Барыһы ла бала хаҡынаУҡытыусылар һәр сараны матур, сағыу байрамға әйләндерә белә. Һөнәри оҫталыҡ, ихласлыҡ, хис-тойғоноң байлығы — барыһы бергә үҙенсәлекле тамаша хасил итә. Республикала 23-сө тапҡыр уҙғарылған “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсы ла тап ошондай мөхиттә үтте. Ғәҙәттәгесә, был бәйгелә урыҫ теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте буйынса еңеүселәр ҙә асыҡланды.
Иң тәүҙә шуны билдәләп үтәйек: һөйөнөскә күрә, бәйгеселәр араһында йылдан-йыл ир-ат арта бара. Быйыл, мәҫәлән, уларҙың дүртәүһенә финалға сығыу бәхете тейҙе.
Конкурсты йомғаҡлау тантанаһына Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, бәйгеселәрҙең хеҙмәттәштәре килде.
Ком: 1 // Уҡынылар: 594 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәбдөктә – һыу, Йөйәктә – боҙБашҡортостанда ташҡындар башланды. Мәҫәлән, Оло Инйәр йылғаһы 120 сантиметрға күтәрелде. Шул арҡала Белорет районының Ғәбдөк ауылындағы 45 йортто һыу баҫты.
Йылғаның ярҙан сығыры алдан күҙаллана һәм ауыл халҡы был хаҡта иҫкәртелә. 7-8 апрелдә 88 ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға хәүефһеҙ урынға күсерелә. Мал-тыуар ҙа хәүефһеҙ ергә сығарыла. 9 апрель төнөндә иһә һыу ауылға килеп етә. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Хәүефле осор тамамланғанға тиклем Ғәбдөктә ҡотҡарыусылар һәм махсус техника дежурҙа торасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 577 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүерҙең лайыҡлы улыҺәр халыҡтың рухи-мәҙәни тормошонда кисерелгән осорҙарҙы билдәләр шәхестәре була. Башҡорт әҙәбиәте быға үҙе шаһит. Ул был йәһәттән урта быуаттар вәкиле Ҡол Ғәлиҙән алып ХII быуаттың тәүге сиреген үҙ эсенә индергән дәүерҙәрҙәге исемдәргә һылтана ала. Тап бына улар, бер заманды икенсеһенә ялғап, башҡорт әҙәбиәте тарихының өҙлөкһөҙ сылбырын хасил итә лә. Беҙ бөгөн рухи тормошобоҙҙоң хәҙерге донъя цивилизацияһында үҙ урынын таба алғаны өсөн халҡыбыҙҙың шундай шәхестәре булыуы менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ.
Башҡорт әҙәбиәте тарихының совет әҙәбиәте осоро үткәненә мөнәсәбәттә әҙәби мираҫҡа ҡарата үҙ дәүерен ҡаты һынауҙарға дусар итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1463 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер кәсәһе мөлдөрәмә тулыДәрт-дарманы, ижади ҡомары ташып торған, фиҙакәрлеге, даланлы хеҙмәте менән күптәрҙе һоҡландырған арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ арабыҙҙа күп, шөкөр. Билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева исемендәге премия лауреаты Луиза Фархшатова – тап шундайҙарҙан.
Ғаләмде шаулатып, нурға һәм йылыға сорнап килгән яҙҙа донъяға килгән ул. Быйыл иһә наҙлы миҙгел ижадсы өсөн бигерәк тә иҫтәлекле – Луиза Азамат ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләне. Ошо айҡанлы Конгресс-холда уның ижад кисәһе булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1058 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сибайҙарҙың “Хикмәтле күл”еКүптән түгел Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә драматург Мөҙәрис Багаевтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Хикмәтле күл” спектакленең премьераһы булды. Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән спектакль тамашасының зауығын ҡәнәғәтләндерерҙәй тамаша ине. Комедияла барған хәл-ваҡиғалар, артистарҙың үҙ ролдәрен юғары кимәлдә башҡарыуы — бөтәһе бер матур гөлләмәне тәшкил итте.
Премьерала ҡатнашҡан Мөҙәрис ағай Багаев та, бик ҡәнәғәт булып, тамашаға ҡағылышлы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты:
— Мин бығаса Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән эшләнем, һәм улар ҡуйған һәр спектакль, һәр артист менән яҡшы танышмын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 827 тапҡыр // Тотош уҡырға
102 йәшлек тимәҫһеңРайондың иң өлкән кешеһе тураһында һүҙ сыҡһа, әлбиттә, тәүҙә Иҫке Турай ауылында йәшәүсе Нурлыйыһан Хәләфетдинованы иҫкә алалар.
Бөтә ғүмере ошонда уҙған уның. Тормош юлы ауыр һәм һикәлтәле булһа ла, үҙе артынан бары яҡты эҙ ҡалдырып йәшәгән. Ғаиләлә биш малай араһында үҫкән. Үҫмер саҡтан ураҡ урған, көлтә бәйләгән, 70-әр килограмлы тоҡтар ташыған. Ат ҡараусы булып эшләргә лә тура килгән уға.
19 йәшендә Абзалетдин атлы егеткә тормошҡа сыҡҡан. Бергә 12 йыл ғына йәшәп ҡалған улар. Бөтә уй-хыялдарын емереп, Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Ире Брянск ҡалаһы өсөн барған ҡаты алыштарҙа һәләк булғас, Нурлыйыһан өс балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шағирҙың күңел көҙгөһөБашҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ике китаптан торған “Көндәлектәр”е тураһында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Күптән түгел Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында “Көндәлек”тәрҙең исем туйы булды. Шағирҙың күңел көҙгөһөнә бағырға теләүселәр залға һыйманы хатта.
Күңел көҙгөһө! Ысынлап та, был китаптарҙа тормошобоҙҙоң дүрт тиҫтәнән ашыу осоро сағылыш тапҡан. Ләкин шағир күңеленең көҙгөһө салыш түгел, донъяның ҡиәфәтен нисек бар шулай сағылдыра. Көнөндә, мәлендә булған ваҡиғалар, кисерештәр йылылай ғына ҡағыҙ битенә теркәлә барған, мәңгеләштерелгән.
Исем туйына килгән шағирҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре, әҙәбиәт һөйөүселәр “Көндәлектәр”гә ҡарата фекерен белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 741 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ерең булған өсөн һөйөн!Күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкалары биреү мәсьәләһе Рәсәй чиновниктары башын ныҡ ҡына ҡатырҙы, ахыры. Һәр хәлдә үҙәк телевидение тапшырыуҙарында, матбуғат биттәрендә был хаҡта фекер алышыуҙар дауам итә, ер бүлеүҙә аныҡ механизмдың булмауы, төҙөлөш өсөн уңайлы, перспективалы биләмәләрҙең аҙлығы эште ҡатмарландыра.
Тәү ҡарашҡа, Хоҙай Тәғәлә биргән әҙер ерҙе бүлеп биреүҙең ниндәй ауырлығы булһын инде, тип уйлау ҙа урынлы кеүек. Юҡ шул, ҡайһы саҡта әҙер “бәлеш”те бүлгеләүе лә анһат түгел икән. Мәҫәлән, Читала бушлай ер алыуға хоҡуҡлы ике мең кешенең 363-ө генә мораҙына ирешкән. 400-өнөң документтары әҙерләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Парса)
Сәсәндәр араһындағы бер һүҙ ярышында өлкәнерәк сәсән шундай һорау ҡуйған:
“Донъяла үҙе иң оҙон, үҙе иң ҡыҫҡа, үҙе иң тиҙ, үҙе иң сикле, үҙе икһеҙ-сикһеҙ, үҙе иң ҡәҙерле йә иң ҡәҙерһеҙ, үҙе зарыҡтырғыс, үҙе үкенес, үҙе фани, үҙе мәңге баҡый бер нәмә бар. Ни булыр шул?”
Быға төрлө сәсән төрлөсә яуап биреп ҡараған. Береһе — Ер, икенсеһе — Уй-фекер, өсөнсөһө — Бәхет, тигән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1289 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғайса Хөсәйеновтың парсалары нигеҙендә тос фекерҙәр ята, ҡатмарлы әҙәби күренештәр образдар ярҙамында ябай итеп аңлатыла.
Ғайса Хөсәйенов — башҡорт әҙәби тәнҡитендә үҙ ижад йөҙө, стиле һәм жанр формалары булған, һәләтле һәм әүҙем эшләгән тәнҡитселәрҙең береһе. Ул яҙған тәнҡит мәҡәләләренең яҙыусыға тәьҫирле, уҡыусыға үтемле булыуының беренсе сәбәбе анализлау ҡеүәһенең тәрәнлегенән, фекерҙәр аныҡлығынан, һығымталарҙың нигеҙлегенән килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2680 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына