Ҡул эштәре — тормош йәмеЕвропа илдәрендә күптән тәбиғи материалдан яһалған көндәлек кәрәк-яраҡтың, кейем-һалымдың баһаһы ҙур. Һуңғы ваҡытта беҙҙә лә ошондай шөғөл менән мауығыусылар арта.
Ауылдашым Римма Юнысоваға һәр ваҡыт: “Бынамын тигән ҡул оҫтаһы!” — тип һоҡланалар. Бәләкәй генә ырғаҡ менән йәйғор төҫөндәге ептәрҙән күҙҙәр йыйып, ниҙәр генә бәйләмәй, энәгә еп һаплап, нимәләр генә сикмәй! Өйөндәге күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәре шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Салфетка, ултырғыс япмаһы, гөл һауыты өсөн аҫлыҡтар, тәҙрә селтәре өҫтөнән эленгән ламбрекен һәм башҡалар йортто ла биҙәй, күңелде лә күтәрә. Рамға ҡуйылған сигеүҙәре рәссамдар эшенән һис ҡайтыш түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2054 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шихан тауҙары алдынғылыҡты бирмәй“Рәсәй-10” проект-конкурсында ҡатнашҡан Волга буйы федераль округындағы тәбиғәт, мәҙәниәт, археология ҡомартҡылары, фәнни-техник прогресс объекттары араһында, Башҡортостан шихандары, әүәлгесә, беренсе урынды биләй.
Әле улар 46 меңдән ашыу тауыш йыйған. Икенсе урында, 29 700 тауыш йыйып, Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле бара. Өсөнсө урында — Удмуртиялағы “Иднакар” музей-ҡурсаулығы. Округтағы иң яҡшы бишәү иҫәбенә шулай уҡ Һарытауҙағы автомобиль күпере һәм Пермь крайындағы Көнгөр мәмерйәһе инә.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 25 мартта Урыҫ география йәмғиәте һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы “Комсомольская правда” гәзите ярҙамы менән “Рәсәй-10” мультимедиа проектын башлап ебәргәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1081 тапҡыр // Тотош уҡырға
Героин кәмей, наркомандар артаБеҙҙең эрага тиклем биш мең йыл элек башланған наркотик ҡулланыу күренеше — бөгөн донъялағы ҙур проблемаларҙың береһе. Рәсәйҙә наркомандарҙың рәсми теркәлгәндәре генә лә ярты миллион. Шуныһы күңелгә шом һала, бындайҙар йылдан-йыл арта…
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Игорь Кухарчук күптән түгел хәбәр итеүенсә, республикала героин менән һатыу итеү кәмей төшкән. Әммә ҡыуанырға ашыҡмайыҡ, сөнки синтетик наркотик етештереү күләме артҡан. Дөрөҫөрәге, “аҡ үлем” ҡолдары героин урынына, осһоҙораҡтыр типме, йышыраҡ спайс, тартыу ҡатнашмаһы ҡуллана башлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1074 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ өсөн уңайлыЯңыраҡ Асҡарҙа пенсия фонды идаралығы өсөн бина файҙаланыуға тапшырылғайны, яҙҙың тәүге көндәрендә капиталь ремонттан һуң почта бүлексәһенең клиенттар залы халыҡты ҡабул итте. Һаҡлыҡ банкының бүлексәһе лә өй туйланы.
Әбйәлилдәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы директоры урынбаҫары Л.Р. Шафиҡов, “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе начальнигы урынбаҫары Р.Р. Әбдрәхимов, район хакимиәте башлығы Р.Һ. Сыңғыҙов килде.
Халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн почта бүлексәһендә бөтә шарттар булдырылған, яңы йыһаздар һатып алынған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ергә бәйле кешеләр яҙмышыРайон активының эш көнө хакимиәт башлығы Малик Вахитов үткәргән оператив кәңәшмәнән башлана, тигәйнеләр. Алдан аныҡ ваҡытын асыҡлағайныҡ, шуға иртәләнек, хакимиәт бинаһына аяҡ баҫҡанда, сәғәт һигеҙ тулмағайны әле. "Бигерәк иртәләп ташланыҡ", — тип уңайһыҙланып та ҡуйҙыҡ. Тәҙрәләрҙә ут күренгәс, бүлмәләргә "йән" инде, тип тынысландыҡ. Күп тә үтмәй, еңел генә баҫып, Малик Шакир улы эш урынына күтәрелде. Ул арала урынбаҫарҙар, идаралыҡ начальниктары, ҡәләм-ҡағыҙҙарын тотоп, күнегелгән ғәҙәт буйынса, башлыҡ бүлмәһенә ашыҡты. Инеүселәр ултырышып бөткәс, Малик Вахитов, хәйерле көн теләп, кәңәшмәне башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 823 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәфислекте һөйә НәфисәҺәр ауылда, ҡалала оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ бар. Межгорье ҡалаһында ла байтаҡ улар. Шуларҙың береһе — Нәфисә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Шаһыбалова тураһында һөйләмәксемен.
Ул Белорет районының Исмаҡай ауылында тыуып үҫеп, педагогия училищеһында, аҙаҡ институтта уҡыған. 42 йыллыҡ педагогик эш стажы бар. Тәжрибәле уҡытыусы әле хаҡлы ялда.
Уның тырышлығына, оҫталығына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Өй эсе тулы — хужабикәнең тилбер бармаҡтары тыуҙырған балаҫтар, сигелгән һүрәттәр күҙ яуын алырҙай. Нәфисә Ғәлиәхмәт ҡыҙы — ысын мәғәнәһендә рәссам, матурлыҡ тыуҙырыусы оҫтабикә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 771 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Яҙмыш асҡан юлдарҙан барам”Ҡатын-ҡыҙ борон-борондан үҙенә донъялағы иң ҡиммәтле, һоҡланғыс сифаттарҙы туплаған. Ул ғүмер бүләк итә, йорт усағын, юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлай, хеҙмәткә һәм ижадҡа илһамландыра, яңы быуынды тәрбиәләй. Улай ғына түгел, ҡатмарлы тормош юлында үҙ урынын табып, төрлө өлкәлә уңыштар яулай. Шундай ҡатын-ҡыҙҙың береһе, мөләйем йөҙлө, ихлас күңелле, юғары рухлы, тынғыһыҙ йөрәкле, эшһөйәр Наилә Сәфәрғолова менән танышҡас та, уның тураһында мәҡәлә яҙыу теләге тыуғайны.
Тормошта әҙәм балаһы йыш ҡына битлек файҙалана. Ғаиләлә беҙ бер төрлө, ә йәмғиәттә бөтөнләй икенсе кеше. Бигерәк тә артистарға һәр ваҡыт тиерлек битлектә йөрөргә тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 727 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше йәнен дауалаусыКино сәнғәте — ғәжәп көслө, үҙенсәлекле донъя. Уның ярҙамында ҡитғалар аша артылып, Ер шары буйлап сәйәхәткә сығабыҙ, бығаса белмәгәнде беләбеҙ, ишетмәгәнде ишетәбеҙ. Күптән түгел генә Көнбайышта йәшәүсе һәр кемдең тиерлек шәхси адвокаты булыуын белеп шаҡ ҡаттыҡ. Хоҡуҡтары аҙ ғына боҙолһа ла, ҡыйырһытылһа ла — тота һалып үҙенең ҡурсалаусыһына шылтырата. Яңыраҡ ғаиләнең шәхси психологы булыуы тураһында ла белдек.
Ошоғаса ниндәйҙер сит ил фильмынан хәтерҙә һаҡланған бер эпизодты онотоп булмай: урта йәштәрҙәге ҡатын, әхирәтенә ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуы тураһында зарланғандан һуң, үҙенең шәхси психологы менән күптән осрашып һөйләшмәгәнен иҫенә төшөрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 650 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәңге ҡоромаҫ шишмә...Уҡыу йорто байрамса биҙәлгән, дәртле көй яңғырай, фойела үткәнде һәм бөгөнгөнө сағылдырған күргәҙмә ойошторолған. Белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусылары – бөгөн үҙҙәре ҡунаҡ, уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, күбеһенең ҡулында гөлләмә, кемдәрҙер иҫтәлеккә фотоға төшә. Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап колледжының 80 йыллыҡ юбилейына арналған тантана шулай башланды.
Һигеҙ тиҫтә йыл дауамында белем усағын 23 меңдән ашыу уҡыусы тамамлаған, бөгөн бында ике меңгә яҡын студент уҡый. Белем биреү учреждениеһында һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҙур һыу ял көндәрендә саҡ экология ҡазаһына алып килмәне. Стәрлетамаҡ районында ирегән ҡар һыуы нефть шламы һаҡланған тупраҡ амбарҙың ситен йыуған. Наумовка ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан был соҡорҙан мазут ағып сыҡҡан. Уның Ағиҙелгә төшөү ҡурҡынысы барлыҡҡа килгән. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡмаһын өсөн барлыҡ көстәр йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта хәүеф бөтөрөлгән, ә мазут ағып сығыуҙан тәбиғәт күргән зыянды экологтар баһалаясаҡ.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел йылғаһы кимәле Өфө янында тәүлек эсендә 22 сантиметрға күтәрелгән һәм 475 см тәшкил итә. Әйткәндәй, былтыр ошо уҡ көндә һыуҙың кимәле 458 сантиметр булған. Бөрө һәм Андреевка тирәһендә Ағиҙел 56 һәм 73 сантиметрға күтәрелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына