Илдең ҡото — балаӨфөлә Рәсәй төбәктәрендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезы бара. Сарала Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов ҡатнаша.
— Мөһим форумды Башҡортостанда үткәреү — республикаға күрһәтелгән ҙур ышаныс, — тине Президент Рөстәм Хәмитов съезды асыу тантанаһында. — Сара балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле киҫкен мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү мөмкинлеген аса. Үтә ҡатмарлы, яуаплы өлкәлә башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү ифрат мөһим. Был йәһәттән Башҡортостанда өлгө булырлыҡ миҫалдар байтаҡ.
Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында тыуым кимәле йәһәтенән — дүртенсе, ә күп балалы ғаиләләр һаны буйынса тәүге урынды биләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Америка алҡышланыОшо көндәрҙә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры Ғәлим Яҡупов менән “Тамыр” студияһы журналисы Гөлназ Ғәлимуллина АҠШ-та булып ҡайтты. Башҡортостан юлдаш телеканалының ижади емеше донъя кимәлендәге телевизион фильмдар фестивалендә иң яҡшыларҙан тип танылды һәм дипломға лайыҡ булды.
Гөлназ Ғәлимуллинаның “Күл янындағы өй” тип аталған фильмы 2002 йылда Боден күле өҫтөндә булған авиаһәләкәткә арналған. Мәғлүм булыуынса, ҡот осҡос фажиғәлә Башҡортостан балаларының ғүмере өҙөлгәйне. Фильм республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә төшөрөлгән. Унда аяуһыҙ ваҡиғаның шаһиттары, мәрхүмдәрҙең туғандары биргән интервьюлар ҙа ҡулланылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 573 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылғаның холҡо мең төрлөҺуңғы көндәрҙә күп йылғаларҙа һыу артыҡ күтәрелмәне. Сәбәбе — көндәрҙең сағыштырмаса һалҡын тороуында. Тик бөгөндән тағы йылына башланы, тимәк, һыуҙың артыуын көтөргә кәрәк.
Башгидромет белгестәре хәбәр итеүенсә, Өфөлә ташҡындың иң киҫкен мәле 23 апрелдән 28-енә тиклем буласаҡ. Ағиҙел йылғаһының Ар ташы янында 21 — 27 апрель, Бөрө тирәһендә 25 апрелдән 1 майға тиклем иң ташҡан мәл көтөлә. Өфө йылғаһы Шакша тирәһендә 21-енән 27 апрелгәсә, Ҡыҙылъярҙа 22-һенән 28 апрелгәсә иң юғары нөктәһенә етәсәк, ә Эҫем 18 апрелдән 24-енәсә ташасаҡ.
Йылғаның хәлен күҙаллауы ауыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартатайыбыҙ – батырҙар исемлегендәҠайным Фазылйән Сәлимов эҙләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан кеше. 82 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тик ултыра белмәй, ваҡыты ла юҡ. Йәйгеһен баҡса мәшәҡәттәренә күмелә, ихаталағы ҡайһы бер эш тә – уның иңендә. Ә инде оҙон ҡышта тарих менән ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, нәҫеленең шәжәрәһен төҙөргә тотондо, уға әленән-әле өҫтәмәләр индерә. Шулай уҡ Баймырҙа ауылының тарихын да яҙа башланы. Бай ғына шәхси архивы ла тупланды.
Күптән түгел яҙмаларын тәртипкә килтергәндә "күптән юғалды инде, эҙләү файҙаһыҙ" тип онотолған бер фотоһүрәт табылды. Күрһәгеҙ ине ҡайһылай ҡыуанғанын!
Ком: 0 // Уҡынылар: 631 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн икебеҙ генә иҫән…Күптән түгел республикала Башҡорт совет автономияһын ойоштороуға 94 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, бынан 64 йыл элек булып үткән хәл-ваҡиғалар иҫкә килеп төштө.
1949 йыл. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға дүрт йыл да тулмаған. Көнкүреш шарттары ла үтә наҡыҫ. Шулай булһа ла, Хөкүмәт Башҡорт АССР-ы төҙөлөүгө 30 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Ғ.И. Ғәлиев етәкселегендә ойоштороу комиссияһы төҙөлгән, комиссияла бөтәһе – 20 кеше.
Планға ярашлы, 10 – 17 мартта Өфөлә ауыл үҙешмәкәр театр коллективтарының республика смотрын үткәреү ҡаралған була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 654 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмерлек һөнәрРинат Исмәғилев — райондың тәжрибәле ветеринария фельдшерҙарының береһе, яратҡан һөнәренә 30 йылдан ашыу ғүмерен арнаған. Ишле ғаиләлә тыуып үҫкән егет Шафран училищеһына уҡырға инә. Әммә был һөнәрҙе ғүмерлек эшенә әйләнер тип башына ла килтермәй.
Яҙмыш еле уны алыҫ Находка ҡалаһына алып китә. Унда егет портта йөк тейәүсе булып эшләй. Бер нисә йыл Байкал-Амур магистрален төҙөүҙә ҡатнаша. Тыуған яғына ҡайтҡас, Ринатты "Яңы Раевка" совхозына эшкә саҡыралар һәм Мәскәүгә квалификацияны камиллаштырыу курсына ебәрәләр. Шулай итеп, мал һимертеү комплексы асылғандан бирле Ринат Рахманғол улы совхозда күп йылдар ветеринария фельдшеры булып эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 579 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер йылмайып шиңер мәл генә...Әҙәбиәт һөйөүселәр иғтибарына арабыҙҙан йәшләй киткән дуҫыбыҙ Марат Моратовтың бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Ул Учалы районының Илсе ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң ауылда мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән. Тымыҡ океанда Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәс, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған, Учалы, Краснокама райондарында, Нефтекама ҡалаһы мәктәптәрендә директор, тарих уҡытыусыһы булып эшләгән, журналистика менән шөғөлләнгән, шиғырҙар яҙған. Мәҡәләләре, әҙәби әҫәрҙәре урындағы баҫмаларҙа, республика гәзит-журналдарында донъя күрҙе. 1998 йылдан Марат Моратов "Башҡортостан" республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләне, ул — РФ һәм БР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Егәрлеләр ең һыҙғана"Нива" ауыл хужалығы етештереү кооперативының оҫтаханаһына сәғәт ике тулыр-тулмаҫтан аяҡ баҫтыҡ. Төш мәле булғас, күбеһе өйөндәлер, тип уйлағайныҡ. Ләкин тышта ла, гаражда ла ир-егеттең "тимер ат"тар янында өйөрөлөүен күргәс, эскә йылы йүгерҙе: тимәк, беҙгә кәрәкле кешеләр урынында. Ысынлап та, ҡыҙған мәлгә тура килдек: кемдер капот эсенә "сумған", икенселәр тәгәрмәс йүнәтә, бүтәндәр деталдәрҙе майлау менән мәшғүл – ҡыҫҡаһы, бөтә көс техниканы сәсеүгә әҙерләүгә йүнәлтелгән. Ҡултығына папка ҡыҫтырғаны хужалыҡ рәйесе Александр Петров икән.
– Кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү – бөгөн көнүҙәк бурыстарҙың береһе, – тип һөйләй Александр Федорович. – Был мәсьәләгә шул тиклем һаҡ ҡарайбыҙ. Тота килеп урамға сығарып ебәреп булмай ҙа инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡасан йоҡлайҙыр Сабир...”Ауылда йәшәүе еңел түгел. Бигерәк тә төпкөлдә. Шулай ҙа тырышҡанда барыһын да булдырып була икән. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына үҙ күҙҙәрем менән ышандым.
Ир күрке — мал
Бынан тиҫтә йыл самаһы элек оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләгән тәжрибәле уҡытыусынан ишеткәйнем ошо һүҙҙе. Уның әйтеүенсә, “уҡымаған”, йәғни юғары белем алмаған уҡыусылары тормошта юғалып ҡалмай, үҙ юлын табып, бик матур донъя көтә. Әбйәлил районының Хәмит ауылына юл төшөп, мәктәп директоры ниндәй маҡсат менән йөрөүемде белгәс: “Сабир уҡыуҙа алдырмаһа ла, ана, хәҙер булдыҡлы эшҡыуарға әйләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 629 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ күңеленең көҙгөһөМең ғазап менән әсирлектән ҡотолған Сәлмән ауылда фронттан да әсерәк яҙмышҡа дусар була. Аңлашылмаған сәйәсәт, ил етәкселәренең, халыҡтың, күршеләренең күңел әсирлеге ҡоршап ала уны. “Пленный”, “дошмандарға хеҙмәт иткәнһең” тип күҙен дә астырмайҙар. Бер туҡтауһыҙ тикшереү, һорау алыу... Еңеү байрамында барсаһын клубҡа саҡыралар, ә уны – юҡ. Хатта бер көн килеп атынан да ҡолаҡ яҙҙыралар. Бындай ҙа аяуһыҙлыҡты, нахаҡты күтәрә алмай яугир йөрәге…
Бөтә халыҡ сәхнәгә төбәлгән. Зал тын ҡалған. Кемдер күҙ йәштәрен һөртөп алды, мыш-мыш килгән тауыштар ишетелде. Хәҙер нимә булыр? Көтмәгәндә военкоматтан лейтенант килеп ингәс, мәрхүмдең ҡатыны, күршеләре йәнә һағайып ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1164 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына