“Ул эш өҫтәлендә ятырға тейеш”Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының (элекке Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы) башҡорт филология факультеты коллективы гәзиттең һәр саҡ иң яҡын дуҫы булды. Быйыл да республикаға данлыҡлы педагогтар, сәйәси эшмәкәрҙәр, яҙыусылар, журналистар, тәржемәселәр, йырсы-бейеүселәр биргән факультет уҡытыусылары “Башҡортостан”ға киләһе ярты йыллыҡҡа алдан яҙылып ҡуйҙы.
Тел һағында булып, милләтебеҙҙең киләсәген хәстәрләүсе был коллектив, заман менән бергә атлап, һәр саҡ эҙләнеүҙәр, ғилми бәйләнештәр булдырыу юлында. Мәҫәлән, йыл да факультетта Зәйнәб Биишева уҡыуҙары үтә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 536 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыуып етеүен етербеҙ...Һуңғы ике тиҫтәнән ашыу йылда ауыл хужалығының тамам көрсөккә терәлеүе, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү арҡаһында тағы ла ауырыраҡ хәлгә ҡалыуыбыҙ ил етәкселәрен дә, министрлыҡ тирәһендә эшләүселәрҙе лә, мәсьәләгә битараф булмаған ғалим һәм белгестәрҙе лә уйланырға мәжбүр итте. Ил ҡеүәтен билдәләүсе тармаҡтарҙы барлағанда ауыл хужалығын атауҙары, алға ҡуйыуҙары ошо турала һөйләй. Эйе, быға тиклем дә төрлө программалар ҡабул ителде, ләкин 2013 – 2020 йылдарға билдәләнгәне ауыл хужалығын үҫтереүҙә аныҡ һәм тармаҡты алдан хәстәрләүсе булып тора. Тормошҡа ашһа, әлбиттә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 686 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәртәләр осрап ҡына тора...Ни өсөн ауылда мал көтөрлөк тә кеше юҡ?
Күптәр башҡортҡа эшҡыуарлыҡ ят шөғөл тип уйлай. Минеңсә, был хата ҡараш. Кем иренмәй, ҡара таңдан бил бөгөргә риза, уның табыны ла мул, кеҫә яғы ла “ҡалын”.
Уйлап ҡараһаң, элек “кулак” мөһөрөн алыусылар ҙа үҙ көсө менән бер нисә баш йылҡы аҫраған, әллә күпме ҡуй тотҡан. Донъя көтөргә дәрте булмаған ялҡауҙар етеш йәшәгәндәрҙе күрә алмайынса, уларҙы һөргөнгә ебәрергә булышлыҡ иткән. Әллә тарих ҡабатлана, әллә кешеләр тигәндәй, бөгөн дә бәғзе ауылдарҙа үҙ шөғөлөн асып, аяғына ныҡлы баҫҡан эшҡыуарҙарға күпселек осраҡта көнләшеп ҡарайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡороған үлән йәшәргән һымаҡБаймаҡ ҡалаһында йәшәгән запастағы старшина Фитрат Ғафаровҡа полиция хеҙмәтенә бағышланған 30 йыл эсендә көн дә тиерлек иҫерек кешеләр менән осрашырға тура килгән. Элегерәк ғауға ҡуптарған һәм енәйәт ҡылған эскеселәргә ҡаршы көрәшһә, хаҡлы ялға сыҡҡас, эскелектең үҙенә ҡаршы яу асҡан — хәмер ҡолона әүерелгән яҡташтарын төрлө халыҡ табиптарына йөрөтә башлаған.
Фитрат Марат улы, ҡала ситендәге гараждар эргәһендә бина төҙөп, автомобиль кәрәк-яраҡтары магазины асып ебәрә. Эш башлағас, ҡайһы бер таныштарының аҙналар буйы эскелек менән мауығыуын күреп, хафаға ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 859 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ярамай, әммә мөмкин”Эскелек һәм наркотиктар һөҙөмтәһендә ҡылынған юл фажиғәләре, үлтереш, ҡан ҡойош, тупаҫлыҡ, агрессия сәстәрҙе үрә торғоҙа, яҡындарың өсөн хәүеф уята, ә йәмғиәттең "ҡара көскә" ҡаршы торорлоҡ рәте лә, теләге лә юҡ һымаҡ. Барыбыҙ ҙа ошо боҙоҡлоҡ эсендә түҙемлек менән көн итәбеҙ, иртән тороу менән подъезда тәгәрәп ятҡан һыра, араҡы шешәләрен күреп, кәйефебеҙ ҡырыла, кисен ҡайҙа барып һуғылырға белмәгән төркөм-төркөм үҫмерҙәрҙең тәмәке борхотоп, шешә тотоп эркелеп йөрөүе күңелде шомландыра. Бөтәбеҙ өсөн дә бик таныш, ғәҙәти күренештәр. Әммә әйтәһе һүҙем ул хаҡта ғына түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 896 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алексей ЛЕОНОВ: “Юраның үлеме тураһындағы дөрөҫлөктө яҡлап сирек быуат көрәштем”Теүәл 52 йыл элек совет космонавы Юрий Гагарин, “Байконур” космодромынан старт алып, “Восток” йыһан карабында Ер шарын урап сыға. 27 мартта иһә уның вафатына 45 йыл тулды. Ошо ваҡиғалар уңайынан ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт Алексей ЛЕОНОВ менән “Культура” гәзите (2013 йыл, 22 – 28 март) хәбәрсеһе Елена Федоренконың әңгәмәһенән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
– Дуҫығыҙ Юрий Гагаринға бәйле хәтирәләрҙең ҡайһылары йышыраҡ иҫегеҙгә төшә?
– 1959 йылдың 4 октябрендә Мәскәү госпиталендәге осрашыуҙың тәүге минуттары.
Ком: 0 // Уҡынылар: 617 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт иле менән Йыһан юлыБел: был йондоҙ —
минең йөрәк...
Рәшит Назаров.
Әҙәм балаһының, уны юғарыла беҙгә мәғлүм булмаған илаһи көс тартҡандай, төпһөҙлөккә ынтылыуы ғәжәпкә лә ҡалдыра, һоҡландыра ла, хафаға ла һала. СССР-ҙың халыҡ артисы Ольга Воронец: "Я — Земля, провожаю питомцев, сыновей, дочерей. Долетайте до самого Солнца и домой возвращайтесь скорей", — тип, күкрәк тауышы менән күтәреп ебәрһә, тәндәр сымырлап китә, үҙеңде, Ер-әсәңдән айырылып, алыҫ Йыһанға сәфәр сыҡҡан батыр һымаҡ хис итә инек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 669 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәгән ҡәҙерле инәйебеҙ Нәжибә Ғиләжетдин ҡыҙы Һаҙыеваны 80 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Инәйебеҙ, донъя ауырлығын күп күрһә лә, яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәгән оло йөрәкле кеше ул. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләне. Үҙенең ипле һүҙе, асыҡ йөҙлө булыуы менән халыҡтың һөйөүен, ихтирамын яуланы. Атайыбыҙ Хәмит Мансур улы менән 55 йыл татыу ғүмер итеп, беҙҙе, биш балаһын, матур итеп тәрбиәләп, белем биреп, тормош юлына сығарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 514 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрле йылғаһы, ярҙарынан ташып, ҡала урамдарынан аға башланы
9 апрель. Иртәнге һигеҙҙәр тирәһе. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Латипов урамында йәшәүсе Айгөл менән Илнур Ғафаровтар, бер ҡайғыһыҙ тигәндәй, эшкә йыйына. Тик… өй алдына сыҡһалар – кәмәлә генә йөрөрлөк. Стәрле йылғаһы, ярҙарынан ташып сығып, ҡаланың ошо һәм тағы бер нисә урамы буйлап аға башлаған.
Беҙ килгәндә урамда йыйылған халыҡ та: “Кисә бер нәмә юҡ ине, бөгөн иһә һыу өйгә инеп килә”, – тип аптыраша. Унда-бында тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре күренә, ҡотҡарыусылар йүгерешә, ҡеүәтле техника гөрләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 610 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә республиканың көнсығыш райондарында ҡапыл йылытасаҡ. Был йылғаларҙың кимәле күтәрелеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал. Павловка, Йомағужа, Нөгөш һыу һаҡлағыстарында һыу туплау дауам итә.
Стәрле йылғаһының ярҙарына ҡайтыуы күҙәтелә. Уны боҙ тығындарынан таҙартыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен биргән. Белорет, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы райондарында ташҡын кәмеүгә бара. Архангел районының Оло Инйәр йылғаһында ла хәл тотороҡланған. Районда тағы алты ауылды һыу баҫыуы ихтимал. Был хәлде булдырмаҫ өсөн барыһы ла эшләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 531 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына