Автомобиль — Илеш егетенәЯрты быуатлыҡ тарихы булған Нефтекама ысын мәғәнәһендә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең мәҙәни үҙәгенә әйләнде. Ҡала сәхнәләре бер көн дә тын торғаны юҡ. 4—6 апрелдә үткән “Дуҫлыҡ моңо” башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара фестивале лә тамашасылар өсөн өс көнлөк ҙур байрамға әүерелде. Нефтекама ҡала хакимиәте республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ ижады үҙәге менән берлектә 15-се тапҡыр ойошторған бәйгелә Башҡортостандың алты ҡалаһы һәм 17 районынан — 38, Татарстандың ике ҡала һәм ике районынан — 14, Силәбе өлкәһенән — биш, Пермь крайынан һәм Ырымбур өлкәһенән — өсәр, Ҡырғыҙстандан — ике, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан, Свердловск һәм Пенза өлкәләренән, Ҡаҙағстан һәм Төркиәнән берәр йырсы көс һынашты.
Ком: 1 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡыусыларға бүләкЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Һаҡмарбаш" исемле китап нәшерләүгә әҙерләнә.
Фәйләсүф әйтмешләй, һәр яңылыҡ — ул иҫкенең ҡабаттан асылыуы, билдәле хәҡиҡәттең яңыртылыуы. Ысынлап та, мин дә яңылыҡ асам, шуны уҡыусыға еткерәм: Иҙрис Ноғманов йондоҙлоғо...
Иҫке тигәндән, Иҙрис Ноғмановтың әҫәрҙәре "Аманат", "Һәнәк", "Шоңҡар", "Ағиҙел" журналдарында, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Киске Өфө" һәм район гәзиттәрендә баҫылды, автор үҙе "Аманат" журналы, "Йәшлек" гәзите редакцияларының лауреаты булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 950 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбейҙәрҙең юрағаны юш килгән...Инйәрҙә боҙ йыл һайын тиерлек бер үк ваҡытта — 10 апрель тирәһендә — ҡуҙғала. Бынан 75 йыл элек тә шулай була. Аҡтарылып боҙ ҡуҙғалғанда яҡты донъяға бер ҡыҙ бала ауаз һала. Әсәһе ул ваҡытта ниҙәр кисергәнен әйтеүе ҡыйын, сөнки бынан бер нисә ай элек кенә ирен "халыҡ дошманы" тип ҡулға алған булалар. Ғаиләлә унан башҡа тағы ла ике бала үҫә...
Аслыҡ, яланғаслыҡ заманы булһа ла, сабыйға тик бәхетле тормош юрайҙар. Ажғырып килгән эре боҙ киҫәктәренә ҡарап: "Ауырлыҡтарға бирешмәҫ был бала, ана, ниндәй ваҡытта тыуған кеше ул", — тиҙәр, бәләкәсте ҡулдарына алып.
Ҡәҙерлебеҙ Нәсимә Ибраһим ҡыҙы Сәйғәфәрова, ысынлап та, тормошонан ҡәнәғәт.
Ком: 0 // Уҡынылар: 580 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүрәттәрҙә — булмыш балҡышыА.Э. Тюлькиндың йорт-музейында Өфө сәнғәт училищеһының икенсе курсында белем алған студенттарҙың ижади эш күргәҙмәһе асылды.
Һынлы сәнғәт серҙәрен уларға училище уҡытыусылары — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың Рәссамдар союзы ағзаһы Рәмил Мәғлиев менән З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған Роман Мәғлиев — өйрәткән.
Экспозицияла баш ҡалабыҙ йылдың төрлө миҙгелендә сағылдырылған. Әлеге студенттар ҡасандыр Өфө сәнғәт училищеһындағы живопись бүлегендә ижад юлын башлаған оҫта рәссамдарҙың, скульптор һәм графиктарҙың данлы традицияларын лайыҡлы дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 969 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йүне барҙың көнө барРайон үҙәгендә, Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең музейы бинаһында, ҡул эштәре күргәҙмәһе асылды. Әйткәндәй, бындай саралар Үрге Йәркәйҙә һуңғы дүрт-биш йылда даими уҙғарыла.
“Һөйгәндәрен, туғандарын, дуҫтарын ҡотларға теләүселәр өсөн был күргәҙмәлә ҡул эшенә маһир ағайҙар һәм апайҙар күңел йылыһын ҡушып яһаған әйберҙәрҙе бүләккә һатып алыу мөмкинлеге бар”, — ти музей директоры Рәйес Хәбиров.
Матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Нәфис һауыттарҙағы ап-аҡ, алһыу, ҡыҙыл рауза сәскәләрен һис кенә лә ырғаҡ менән бәйләнгән тимәҫһең – тере кеүек улар. Текләберәк ҡарап, нескә ялтырауыҡ ептәр ҡушылғанлығын төҫмөрләгәс кенә яһалмалығын аңғараһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелемдә шәлкем нурҙар балҡыйЙылдар үткән һайын
Арый белмәй торған ҡулдарыңдан
Тәмле икмәк еҫе аңҡыны.
Яҡҡан усағың да һүнмәне һис,
Көнләшерҙәй ине таң ҡыҙы.
Бер ултырып ялдар иткәнеңде
Күрмәнем мин бала сағымда.
Юҡты бар итте бит сәмселлегең,
Ризыҡ өҙөлмәне табында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 670 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һалдаттарға... швед өҫтәлеҺалдаттарҙы сылғауҙан, алмаш яғаларҙан ҡотолдорған оборона министры Сергей Шойгу әле, Тыуған илде һаҡлаусыларҙың туҡланыу рәүешен үҙгәртергә уйлап, швед өҫтәлен тәҡдим итә.
Яңы алымды мартта Үҙәк хәрби округында хеҙмәт итеүсе һалдаттар "тәмләп" ҡараны ла инде. Йыл аҙағына тиклем бөтә хәрби частарҙы һәм берләшмәләрҙе яңы системаға күсермәкселәр.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы, хәрбиҙәрҙән аҡса йәлләмәүен раҫлап, һәр һалдатҡа көнөнә 195 һумлыҡ аш-һыу тәҡдим итәсәк. Быға тиклем әлеге сығым 115 һум булған. Әлбиттә, министрҙың яңылығы төрлөсә ҡабул ителә, Интернет төрлө реплика менән тулған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауылды йәшәтер көсАҡман-тоҡман бурандары тынып килгән мәл. Бындай көндө ауылда кемделер осратыуы ҡыйын. Бары тик урам осонда йәшәүсе фермер Раил Мәмбәтҡолов, ел-буранға бирешә торғандарҙан түгелмен әле, тигәндәй, тышта бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше менән мәж килә. Утыҙ баштан ашыу һыйырына бесән һалырға, унан һуң ағас бысыу цехына барырға кәрәк.
Йорт хужаһы сит кешеләр килеүгә артыҡ иҫе китмәй генә һарай башынан бесән ташлауын дауам итә. Эште еренә еткерергә күнеккәне һиҙелеп тора. Ул арала ике трактор, бер йөк машинаһы күҙгә салына, кәртә артында аттар кешнәй, һыйырҙар мөңрәй, һарыҡтар баҡыра... Мәмбәтҡоловтар йорто тирәләй ҡайнаған тормош аша ҡараштар ҡапыл ҡойма аръяғындағы ташландыҡ фермаға барып терәлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәйбулла районының Аҡъяр ҡасабаһында йәшәгән Фазылйән Сәғиҙулла улы Ишемовты оло байрамы — 75 йәше тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ул, Башҡортостандың медицина институтын тамамлағас, Аҡъярҙа һәм Сибайҙа хирург, унан тиҫтә ярым йыл район дауаханаһының баш табибы вазифаһын уңышлы башҡарып, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, оло ихтирам яуланы, "Башҡортостандың атҡаҙанған табибы" исеменә лайыҡ булды. Уға һаулыҡ, йәмәғәте Мәрзиә менән оҙон, тигеҙ ғүмер, балаларының уңыштарын күреп шатланыуын теләйбеҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кушнаренко районында халыҡ театрҙарының республика фестивале булды. Унда беренселек өсөн ун бер һәүәҫкәр ижади коллектив үҙ көсөн һынаны.
Район хакимиәте Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы менән берлектә ойошторған сара ике көн барҙы. Әҫәрҙәрҙе ҡарауҙан тыш, республикабыҙҙың төрлө төбәгенән килгән режиссерҙарға оҫталыҡ дәрестәре бирелде, үҙешмәкәр театрҙарҙы йәнләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышыу булды.
Ижади бәйге еңеүселәрен билдәләү иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе ине. Шулай итеп, А. Ғиләжевтең "Яра" драмаһы менән (режиссеры — Р. Ямалетдинов) Дүртөйлө татар халыҡ театры беренсе урынды алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 973 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына