Туранан-тура аралашыуға етмәйКесе йома кис республика халҡының ҙур өлөшө, донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, телевизор экраны алдына йыйылды. Был көндө Башҡортостан юлдаш каналы тура эфирҙа Президент Рөстәм Хәмитов менән аралашыу ойошторҙо.
Республика етәксеһенең төбәк халҡы менән ошондай форматта аралашыуы быйыл бишенсе тапҡыр үтте. Һүҙ ҙә юҡ, тура бәйләнеш йылдан-йыл популярлаша. Шулай булмай ни: халыҡ алдында Президент ниндәйҙер кимәлдә имтихан тота бит!
Ойоштороусылар ҙа был эшкә ижади ҡарай һәм һәр саҡ яңылыҡ индерергә тырыша.
Ком: 1 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гимназия тәжрибә уртаҡлашырға әҙерХалҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен үҫтереүҙә милли гимназияларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Ҡала шарттарында эшләгән бындай белем усаҡтарының хеҙмәте айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ.
Мәҫәлән, Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы — ике тиҫтә йылға яҡын эшмәкәрлегендә республиканың алдынғы белем усаҡтары рәтенә баҫҡан мәғариф учреждениеһы. ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе статусын алған гимназияла балаларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.
Әйтәйек, унда өс йыл инде милли мөхиттә камил шәхес тәрбиәләү йәһәтенән тәжрибә майҙансығы эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәттәшлек артаБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе хеҙмәттәшлек тураһындағы коммюникеға ҡул ҡуйҙы. Меморандумдың нигеҙен тәшкил итәсәк документта Комиссия ағзалары менән декабрҙәге осрашыуҙың йомғаҡтары сағылдырыла.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, 1–2 октябрҙә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында республика менән халыҡ-ара таныштырыу сараһына әҙерлек дауам итә. Эш планға ярашлы алып барыла, ул сентябрҙә тамамланасаҡ.
— Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге үҫә, — тине Президент.
Ком: 0 // Уҡынылар: 700 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Ҡатмарлы мәлдә шахмат юл күрһәтә""Шахматты шәп уйнаған кеше оҫта етәксе була ала", тигән һүҙҙәр электән таныш. Бөгөн иһә был уйын айырыуса популяр. Күҙәтеүҙәрем буйынса, уны күберәк эшҡыуарҙар үҙ итә.
— Шахматта тормош ҡағиҙәләре сағылыш таба, — тигәйне бер йүнсел. — Бәләкәй генә миҫал: алдағы бәләкәй фигуралар хәрәкәткә килмәйенсә, король урынынан ҡуҙғала алмай. Тормошта ла шулай бит: әйтәйек, коллективта етәксенең уңышы күп осраҡта вағыраҡ бурыс башҡарғандарҙың эшмәкәрлегенән ғибәрәт. Эшем буйынса миңә күп кеше менән аралашырға, хеҙмәттәшлек итергә тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 760 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көсөгөҙгә ышанаһығыҙмы?Ауырлыҡтар алдында йыш ҡына баҙап ҡалаһығыҙмы? Бәлки, бының сәбәбе үҙ көсөгөҙгә ышанмауҙалыр? Түбәндәге тест холоҡ-һыҙатығыҙҙы аҙмы-күпме билдәләргә ярҙам итер. Һорауҙарға "эйе" йәки "юҡ" тип яуап бирегеҙ.
1. Арымаһағыҙ ҙа, ҡапыл хәлһеҙләнеү тояһығыҙмы?
2. Ишекте бикләнемме икән, тип йыш шикләнәһегеҙме?
3. Бер сәбәпһеҙгә кәйефегеҙ төшәме?
4. Театр залында урынығыҙҙың уртаға тура килеүе, тимәк, иғтибар үҙәгендә булыу һеҙҙең өсөн бер ни түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 702 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарабыҙНисәмә йыл дауамында урамдарҙың исеме, биналарға ҡуйылған яҙыуҙарҙың башҡорт телендә дөрөҫ тәржемә ителмәүе, хаталар китеүе тураһында һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, тик телебеҙҙе боҙоу осраҡтары кәмемәй.
Ҡыҙғаныс, “Автойыуыү”, “кафехы”, “әш вакыты” һымағыраҡ яҙыуҙарға күнегеп тә киттек, буғай. Күптән түгел иһә урамда күргән ҙур баннерҙағы яҙыуҙан шаҡ ҡаттым. Бөтә бәлә — башҡорт телендәге саҡырыуҙа мәғәнәһеҙ хаталар булыуында. Был баннер бер беҙҙең районда ғына эленмәгән, башҡа тарафтарҙа ла ҡуйылған икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1128 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төрлө сара ҡулланыу фарызТәбиғәтте һаҡлау — мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе. Был мәсьәлә бигерәк тә киләсәк быуын өсөн мөһим, сөнки бөгөндән тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булмаһа, йәш быуынға ни ҡалыры билдәһеҙ. Бигерәк тә ҡала ерлегендә хәл үтә киҫкен. Сибайҙа был йәһәттән хәлдәр нисек, экологик хәүеф булдырмау өсөн ниҙәр эшләнә? Ошоларҙы асыҡлау өсөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Сибай территориаль комитетының төп эксперт-белгесе Ғәлим Рафиҡ улы САФИУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек. Һүҙ — уға:
— Кешелектең йәшәйеше һауа һәм һыу менән тығыҙ бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1024 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һынауҙарға һынманыОчерк
…Фәүзиә мотоциклы менән йән-фарман тауға үрләне. Иң текә урында мотоцикл үҙе туҡтағансы барҙы ла, төшөп етер-етмәҫтән, үкһеп илап ебәрҙе. Ергә ятып, аунап иланы. Тамам түҙеме бөткәйне уның. Арыуҙан да, ялҡыуҙан да түгел, үҙ ҡулдары менән гәрәбәләй иген үҫтереп тә, бер генә бөртөгөн дә ашай, балаларына ҡурмаслыҡ ҡына булһа ла ала алмай эшләгән колхозсыларын йәлләне ул.
Ҡатын-ҡыҙҙар тоҡтарға иген тултырған саҡта күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торған вәкилдәргә асыуы килде. Кемгә һөйләһен зарын? Әсәһе былай ҙа ҡыҙының кәйефен һиҙеп тора, йәлләй. Фәүзиә күпме генә тынысландырырға тырышһа ла, ҡайҙа инде — әсә йөрәге һиҙгер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шахматсы малайҙар“Зирәктәр, сәмселдәр. Мин уларҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуям”, — Йылайыр балалар ижад йорто тренеры Дамир Солтанов ағалы-ҡустылы Илсур менән Тимур Таҡаловтарҙы шулай тип маҡтап бөтә алмай.
Илсур – икенсе, Тимур өсөнсө класта уҡый. Малайҙар мәктәптән ҡайтыу менән ижад йортона йүгерә. Шахмат уйыны икеһенә лә ғәжәп оҡшай. Аҡлы-ҡаралы таҡта янында сәғәттәр буйы ултырырға риза улар.
Күңел һалып шөғөлләнгәс, малайҙарҙың уңыштары ла артҡандан-арта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1259 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гармунсы ГөлназМиәшәгәрҙә егәрле, дәртле халыҡ йәшәй. Ең һыҙғанып эшләгән кеүек, матур итеп ял да итә беләләр.
Гөлназ Мөхәмәтйәрованы телгә алһаң, мотлаҡ мәҙәниәт йорто, сәхнә күҙ алдына килә, сөнки бер генә мәҙәни сара ла унһыҙ үтмәй бында.
Матур йырлаған, өҙҙөрөп гармунда уйнаған Гөлназды ауылдаштары ла ихтирам итә. Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Әй ҡыҙҙары” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы ул.
Тормош иптәше Ирек Себерҙә эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 778 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил төкөрһә, күл булырЗаман башҡа — заң башҡа тигәндәй, ваҡыт үткән һайын тормошобоҙ яңы техника менән тулылана, әленән-әле ҡеүәтле машиналар уйлап табыла. Тормошобоҙ күпкә еңеләйҙе һымаҡ, әммә үҙгәрештәр еле рухи ҡиммәттәрҙе лә урап үтмәне. Хәҙер күптәр китап урынына — Интернетты, хат яҙыр урынға SMS-хәбәр ебәреүҙе хуп күрә. Шуға күрә лә гәзиттең тоғро дуҫтары ебәргән бер генә хатты ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Күңел йылыһын, күҙ нурҙарын һибеп яҙылған хат юлдары беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Улар уҡыусыларыбыҙҙың эске донъяһын аңларға, теләктәрен, маҡсаттарын яҡшыраҡ белергә ярҙам итә, эшкә дәрт өҫтәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 805 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ташҡындың көслө буласағы алдан күҙалланһа ла, республиканың ҡала һәм райондарын һыу баҫыу дауам итә, халыҡты хәүефһеҙ ергә күсерәләр. Тәбиғәт үҙенекен итә.
Көн һайын редакцияға әле бер төбәктә, әле икенсеһендә булған хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт килә. Мәҫәлән, кисә Ҡырмыҫҡалы районының Ляхов ауылы эргәһендә Шишмәнән Ҡырмыҫҡалыға юлланған ир, юлды ҡыҫҡартырға булып, машинаһы менән йылғаны кисергә ниәтләй. Яҙғы боҙ яҫтыҡтай булһа ла ышанма, тигән мәҡәлде онотҡандыр ул. Автомобиль һыуға батҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр һөнәр маҡтауға лайыҡ. Әммә улар араһында уҡытыусы хеҙмәте әүәл-әүәлдән үҙенең бөйөклөгө менән айырылып торған. Заман менән бергә илдәге ҡоролош үҙгәреп, мәғариф тармағы төрлө һынауҙарға дусар булһа ла, уның иңендә бер үк бурыс — балаларға төплө белем биреү, һәр яҡлап һәләтле шәхес итеп тәрбиәләү. Шуға ла халҡыбыҙ элек-электән ошо һөнәр эйәләренә хөрмәт менән ҡараған.
Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2013” конкурсы еңеүселәре менән осрашыуы – шуның асыҡ миҫалы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 815 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә “Россельхозбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Дмитрий Патрушев менән осрашты.
Унда республикалағы ауыл хужалығы эштәрен финанслау, быйылғы сәсеү һәм ураҡ кампаниялары хаҡында һүҙ барҙы. Шулай уҡ Ҡарлыман, Раевка шәкәр заводтарын үҫтереү, ошо предприятиеларға берлектә идара итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов граждандар ҡабул итте. Ярҙамға өмөтләнеп, ете кеше килгәйне.
Рәсәй Президентының Йәмәғәт башланғысында граждандарҙы ҡабул итеү бүлмәһендә ойошторолған сарала Ишембай ҡыҙы Ольга Полевкина ҡалалағы берҙән-бер парктың бик ҡотһоҙ хәлдә булыуына зарланды. Ағастар ҡороған, байтаҡ йылдар эшләгән аттракциондар иҫкергән. Ул Рөстәм Зәки улынан Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында паркты төҙөкләндереүҙе һораны. Республика башлығы ниәтте хупланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 566 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына