Ниәт иткән — булдырғанБерәүҙәр заман ауырлығына зарлана, икенселәр байлыҡтың, муллыҡтың күктән төшөрөнә өмөт бағлай, өсөнсөләр, бөтөнөһөнән төңөлөп, көндәлек мәшәҡәттәргә ҡул һелтәп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, ә кемдәрҙер, йырҙағыса “был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер” тигәндәй, ал-ял белмәй эшләй ҙә эшләй, “булыр, булдырам барыбер” тип йәшәй һәм маҡсатына өлгәшә.
Райондың ифрат йәмле төбәгендә — бормаланып аҡҡан Минеште йылғаһы буйында — урынлашҡан Иҫәнбай ауылында көн итеүсе Азамат Бәҙретдинов тап шундай тормош рәүешен һайлаған. Төп һөнәре буйынса — умартасы, Өфө районының Михайловка ҡасабаһындағы 83-сө ауыл һөнәрселек-техник училищеһын тамамлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 925 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Фәхретдинов әйткәс, хәл ителер ул!"Власты нисек кенә әрләмәйек, барыбер һуңғы ышаныс, өмөт менән уларға киләбеҙ. Төрлө етәкселәрҙең, депутаттарҙың халыҡ менән осрашыуы һәйбәт йолаға әйләнде.
Ошо көндәрҙә "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов халыҡ менән осрашты. Иртәнге сәғәт ун тулып өлгөрмәһә лә, кешенең күплегенә иғтибар иттем. "Былар барыһы ла бер депутатҡа инмәксеме икән?" — тип уйлап та өлгөрмәнем, Иршат Юнир улының ярҙамсылары Владимир Федоров менән Рәмилә Исхаҡова: "Әле бөтәһе лә килеп етмәгән, ҡабул итеү өс сәғәттән ашыу барасаҡ, һуңыраҡ та килерҙәр, моғайын, егермеләп кеше инеп өлгөрөр", — тип аңлатты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 786 тапҡыр // Тотош уҡырға
Егет даны – көрәштәҒафури районының Сәйетбаба ауылында “Табын” гәзите призына 22-се тапҡыр милли көрәш буйынса бәйге үтте
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Илдә ҙур үҙгәрештәр бара. Нисәмә йыл ысынбарлыҡтан ҡоршау эсендә тотолған халыҡ үҙ асылына ҡайта: туған телгә иғтибар арта, мәсеттәр төҙөлә. Нәҡ шул ваҡытта милли көрәште артабан үҫтереү, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу ниәтенән Ғафури районының “Табын” гәзите призына тәүге турнир ойошторола.
Йыл да оло байрамға әүерелә был көн. Тәүҙәрәк ситтә ҡалған ауылдар, мәктәптәр был сафҡа теләп ҡушыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Малай, Инә болан һәм Аҡ пароходМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Сыңғыҙ Айытматовтың “Аҡ пароход ” повесы буйынса тәүге тапҡыр үҙ версияһын тәҡдим итте. Спектаклдең режиссеры — Линас Зайкаускас. Повестың инсценировка авторҙары — Линас Зайкаускас һәм Олег Ханов, рәссамдары — Альберт Нестеров менән Маргарита Мисюкова, композиторы — Урал Иҙелбаев.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Сыңғыҙ Айытматовты “төрки донъяһын тыныс юл менән яулап алған бөйөк төрки” тип атағайны. Ысынлап та, ул башҡорт иленә үҙ әҫәрҙәре менән үтеп инеп, халҡыбыҙҙың рухи донъяһына яҡты нурын һибә, ҡабатланмаҫ, тормошсан образдары, гуманистик идеялары менән ошо мөхитте байыта. Башҡорт халҡы уның йөҙөндә рухи туғанын, ҡәрҙәшен күрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 999 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йөрәк баҫылһын тип яҙыла...”Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев шиғыр тураһында: "Тиҙерәк баҫылһын тип яҙылмай ул, йөрәк баҫылһын тип яҙыла", — тигәйне. Көндәлектәргә лә йөрәк баҫылһын тип тотонаһың, улар менән серләшеп, күңелеңде бушатҡан һымаҡ булаһың. Ләкин был аралашыу күңел бушлығына килтермәй, киреһенсә, яңы көс өҫтәй, ышанысты арттыра, шик-шөбһәне тарата, алдағы юлдарыңды, маҡсаттарыңды нығыраҡ асыҡлай.
Рауил Бикбаевтың ике томдан торған көндәлектәре 1968—2009 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Уны уҡып, дүрт тиҫтә йыл эсендә бер кеше яҙмышындағы ғына түгел, республикабыҙ, халҡыбыҙ тарихына ҡағылышлы мөһим хәл-ваҡиғалар менән танышаһың, үткәндәргә бөгөнгө күҙлектән сығып баһа бирәһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Тәгәрмәс"кә эләктекБер мәл сәғәттән ашыу автовокзалда автобус көтөргә тура килде. Кеше мыжғып тора: кемдер килә, кемдер китә. Сараһыҙҙан күҙәтәм: гел эсеүҙән шешенеп бөткән әҙәмдәр тағы ла "аҡбаш" алырға аҡса еткерә алмай ғауғалаша; автобусҡа сират боҙолған да, кемдең артынан кем урын алғанын асыҡлап маташалар; эргәмдә генә йәш әсә малайын тартҡылап-тартҡылай. Ошо шау-шыуҙан ситтәрәк тәү ҡарашҡа ҡәҙимге генә егет тора. Эргәһенә йәш кенә егеттәр килә лә тәмәке һона, ә был уны ҡолаҡ артына эләктерә лә тәмәке тәҡдим иткән кешенең ҡулына "спайс" һалынған янсыҡ тоттора. Был мине аптыратты. Баҡһаң, көпә-көндөҙ, бер нәмәнән дә ҡурҡмай, үлем менән сауҙа итәләр икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 810 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормош йәме — хеҙмәттәИр-атҡа ғына хас һөнәрҙәрҙе гүзәл заттың да атҡарыуы хәҙер — ғәҙәти күренеш. Һүҙем — дүрт тиҫтә йыл хоҡуҡ өлкәһендә ал-ял белмәй эшләп, бар булмышын халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған Рәшиҙә Шәйхелисламова хаҡында.
Рәшиҙә Усман ҡыҙы хеҙмәт юлын 1974 йылда баш ҡалабыҙҙың Орджоникидзе районындағы адвокаттар коллегияһында башлай. Үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарған йәш белгесте 1988 йылда Орджоникидзе район судына судья итеп ҡуялар, байтаҡ йыл лайыҡлы хеҙмәт иткәндән һуң 2000 йылда ошо уҡ судтың рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Әйткәндәй, Өфөлә ул — бындай яуаплы вазифаны биләүсе берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ Кәрим Фәтих улы Азаматовты 60 йәшлек ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Уға ауырыу-һыҙланыу белмәй, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, туғандарына шатлыҡ таратып, килен менән тигеҙ ҡартлыҡта, балаларының игелеген-изгелеген күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Кәрим улым! Һин булғанда ҡояш нур сәсә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 495 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара конкурсына әҙерлек тамамланды.
15-се тапҡыр ойошторолған бәйгенең абруйы йылдан-йыл арта. Унда ҡатнашырға теләк белдереүселәр араһында, Башҡортостандан тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә дәүләттәренән, күрше Татарстан һәм Удмурт республикаларынан, Пермь крайынан, Свердловск, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан етмештән ашыу йырсы бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 769 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөкөм язаһына тарттырылған ҡатындың был аҙымға нисек йөрьәт иткәнен аңлауы ауыр. Еңел аҡса башты әйләндерә, тигәндәре дөрөҫтөр. Үҙе ваҡытлыса яллап торған фатирҙы тағы бер нисә кешегә тәҡдим итеп, кеҫәһен ҡалынайтырға булған ул. Хәйер, баш ҡалала фатир эҙләүселәр бихисап. Уларҙы ҡатын иғландар гәзите аша тапҡан.
Йүнсел ханым ҡармаҡҡа ҡапҡан “клиенттары” менән осрашып һөйләшә, фатирҙы күрһәтә һәм өс айға алдан түләүҙәрен һорай. Йәнәһе лә, ауыр хәлгә тарыған, тиҙ арала аҡса кәрәк, кредиттары түләнмәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 674 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына