Иртәнге йылмайыуБыл донъяла ризалыҡта йәшәү өсөн әҙәм балаһына далан кәрәк. Шунһыҙ йәнтәслим тырышыуҙарың да, әсәйең-атайың һинең тәбиғәтеңә һалған һәләттәр ҙә, саңға сәселгән орлоҡ һымаҡ, ҡыяҡ та ебәрә алмай, ем булып та өлгөрмәй.
Һәр яҙ донъя яңырып ҡына ҡалһа, уны тәбиғәттең ғәҙәттәге күренеше тормоштоң бүтәнсәрәк сифатта дауам ителеше, тип баһаларға мөмкин булыр ине. Ләкин миҙгелдәр менән бергә ер менән күк тә, һауа менән һыу ҙа алмашынған һымаҡ. Бары ҡояштың ғына йонсоу көндәрҙә һөмһөрө ҡойолғанын күреп эс бошһа, аяҙ иртәләрҙә уның ысыҡта йыуынған йөҙ менән балҡыуына ҡыуанабыҙ. Иртәнге йылмайыу ғүмерҙең бер мәле генә шул!
Тағы ла май. Ниңә һуң йәнә, май, тибеҙ ҙә “аһ!” итәбеҙ? Бер уйлаһаң, һәр айҙың үҙ йөҙө, үҙ урыны, үҙ ҡәҙере.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1004 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙе киҫһәң, икене ултырт...Урман — беҙҙең төп байлыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй ошо хазинаның ҡәҙерен белмәй. Тармаҡ элек тә был йәһәттән сеймал сығанағы булып торҙо, әле лә хәл шәптән түгел: Алыҫ Көнсығыш яҡлап ағас төрлө юлдар аша Ҡытай яғына ағылһа, көнбайыш төбәктәрҙән ҡапҡалар Европаға асыҡ. Һуңғы йылдарҙа төрлө закондар, эшкәртеү сәнәғәте өсөн ойошмаларға, шәхси эшҡыуарҙарға ҡуртымға алыу мөмкинлеге биргән ҡарарҙар ҡабул ителә башланы. Быларҙың барыһы ла Рәсәйҙе сеймал сығанағынан етештереү продукцияһы сығарыусы илдәр рәтенә баҫтырыуҙа ҙур роль уйнай.
Башҡортостанда ла был йәһәттән аныҡ аҙымдар яһалды. Уңышлы эшләп килгән ойошмалар ҙа етерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайҙа тормош яҡшыраҡ?Рәсәй пенсионерҙары сит илде һайлай
Өлкәнәйгән һайын аҡса эшләү мөмкинлеге кәмей. Шуға күрә бөтә донъяла ололарҙың йомшағыраҡ тәбиғәтле, көнкүреш шарттары, медицина хеҙмәтләндереүе яҡшыраҡ булған илдәргә күсеп китеү күренеше күҙәтелә.
Торғаны ожмах!
Мәҫәлән, Германия, Финляндия пенсионерҙары ҡартлыҡты Италияла үткәреүҙе хуп күрә, американдар экватор буйы илдәрен һайлай. Хатта донъяла иң яҡшы тәьмин ителгән инглиздәр ҡартлыҡтарын Кипрҙа үткәрергә ынтыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 994 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң йәмһеҙ автомобильАмерикала иң йәмһеҙ автомобилдәр асыҡланған. Был исемлеккә байтаҡ ҡына машина ингән, араларында хаҡы миллиондарса һум менән иҫәпләнгәндәре лә етерлек.
Беренсе урынды яңыраҡ ҡына Женевалағы автосалонда күрһәтелгән Lamborgini Veneno суперкары "яулаған". Ни бары өс бөртөк кенә булыуына ҡарамаҫтан, журналистар был машинаны Италияла фашизмдан ҡала иң ҡурҡыныс күренеш тип атауҙан тартынмаған. Иң йәмһеҙҙәр араһында шулай уҡ "ҡалын кеҫәлеләр" үҙ итеп өлгөргән BMW X6, Toyota Prius, Porshe Panamera, Nissan Juke ла бар. Тик бына ниңәлер беҙҙекеләр генә юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1041 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙ саҡрымға – ни бары 0,06 литр!Канадала яғыулыҡты үтә лә аҙ сарыф итеүсе автомобиль уйлап табылған. Уны кемдәр уйлап сығарған тиһегеҙме? Баҡтиһәң, ябай студенттар икән! Был мөғжизә АҠШ-тың Хьюстон ҡалаһында үткән конкурста күрһәтелгән. Ул йөҙ саҡрымға ни бары 0,065 литр бензин "ашай" икән.
Шуныһы – был машина тик бер урынлы ғына. Ҡеүәте лә әллә ни ҙур түгел: 3,5 ат көсө тәшкил иткән үлән ҡырҡыуыстың двигателенән хәрәкәткә килә. Конкурс шарттары буйынса автомобилдәргә яҡынса сәғәтенә 34 саҡрым тиҙлек менән 9 километрҙан ашыу араны үтергә кәрәк булған. Һуңынан хөкөмсөләр сарыф ителгән яғыулыҡ күләмен иҫәпләп сығарған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1006 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөнәрең заманға тура киләме?Хәҙерге заманда иң мөһим нәмә – эш урыны. Ғаилә ҡороу, торлаҡлы булыу проблемалары иһә, моғайын, унан ҡайтышыраҡтыр, сөнки балалар үҫтереү һәм фатир һатып алыу өсөн дә аҡса кәрәк бит. Был йәһәттән хатта изгеләрҙән-изге һаналған һаулыҡ төшөнсәһе лә артҡараҡ сигенә кеүек – эш хаҡың юҡ икән, дауалана ла алмайһың... Әммә эшле булыр өсөн бөгөнгө хеҙмәт баҙары талап иткән һөнәри оҫталығың булыуы мотлаҡ. Тик ундай һөнәрҙе нисек һайларға ла мәрхәмәтһеҙ баҙар мөхитендә нисек ҡуллана белергә икән...
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты үткәргән сара шул турала уйланырға мәжбүр итте. Уны йәштәрҙең “Минең профессиональ киләсәгем” тип аталған кадрҙар форумы сиктәрендә ойошторҙолар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1123 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 Май — элек-электән күптәрҙең көтөп алған байрамы. Хәҙер кемдер уны тәбиғәткә сығып ял итеү маҡсатында ғына файҙалана, кемдәрҙер баҡсаларында яҙғы эштәрен башлай, ә бәғзеләр өсөн майҙың тәүге көндәре — буш ваҡытын ғаиләһе менән бергә үткәреү мөмкинлеге генә. Элегерәк 1 Майҙы бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул итәләр ине. Ә һеҙ был көндө нисек үткәрәһегеҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 970 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел Мәсәғүт ауылының мәҙәниәт йортонда Стәрлетамаҡ филармонияһынан бейеү ансамбле артистары концерт ҡуйҙы. Һәр береһе юғары кимәлдә сығыш яһаны, тамашасылар бик йылы ҡабул итте һәм көслө алҡыштар менән оҙатты. Бер һүҙ менән әйткәндә — афарин! Әммә ҡулға ҡәләм алырға башҡа мәсьәлә мәжбүр итте.
Өфөнән йәки башҡа төбәктән килгән артистарҙың сығышын һәр саҡ яратып ҡарайым. Шулай ҙа әлеге концерттан һуң кәйефем төшөп ҡайтты. Ни өсөнмө? Беренсенән, тамаша бөткәндән һуң артҡа боролоп ҡараһам, халыҡтың әҙлегенә иҫем китте. Ни бары иллеләп кенә кеше ине, ә мәҙәниәт йорто — 450 урынлыҡ. Ни өсөн зал буш һуң? Мәсәғүт ауылында башҡорт һәм татар халҡы аҙ түгел бит, кәмендә биш меңләп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1358 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр сабый бәхетле бала саҡҡа хоҡуҡлы. Тап ошо маҡсат халыҡтың рухи үҙаңын балалыҡҡа йүнәлтеүҙе бурыс итеп ҡуйған йәмәғәт ойошмаһын төҙөүгә нигеҙ һалды. 1987 йылдың 14 октябрендә баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә Бөтә Союз ойоштороу конференцияһы В.И. Ленин исемендәге Совет балалар фондын төҙөргә ҡарар итте.
Уның бүлексәләре илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә, шул иҫәптән республикабыҙҙа ла ойошторолдо. Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Альберт Лиханов ошо эштең инициаторы һәм сирек быуат алмаштырғыһыҙ етәксеһе булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 878 тапҡыр // Тотош уҡырға
* * *
– Ниһайәт, үҙемә ниндәй машина кәрәклегенә төшөндөм. Миңә инкассаторҙарҙыҡы кәрәк!

* * *
Сит илдә кешеләр, авариянан ҡурҡып, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерһә, беҙҙә — инспекторҙан ҡурҡып ҡына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 910 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 40 Алға
Бит башына