Бала күңелле табип– Районға юғары белемле медицина белгестәренең ҡайтыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Шөкөр, табиптарға булған ҡытлыҡ ниндәйҙер кимәлдә бөттө кеүек, – тип ҡаршы алды үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәйҙәров. – Уларҙың һәр береһе көндәлек тормошобоҙға яңы һулыш биргәндәй булды, йәштәрҙең етеҙ, сос булыуҙары ла һоҡландыра.
Төбәккә Башҡорт дәүләт медицина университетын төрлө йылдарҙа тамамлаған 11 белгес ҡайтҡан, шуның икәүһе – ошо райондан. Күптәре кеше фатирында, туғандарында көн итә, әммә тиҙҙән һәр ҡайһыһының үҙ йорто буласаҡ. Дәүләт тарафынан бүленгән бер миллион һум аҡсаны йәштәр фәҡәт торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә тотонорға йыйына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 747 тапҡыр // Тотош уҡырға
Армияның абруйы артаРәсәйҙә 1 апрелдә башланған хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Бөтә ил буйынса 18-ҙән алып 27 йәшкә тиклемге 153 мең 200 кеше армия сафын тулыландырасаҡ.
Көҙ армия бутҡаһын ашарға Рәсәй буйынса Ҡоро ер ғәскәрҙәренә, Эске ғәскәрҙәргә, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә, Һауа-Десант ғәскәрҙәренә, Хәрби-Диңгеҙ флотына, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хәрби частарына 140 140 егет алынған. Белеүегеҙсә, хәрби хеҙмәткә яҫы табанлылыҡ, нервы системаһы, эндокрин, психик һәм һөйәк-мускул системаһы ауырыуҙары менән яфаланған егеттәр саҡырылмай.
Илдең Ҡораллы Көстәренә Башҡортостандан йылына ике тапҡыр ун меңдән ашыу егет саҡырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 731 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һынауға әҙербеҙме?6–8 апрелдә Башҡортостанда һауаның ҡырҡа йылыныуы һөҙөмтәһендә ҡарҙың йылдам иреүе, һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә.
“Башгидромет” хәбәр итеүенсә, 7 апрелдән Ағиҙелгә ҡойған йылғаларҙа боҙ китеүе күҙаллана. Боҙ тығындары барлыҡҡа килһә, һыу кимәле лә күтәреләсәк. Шуға күрә яр буйында урынлашҡан ҡайһы бер ауылдарҙы һыу баҫыуы ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 620 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бурыстарын теүәл үтәйҙәрСовет осоронда хәрби эшкә һәр яҡлап иғтибар көслө булды. Быға асыҡ миҫал — Нефтекама ҡала итеп иғлан ителеүгә ике ай тигәндә, 1963 йылдың 8 апрелендә, хәрби комиссариат та ойошторола.
— Ошо көндәрҙә ярты быуатлыҡ юбилейыбыҙҙы билдәләйбеҙ, — тип һөйләй республика Хәрби комиссариатының Нефтекама ҡалаһындағы бүлеге етәксеһе Валерий Анисимов. — Берләштерелгән комиссариат башта Краснокама районы үҙәге Николо-Березовка ауылында урынлаша һәм, Нефтекаманан тыш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Яңауыл райондарын да хеҙмәтләндерә. Тағы ике йылдан ул ҡалаға күсә. Тәүге көндәрҙән алып хеҙмәткәрҙәр бурыстарын уңышлы атҡарып килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 833 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әхмәтзәки Вәлидиҙең арҡаҙашыӘмир Батыргәрәй улы Ҡарамышев — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан башҡорт офицеры, Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҡташы, дуҫы һәм яҡын арҡаҙаштарының береһе. Ул 1893 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Маҡар ауылында тыуған. Әхмәтзәки Вәлиди уның тураһында: "Әмир — йәшлек дуҫым, башҡорттарҙың боронғо күренекле нәҫеленән. XIX быуаттың беренсе яртыһында билдәлелек яулаған башҡорт офицеры — Йософ майор Ҡарамышевтың ейәне"— тип яҙа.
Әмир Ҡарамышевтың нәҫел ептәре XVI быуатта йәшәгән Юрматы ырыуының түбә башлығы Ҡарамыш бабайға барып тоташа. 1553-1554 йылдарҙа уның, юрматыларҙың башлығы Тәтегәс бей менән бергә Ҡазанға барып, Иван батшаның наместнигынан үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы алып ҡайтҡанлығы билдәле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1410 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маньчжурияға сәфәрМөғжизәле Ҡытай иле менән бер аҙ һыуына төшкән хеҙмәттәшлек тә, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре лә икенсе һулышын кисерәсәк әле. Мәскәүгә яңыраҡ Ҡытай коммунистар партияһының генераль секретары Си Цзиньлиндың килеүе, 2013 йылдың Рәсәйҙә Ҡытай туризмы йылы тип иғлан ителеүе, телеканалда "Һаумы, Ҡытай!" циклы программалары асылыуы ла шуға асыҡ дәлил.
Беҙ бөгөн уҡыусыларыбыҙҙы иҡтисадта ырамлы аҙымдар яһаған, күп кенә алдынғы илдәрҙе тотороҡлолоғо, ныҡлығы менән таң ҡалдырған, барыбыҙҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан ошо гүзәл илдең тормошо менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 920 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башыңды эшләтГоризонталь буйынса: 4. Ҡытай айыуы 7. Диндән яҙған кеше. 8. Гәзит-журнал жанры, бәләкәй күләмле әҙәби әҫәр. 9. Алясканың символы булған йондоҙлоҡ. 11. Мәйетте һалып йыуа торған ялғаш. 14. Был бөжәкте ҡытайҙар ашай, тиҙәр. 18. Бишек. 21. Ҡытайҙың пай тәхете. 22. Тешле кит. 23. Ер шарын уратып алған һауа ҡатламы. 24. Ҡытай тауарҙарының түбән булған үҙенсәлеге. 25. Был "папирусты" ҡытайҙар уйлап тапҡан. 26. Тойғо. 28. Серетмәгә тупраҡ ҡатыштырып яһаған ашлама. 30. "Батыр", "Ҡаһарман" өсөн. 31. Халыҡ тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә булған ҡатмарлы тарихи ваҡиға. 32. Әшнә, дуҫ. 33. Бәҙрәф, әбрәкәй, туалет. 34. Ҡаҙаҡ "башҡорто".
Ком: 0 // Уҡынылар: 870 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күршеләрҙең тормош фәлсәфәһе
Боронғо ҡытай ғилемендә уңыш яулау, ғаилә байлығын арттырыу, яҡшы йәшәү буйынса төрлө мауыҡтырғыс ысул күп. Беҙҙең илдә лә фэн-шуй фәлсәфәһе менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Көнбайыш илдәрендә лә ҡытайҙарҙың йәшәү рәүеше популяр була бара.
Фэн-шуй ысулдарын үҙләштергән ватандаштарыбыҙҙың раҫлауынса, ысынлап та, ҡытайҙарҙың тормош фәлсәфәһе бик тә емешле, уңыш килтерергә һәләтле. Имеш, өйөңә бәхетле Будданың һынын ҡуйып, ҡорһағын һыйпап торһаң, ғаиләңдә байлыҡ артыуын көт тә тор.
