Үҙебеҙ бысратҡанды үҙебеҙ таҙартабыҙУрамда тын алыуы иркенәйеп ҡалғандай булды. Быны, моғайын, ял көндәрендә күптәр һиҙгәндер. Ҡапыл ғына эҫеткән ҡояш ҡар аҫтынан “алып сыҡҡан” бихисап сүп-сарҙы бөтә республика халҡы таҙартты тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Был шәмбе дөйөм республика өмәләре башланды.
Совет осоронан ҡалған матур йола бөгөн дә ғәмәлдә — йыл һайын берләшеп урам буйын йыйыштырырға сығабыҙ. Өфөлә генә урам буйын таҙартырға 135 меңдән ашыу кеше йыйылды! Ғәҙәттәгесә, экология акцияһында торлаҡ-файҙаланыу участкаһы, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, урта, дөйөм һәм юғары белем биреү йорттары уҡыусылары, ябай халыҡ әүҙем ҡатнашты, 1133 берәмек техника эшкә ҡушылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тырмаға төштөләрРеспубликаның туғыҙ районында аграрийҙар баҫыуҙа дым ҡаплауға, йәғни ерҙе тырматыуға төштө.
Был эш әле Әлшәй, Баймаҡ, Благовар, Бүздәк, Дыуан, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Өфө райондарында алып барыла. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2000 гектар майҙанда тырматыу тамамланған. Бөтәһе 1,140 миллион гектар ерҙә дым ҡаплау бурысы тора.
Шулай уҡ Балтас, Ейәнсура, Ишембай, Краснокама, Күгәрсен, Мәләүез, Саҡмағош һәм Көйөргәҙе райондарының айырым хужалыҡтарында ужым культураларын ашлауға тотонғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 808 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәтебеҙҙең көҙгөһөЗәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте әленән-әле өр-яңы баҫмалар сығарып ҡыуандырып тора. Әҫәрҙәрме, яҙыусы, шағирҙар хаҡында альбомдар булһынмы — зауыҡ менән биҙәлеп, сифатлы ҡағыҙҙа донъя күрә.
Күптән түгел нәшриәттә урыҫ телендә донъя күргән “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” китабы Рәсәй Фәндәр академияһының иң яҡшы фәнни баҫмаһы тип билдәләнде. Китаптың 1-се томына боронғонан алып 1917 йылға тиклемге әҙәбиәт тарихы тупланған, һәр осорға ентекле байҡау яһап, башҡорт әҙәбиәтенең күренекле әҙиптәре хаҡында мәҡәләләр бирелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Үҫеш үҙәгендә Кеше булырға тейеш”Социология фәндәре кандидаты Рим Вәлиәхмәтов – Башҡортостан Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры, илленән ашыу ғилми эш авторы. 2004 йылда Социаль һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге булараҡ ойошторолған, 2009 йылда әлеге статусын алған ойошма 46 фән белгесен, шул иҫәптән биш фән докторын һәм 17 фән кандидатын, 10 аспирантты берләштерә. Институт белгестәре Башҡортостандағы демография проблемаһын, миграция процестарын, иҡтисади көрсөк шарттарында социаль сәйәсәттең, социаль үҫештең гендер үҙенсәлектәрен, йәмғиәттә ир-ат, ҡатын-ҡыҙ биләгән урынды, кешеләрҙең йәшәү кимәле, сифаты һәм башҡа мөһим күренештәрҙе өйрәнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 801 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закон нигеҙендә Башҡортостандың белем биреү өлкәһендә үҙ ҡануны булдырыласаҡ. Төп документта билдәләнеүенсә, төбәктәр уҡытыуҙа урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо йәһәттән Башҡортостандың мәғариф тураһындағы яңы законында ниндәй яңылыҡтар буласаҡ, үҙгәрештәр көтөләме? Милли республикаларҙы айырыуса ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған "Белем биреү теле" тип аталған 14-се статья төбәк ҡанунында нисек сағылыш табыр? Ғөмүмән, бөгөнгө уҡытыу һәм тәрбиә системаһының эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлекме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1323 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһында билдәләнеүенсә, ғаилә, йәмғиәттең төп һәм тәбиғи ойошмаһы булараҡ, дәүләт тарафынан киң яҡланырға тейеш. Йәш быуындың именлеге ошо эштең нисек ойошторолоуына бәйле. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең, опека һәм попечителлек органдарының төп бурысын ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтеү мөһим.
Өфөлә күптән түгел үткән ҙур форумда — Рәсәй төбәктәрендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезында — омбудсмен Павел Астахов тап ошо хаҡта белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 870 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белорет районындағы Ғәбдөк ауылы халҡының ташҡындан ифрат ҙур зыян күреүе, уларға ярҙам йөҙөнән “Башҡортостан” гәзите редакцияһының, тәүгеләрҙән булып, үткән аҙнала мәрхәмәтлек акцияһы иғлан итеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Өфөләр ғәбдөктәрҙең бәләһенә битараф ҡалманы: акцияның тәүге көнөндә үк Матбуғат йортона донъя кәрәк-ярағы, кейем-һалым тулы сумка-сумаҙандар тотҡан кешеләр ағылды.
Яңы аҙнаны ла изге күңелле кешеләр асып ебәрҙе: эш көнө башланыр-башланмаҫтан бәлә-ҡазала зыян күреүселәргә хәлдән килгәнсә файҙа күрһәтәйем тип ниәтләгәндәр редакцияның ишеген ҡаҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика башҡорт лицей-интернатынан жюри Рәсәйҙә ҙур танылыу яулаған Американың ТED проектына нигеҙләнгән “TEDxRBLI” конференцияһында еңеүселәрҙе билдәләне. Технология, күңел асыу һәм дизайнды аңлатҡан проектты төҙөүселәр фекерҙәр, идеялар менән уртаҡлашыу майҙансығын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Өс минутлыҡ сығышында уҡыусы үҙ проектының асылын әйтеп бирергә, тамашасыны ҡыҙыҡһындырырға тейеш.
Лицей уҡыусылары араһында иң яҡшы сығышҡа конкурс апрель башында иғлан ителгәйне. Конференцияны ойоштороусылар инглиз телендә оҫта һөйләй белгән, фән, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәләрендә үҙ идеяларын аңлайышлы һәм үҙенсәлекле еткерергә һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлауҙы күҙаллай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 20 апрелдә эш сәфәре менән Федоровка районында булды. Унда төбәк башлығы социаль-иҡтисади хәл менән танышты, ҡайһы бер предприятиеларға, учреждениеларға барҙы, район Советы депутаттары, предприятиелар, ойошмалар, бюджет учреждениелары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, “Яҡташтар” проектында ҡатнашыусылар менән осрашты.
Балыҡлы ауылында Рөстәм Хәмитов яғыулыҡ-энергетика комплексы, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн үткәргес торба деталдәре сығарған “Стрела” етештереү берекмәһен ҡараны. Предприятие 2011 йылда райондың әүәлге машина-технологик станцияһы бинаһында асылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға