Тәбиғәт күренештәре менән кешелек идара итә алмай, шуға ҡыйынлыҡтарға алданыраҡ һәм ныҡлы әҙерләнергә генә ҡала. Нефтекамала яҙғы ташҡынға нәҡ ошондай ҡараш өҫтөнлөк итә. Ҡала хакимиәте башлығы ҡарары нигеҙендә ойошторолған саралар теҙмәһе быйыл март башында уҡ раҫланды.
Тәү сиратта бар төр хужалыҡ объекттарын яҙғы ташҡынды үткәреүгә ваҡытында һәм сифатлы итеп әҙерләү, ошо осорҙа халыҡтың хәүефһеҙлеген, инженер коммуникацияларының тотороҡло эшен тәьмин итеү маҡсатында, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе алдан иҫкәртеү, була ҡалһа, авария эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөү өсөн ҡала округының хакимиәт башлығы урынбаҫары етәкләгән яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссияһы ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 885 тапҡыр // Тотош уҡырға
Марттан башлап республика халҡы “Асыҡ Республика” проекты (www.openrepublic.ru) сайты аша республиканың дәүләт власы органдарына ғына түгел, федераль власть органдары вәкиллектәренә лә мөрәжәғәттәрен ебәрә ала. Күсемһеҙ мөлкәткә бәйле төрлө ғәмәлдәрҙе рәсмиләштереү ошо органдарҙың вәкәләттәренә инә.
“Электрон ҡабул итеү” (www.letters.openrepublic.ru) сайтының уңайлылығын күптәр ыңғай баһаланы. Власть органдарына мөрәжәғәт итеү өсөн сиратта тороуҙың, кабинеттар буйлап йөрөүҙең кәрәге юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 673 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны кәмей. Пенсия фондына страховка түләүҙәре күләме артҡас, күптәр оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән предприятиеһын ябып, баҙарҙағы сауҙа урынын бикләп, документтарын тапшырырға мәжбүр булды. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, ведомствоға Яңы йылдан һуң 8,3 мең кеше эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ғариза ҡалдырған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 592 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда “Театр яҙы” фестивале үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл 4 апрелдән алып 10-ына тиклем Өфөлә үтәсәк фестивалдә республикабыҙҙың 11 театры үҙ репертуарындағы иң яҡшы 13 спектакль менән ҡатнашасаҡ.
Уларҙың эшен тамашасылар ғына түгел, Мәскәүҙән саҡырылған театр белгестәре лә баһалаясаҡ. Атап әйткәндә, “Страстной бульвар” һәм “Иные берега” журналдарының баш мөхәррире Наталья Старосельскаяның, “Культура” гәзитенең хәбәрсеһе Ирина Алпатованың килеүе көтөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 873 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдә торлаҡ мәсьәләһен етди рәүештә хәл итергә булдылар, ахырыһы. Бының күптәр өсөн иң мөһим проблеманың береһе булыуын иҫәпкә алһаҡ — бындай ҡараш тәбиғи. Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе лә ошо хаҡта һөйләй. Кисә Конгресс-холда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашлығында “Рәсәй Федерацияһының торлаҡ ҡануниәтендә яңылыҡтар. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк системаларын булдырыу һәм 2013–2015 йылдарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам итеү фонды эшмәкәрлеге” тигән тема буйынса ойошторолдо ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо уҡ көндө Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов менән осрашты.
Осрашыуҙа Башҡорт дәүләт университетын, Өфө авиация һәм нефть университеттарын, республикалағы башҡа юғары уҡыу йорттарын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә милли тикшеренеү университеты ойошторорға тәҡдим итте. Дмитрий Ливанов әйтеүенсә, министрлыҡ был тәҡдимде бөтә яҡлап тикшерәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 860 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 25 мартта Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской менән Өфөлә Дуҫлыҡ монументынан алып тимер юл күперенә тиклем Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу, “Башҡорт Уралы” биосфера резерватын үҫтереү, шулай уҡ “Росгидромет”тың Башҡортостандағы подразделениеһын яңыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
2013 йыл, 22 март Өфө № 20/1 – 5
Округ һайлау комиссияларының Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса вәкәләттәрен территориаль һайлау комиссияларына йөкмәтеү тураһында
“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Генераль прокуратура мәрхүм Борис Березовскийҙың мөлкәтен Рәсәйгә ҡайтарыу өсөн ныҡыша. Генпрокурорҙың ярҙамсыһы Александр Звягинцев әйтеүенсә, ҡайһы бер осраҡта Енәйәт кодексы ғәйепләнеүсе үлгәс тә уның милкен конфискациялауҙы талап итә.

***
Рәсәйҙең мәғариф министры Дмитрий Ливанов юғары уҡыу йорттары ректорҙарына үҙҙәренең килеме хаҡында мәғлүмәт бирергә ҡушҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 710 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һалымдар яурынды баҫа...
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә күсемһеҙ милеккә объекттың кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнеүсе һалым индерелә.
Яңылыҡтың тәүҙәрәк бөтә илдә түгел, ә алдынғы төбәктәрҙә һәм муниципалитеттарҙа юл ярыуы мөмкин. Ҡалғандарға әҙерлек өсөн ваҡыт бирелә. Һалымдың урындағы ҡаҙнаны байытыуын иҫәпкә алһаҡ, власть әһелдәренең эште йәһәтләргә тырышыуы ғәжәп тойолмаҫ, сөнки аҡса бөгөн һәр кемгә кәрәк.
Фатир хужаларына яңылыҡ шатлыҡ килтермәҫ, әлбиттә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 750 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 44 Алға
Бит башына