Ком: 0 // Уҡынылар: 875 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ай юлы ғына ашауға яраҡһыҙ…
“Ҡытай” тиһәң, нимә иҫкә төшә? Шикләнмәйем, иң тәүҙә көндәлек ҡулланыу тауарҙары: кейем-һалымдан башлап һауыт-һаба, көнкүреш техникаһы, уйынсыҡтарға тиклем. Сауҙа кәштәләрендә осраған һәр әйбер тиерлек тап ошо илдә етештерелгән. Ҡыҙыҡмы был, ҡыҙғанысмы – икенсе мәсьәлә, мәгәр ошо факт ҡына ла ҡытайҙарҙың ифрат тырыш, булдыҡлы халыҡ икәнлеген иҫбатлай. Был илдә “Ай һәм уның һыуҙағы күләгәһен генә ашап булмай” тигән әйтем таралған: Ҡытайҙа бөжәктәр ҙә, барлыҡ хайуан-ҡоштар ҙа ит була ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 803 тапҡыр // Тотош уҡырға
1948 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡҡа килеү айҡанлы йыл һайын ошо көндә Һаулыҡ һаҡлау көнө билдәләнә һәм йәмәғәтселектең иғтибары өҫтөнлөклө проблемаға йәлеп ителә. Быйыл, мәҫәлән, иҫтәлекле көндө гипертонияға арнағандар.
Гипертония (ҡан баҫымының юғарылығы) инфаркт, инсульт һәм бөйөр хәлһеҙлегенә килтереүе ихтимал. Хәлде контролдә тотмағанда, сирленең һуҡырайыуы, аритмияға, йөрәк хәлһеҙлегенә дусар булыуы бар.
Донъяла өлкән йәштәге һәр өсөнсө кеше гипертонияға дусар. Олоғайған һайын был проблема тәрәнәйә бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
22 апрелдә Башҡортостанда “Беҙ яратҡан табип” конкурсы башлана. Сараның маҡсаты — врач һөнәренең популярлығын арттырыу. Унда дәүләт учреждениеларынан һәм коммерция клиникаларынан балалар табиптары ҡатнаша.
Теләге булған һәр кем http://НашЛюбимыйВрач.рф сайтына инеп, балалар табибының эшенә баһа биреү, рәхмәт һүҙҙәре еткереү мөмкинлегенә эйә. Балалар электрон почта аша яратҡан медицина хеҙмәткәренә рәсем ебәреп, тауыш бирә ала. Бойондороҡһоҙ тауыш биреү һөҙөмтәһендә рәсем конкурсында еңеүселәр, шулай уҡ иң яратҡан табиптар билдәләнәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
Автобуста ике ҡатындың телефон операторҙарының хеҙмәте тураһында ҡыҙыу бәхәсләшкәне ҡолағыма салынды:
— МТС элек бик шәп ине, хәҙер сифаты насарайҙы. Танышыма 10 минут тирәһе шылтырата алманым, «абонент ваҡытлыса туҡтаған» тип тик тора.
— Ә миңә ул бик оҡшай, башҡаларҙан арзаныраҡ.
Был апайҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙ фекерендә ҡалды, ә бына ошо көндәрҙә «Башинформ» агентлығында үткән ултырышта МТС-тың Башҡортостандағы директоры Павел Коротин «юғалып тороу»ҙа хатта тәҙрәләге махсус пленканың да ҡамасаулауы менән аңлатты. Шулай уҡ республиканың Мәғлүмәт технологиялары агентлығы МТС менән хеҙмәттәшлек килешеүен оҙайтыуға ҡул ҡуйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте АНКОР кадрҙар холдингы менән килешеү төҙөнө. Документҡа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин һәм холдингтың Директорҙар советы рәйесе Павел Игнатьев ҡул ҡуйҙы. Сара Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үтте.
Кеше капиталын һөҙөмтәле үҫтереү, республикала социаль-иҡтисади үҫеште кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында яҡтар бер нисә йүнәлештә хеҙмәттәшлек итергә килеште. Атап әйткәндә, хеҙмәт ресурстары нисбәтен күҙаллау селтәрен ойоштороу, кадрҙарға бәйле хәүефте асыҡлау, уға юл ҡуймау хаҡында һүҙ бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 450 тапҡыр // Тотош уҡырға