиҙәр Илгизә Риф ҡыҙы хаҡында. Ысынлап та, нимәгә тотонһа ла, матур итеп эшләп ҡуя. Тегә лә ул, бәйләй ҙә, һүрәт тә төшөрә.
Китапханала үҙеңде әкиәт донъяһына килеп ингәндәй хис итәһең. Уны үҙ ҡулы менән биҙәгән. Ысынлап та, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренән тыш, Илгизә Риф ҡыҙы күңеленә ятҡан ҡул эше менән шөғөлләнә: туҙҙан эшләнгән матур-матур ҡумталар, гөл һауыттары һәм башҡа әйберҙәр биҙәй уның коллекцияһын. Улар араһында самауыр, сәйнүк һәм сынаяҡтар айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсүлевтәр заты, борон-борондан өҙөлмәй килеп, тамырҙары тау-таш араһында мәңгегә нығынып ҡалған мөһабәт ағасты хәтерләтә. Беҙ иһә һүҙҙе Хәбибулланан һәм уның атаһы Рәсүлдән генә алып китәйек.
Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында Өфөлә мөфтөй булып торған Ғабдрахман Рәсүлев яҙып ҡалдырған һүҙҙәр бар. Уның буйынса, фамилияны башлап ебәреүсе — Учалы районының Шәрип ауылы кешеһе Рәсүл. Ул Благовар районының Балышлы ауылы мәҙрәсәһендә уҡыған. Мөхәммәт Килдебәков тигән хәҙрәттең ҡыҙына өйләнгәс, тыуған ауылына ҡайта, шунда уларҙың Хәбибуллаһы тыуа. Хәбибулла Шәриптә һәүетемсә генә йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1031 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихты беләбеҙ тиһәк тә, унда әле беҙ ишетмәгән күпме ҡыҙыҡлы ваҡиға, серле, ғәжәйеп хәлдәр, үҙенсәлекле кешеләр бар! “Рәсәй — Башҡортостан” телеканалы халыҡты “Ваҡыт машинаһы”нда үткән йылдарға алып ҡайтып, ошо йәһәттән яңы асыштары менән таныштыра.
Үҙенсәлекле проект “Рәсәй — ваҡыт буйлап сәйәхәт” тип атала. Унда төрлө осорҙа илдең үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте, шәхси тормошо, күңел кисерештәре менән танышасаҡбыҙ. Әйтәйек, телекомпанияның “Ваҡыт машинаһы” беҙҙе тәүге совет телесериалы булған “Мәңгелек саҡырыу” төшөрөлгән ергә, Мәскәүҙең метрополитен туннеленә (уны төҙөүҙә Башҡортостандың Ҡалтасы районы кешеләре күпләп ҡатнашҡан тигән мәғлүмәт бар) сәйәхәткә алып барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 508 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҙған аҙнала Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпиндың Мәскәүгә эш сәфәре, Кипр тирәһендәге хәл-ваҡиғалар иғтибар үҙәгендә булды.
Йомшаҡ һөйләп, ҡатыға ултыртмаһа ярай ҙа
Яңыраҡ ҡына ил башлығы вазифаһында рәсми рәүештә эш башлаған Си Цзиньпиндың Рәсәйгә килерен алдан уҡ көткәйнеләр. Был ваҡиғаға ике яҡтан да ҙур әһәмиәт бирелә. Ни өсөн тигәндә, ике дәүләт араһындағы бәйләнештәр күптән яйға һалынған. Си Цзиньпин Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуында хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетте үҙеңдән эҙләҺәр кеше үҙ ғүмерендә тормош асылына төшөнөргә, иңенә ниндәй бурыс һалынғанын аңлап, шуны тулы кимәлдә үтәргә тейеш. Был йәһәттән ҡатын-ҡыҙ бигерәк тә талапсан: нисек кенә ауыр булмаһын, маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ынтыла. Һүҙем — һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған илаһи заттарҙың береһе Зилә Аксенова тураһында.
— Учалы районының күркәм тәбиғәтле Рысай тигән ауылында тыуып үҫкәнмен. Йылға буйҙарын, Арҡылы, Ирәмәл тауҙарын, Ҡалҡан күлен, туғандарымды, күршеләремде әле булһа һағынып, ашҡынып ҡайтам. Атайым ғүмер буйы мәктәптә география, биология фәндәренән уҡытты. Әсәйем Рысай урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡарҙы. Икеһе лә хөрмәтле кешеләр булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 781 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн иртәнге сәғәт 10-дан 11-се яртыға тиклем граждандар оборонаһы буйынса тәү сираттағы сараларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән Башҡортостан халҡына үҙәкләштерелгән белдереүҙең төбәк системаһын тикшереү үткәрелә.
Электр сиреналары эшләһә, “Иғтибар! Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм ҡунаҡтар! Белдереү системаһын техник тикшереү уҙғарыла! Тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауығыҙҙы һорайбыҙ!” тигән иҫкәртеү сигналы яһалһа, борсолмағыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 610 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында һөнәри байрамдары айҡанлы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы булды. Хөкүмәт наградаларын Премьер-министр урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.
— Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө — ул дәүләт байрамы, — тине вице-премьер, Башҡортостан Президентының ҡотлауын уҡып. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә беҙ рухи көс биргән кешеләрҙе тейешенсә баһаларға өйрәнмәгәнбеҙ. Шулай ҙа республикала, Рәсәйҙә ошо төшөнсәне аңлауға табан барабыҙ. Был залда йыйылғандарҙың барыһы ла ысын мәғәнәһендә легендар шәхестәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөләге Конгресс-холда “Гражданлыҡ ҡануниәтен яңыртыу һәм уны ҡулланыу практикаһы” тигән ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо.
Сара күңелле генә ваҡиғанан башланды — “Йөрәккә яҡын” социаль фотоһүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан менән Татарстандан 25 фоторәссам ҡатнашҡан. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Президенты советнигы Андрей Назаров менән Башҡортостанда Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова тәбрикләне.
Конференцияла Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, башҡарма власть органдары вәкилдәре һәм юристар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тиҙҙән баҡса мәшәҡәттәре башлана, тимәк, йәмәғәт транспортында социаль юл йөрөү билеттары әүҙем файҙаланыласаҡ. Шуға күрә Башҡортостандың социаль картаһын алыу зарурлығы хаҡында иҫкәртәбеҙ һәм йәшәгән урынығыҙ буйынса халыҡты социаль яҡлау бүлексәләренә алдан уҡ ғариза тапшырырға кәңәш итәбеҙ.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8-800-100-81-80 телефоны аша бушлай йәки “Башҡортостандың социаль карталары регистры” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең www.brsc.ru сайтынан алырға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 497 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 44 Алға
Бит башына