Фордҡа етеүсе юҡ!
Белгестәр донъялағы иң популяр автомобилдәрҙе атаған. Баҡһаң, 2012 йылда Ford Focusҡа етеүсе булмаған икән – уны 1 020 410 кеше һатып алған. Әйткәндәй, уның һәр дүртенсеһе Ҡытайҙа һатылған.
Икенсе урында иһә Toyota Corolla килә, уны 872 774 кеше үҙ иткән. Өсөнсө урында пикап Ford F-Series урынлашҡан, уны 800 меңгә яҡын кеше һатып алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миллиондарса һум сарыф ителһә лә, Рәсәйҙә автомобиль ҡорбандары кәмемәй
Һуңғы ике йылда Рәсәйҙә автомобиль авариялары йәнә арта башланы. Был күренеш юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн көрәштең ни өсөн һөҙөмтәһеҙ булыуының төп сәбәптәрен эҙләргә мәжбүр итә.
Һандар, ысынлап та, һис кенә ҡыуандырмай. Былтыр Рәсәй юлдарында 203 597 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был 2011 йыл менән сағыштырғанда 1,9 процентҡа күберәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 629 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыныс тормош шарттарында ла һәр саҡ көсөргәнешлеккә, көтөлмәгән һынауҙарға даими әҙер булыуҙы талап иткән һөнәрҙәр бихисап. Шуларҙың береһе — янғын һүндереүселәр хеҙмәте.
Беҙҙең ҡалалағы 135 мең кешенең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы 37-се янғын һүндереү часына йөкмәтелгән. Ул Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Бөрө ҡалаһында урынлашҡан 26-сы отрядына ҡарай. Коллектив 42 кешенән тора, турана-тура “ҡыҙыл әтәс”кә ҡаршы сараларға туғыҙар хеҙмәткәрҙән торған дүрт ҡарауыл даими йәлеп ителә, йәғни улар сиратлап тәүлек буйына дежурҙа тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 661 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысында ойошторолған “Балаларға китап бүләк итәйек” акцияһы әүҙем дауам итә.
Алты ҡала халҡы тарафынан йыйылған китаптар ауыл, дауахана, приют һәм балалар йорттары китапханаларына оҙатыла. Кисә Ауырғазы районының балалар йортона ла тәүге ылау килде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Альберт Мифтахов һәм уның фекерҙәштәре балалар менән аралашҡандан һуң уларға төрлө ҡыҙыҡлы китаптар бүләк итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 559 тапҡыр // Тотош уҡырға
Синоптиктар билдәләүенсә, республикала яҙ ғәҙәттәгенән бер аҙнаға алданыраҡ башланды: ер йылынған, дымлылыҡ тейешле кимәлдә, тимәк, сәсеүҙе башлау өсөн ваҡыт бик ҡулай. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: быйыл республика Хөкүмәте тарафынан ауыл хеҙмәтсәндәренә яҙғы баҫыу эштәрен йылдам һәм агротехник талаптарҙы теүәл үтәп башҡарыу өсөн ҙур ярҙам күрһәтелде.
— Аграр тармаҡҡа ил һәм республика ҡаҙналарынан былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк аҡса бүленде. Ярҙам күләме 2,2 миллиард һумға барып баҫты. Әле һөт, сусҡа һәм ҡош ите етештереүселәргә бүленәсәк субсидиялар күләме билдәләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 493 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Туймазы районында һәм ҡалаһында булды.
Ҡаланың үҙәк паркында Президент экологик өмәлә ҡатнашты, Рөстәм Хәмитов Боҙ аренаһы төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. Спорт ҡоролмаһы 2010 йылда һалына башлаған. Бында универсаль арена, 800 урынлыҡ трибуна, ике спорт залы, кейем алмаштырыу, душ бүлмәләре, медицина пункты, кафе буласаҡ. Дөйөм алғанда, объект төҙөлөшөнә 330 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Эш графикка ярашлы бара, әле ҡорамалдарға заказ бирелгән. 1 сентябрҙә Боҙ аренаһы ишектәрен асасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 421 тапҡыр // Тотош уҡырға
***
Дәүләт Думаһы депутаттары Владимир Путиндан Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливановты эшенән алыуҙы талап итә. Улар етәксенең эшенән ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, һәм ул артабан был вазифала ҡалырға тейеш түгел тип бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡара тәнлеләр власҡа килә

Италияла парламент һайлауы булып уҙыуға ике ай тигәндә, ниһайәт, яңы хөкүмәт составы формалаштырылды. Был — яңы хөкүмәттең рәйесе Энрике Леттаның ҙур ҡаҙанышы. Сөнки Италия быға тиклем сәйәси көрсөк кисере, парламент һайлауында ҡатнашҡан партиялар үҙ-ара тартҡылашып, уртаҡ фекергә килә алмай йонсоно. Президент Джоджо Напалитано хатта парламентты яңынан тарҡатыр сиккә еткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы осорҙа матбуғатта башҡорт теленең, республикабыҙҙа дәүләт телдәренең береһе булараҡ, тормошобоҙҙа тотҡан урыны хаҡында байтаҡ ҡына яҙма донъя күрҙе. Белеүебеҙсә, дәүләт теленең үҙ вазифаһын һәр йәһәттән юғары кимәлдә башҡара алыуында әҙәби тел мөһим роль уйнай. Ошо күҙлектән филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты Зиннур Нурғәлиндең башҡорт теленең халҡыбыҙға хеҙмәт итеүен камиллаштырыуға арналған яҙмаларының да үҙ урыны бар. Әле шуға бәйле ғалим менән әңгәмә тәҡдим ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таң атыу менән Сапыҡ исемле егет үҙенең янындағы юлсыларға: “Мин — атайым Шәкирөмбәттең беренсе улы. Ул миңә, атыңды мен дә, үҙеңә бүтән күсенеп йөрөмәҫлек, бер урында йәшәрлек, малдарыңды көтөрлөк ер тап, тип ебәргәйне. Урын таптым. Ошонда ауыл буласаҡ”, — тип әйткән һәм беренсе өй урынын билдәләгән. Ә унан да иртәрәк, 360 йыл элек, хәҙерге Төркмәнстан иле яғында Ҡусҡарөмбәт исемле, милләте билдәһеҙ бер кеше йәшәгән.
Ҡусҡарөмбәт ҡомлоҡта, тау-таш араһында ғаиләһе менән йәшәгәндә, малды туйғансы эсерерлек һыуҙы күрә алмаған, яҙ башында уҡ сыҡҡан, ләкин ҡояш эҫеһендә шунда уҡ ҡатып ҡалған үләндәрҙе күреп зарланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 602 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 40 Алға
Бит башына