Поздравляю вас с самым молодым общенациональным праздником — Днем российского парламентаризма, который мы отмечаем в этом году впервые. Датой празднования выбрано 27 апреля — день начала работы в 1906 году Государственной Думы Российской Империи — первого в истории нашей страны демократического института.
Этот памятный день является профессиональным праздником депутатов нашего законодательного органа и всего депутатского корпуса республики, которые своей деятельностью последовательно создавали правовую базу реформ, отстаивали интересы людей. В 1995 году был создан высший законодательный орган республики – Государственное Собрание – Курултай, занявший важное место в системе государственной власти Башкортостана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Абруй фиҙакәр хеҙмәт менән нығытылаСовет районы — Өфөнөң сәнәғәт, мәҙәниәт, мәғариф һәм спорт үҙәктәренең береһе. Бында ҡырҡтан ашыу ҙур һәм уртаса предприятие, 12 500 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. "Гидравлика" агрегат предприятиеһы, "Геоспейс Технолоджис Евразия", "СНЭМА-сервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, "УЗЭМИК" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Магнетрон" микроэлектроника заводы, Өфө тепловоздар ремонтлау заводы, "Геофизика" фәнни-етештереү фирмаһы, "Нефтеавтоматика" һәм башҡалар республикала киң билдәле. Район юбилейҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Район хакимиәте башлығы Салауат Ахун улы БӘХТИӘРОВҠА ошо хаҡта һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 784 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр шишмәнең – үҙ йырыБөгөн ауыл кешеһе өсөн иң мөһиме – шөғөл булһын һәм хеҙмәт хаҡы түләүҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәһен. “НЕРАЛ-Шишмә” ауыл хужалығы етештереү предприятиеһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иһә был тәңгәлдә барыһы ла яҡшы: Ураҙбахты, Алкин, Сәлих һәм Санжаровка ауылдары халҡы эш урыны булыуына шат, аҡсаһын да ваҡытында ала.
– Ғәҙәттәгесә, оҙон ҡыш буйы техниканы ремонтланыҡ, запас частар хәстәрләнек, – ти хужалыҡ етәксеһе Илшат Ғабдрахманов. – Хәҙер трактор һәм машиналарҙың һәр береһе төҙөк икән, был — хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһе. Яҙ башланыу менән бөтә көстө ашлама ташыуға йүнәлттек. Ошо көндәрҙә дым ҡапланыҡ, ашлама тараттыҡ, ужымды өҫтәмә туҡландырҙыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, сәсеүҙе дәррәү башланыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 774 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илебеҙҙең хәҙергеһе һәм киләсәге нигеҙеБашҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе К.Б. Толкачев
Парламентаризм — ул төрлө дәүләттәрҙә махсус һыҙаттарға эйә булған күп йөҙлө универсаль күренеш. Уның барлыҡҡа килеүенә байтаҡ факторҙар — идара итеү алымы, йәмғиәттәге социаль көстәрҙең нисбәте, мәҙәниәт, иң элек хоҡуҡи мәҙәниәт кимәле, ил традициялары, сит ил тәжрибәһе һәм башҡалар — йоғонто яһай.
Хәҙерге парламентаризм властың вәкиллекле закон сығарыу органының дәүләт механизмында төп әһәмиәткә эйә булыуын, башҡарма власть органдары өҫтөнән контролде тормошҡа ашырыу вәкәләттәренән файҙаланыуын, башҡарма власть тарафынан ғәмәлгә ашырылған сәйәсәтте билдәләп, сәйәси системаның үҙәгендә тороуын аңлата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тамыр”ҙың үрҙәре күп әле!Ҡәҙерле бәләкәстәр, илебеҙҙең ниндәй булыуын теләр инегеҙ? Белеп торабыҙ: уй-хыялығыҙ "Тамыр" йыр ансамблендә шөғөлләнгән тиҫтерҙәрегеҙҙеке менән бер иш. "Йылмайыуҙан балҡыған, яҙ миҙгеле китмәгән, асыу-ҡайғы килмәгән, изгелек һибелгән ил кәрәк миңә!" — тип йырлай улар. Дуҫтарыбыҙҙың яҙ концерты ла, һәр ваҡыттағыса, ошондай рухта үтте.
Белеүегеҙсә, "Тамыр" телеканалы беҙҙе бындай тамашаға йыл да йыя. Бөрө тиртеп сығып, умырзая баш ҡалҡытып, ҡояшҡа иркәләнгән мәлдә балалар ҙа моң илендә наҙланып ҡайта кеүек. Ә быйыл улар, йырлап-бейеп кенә ҡалмай, күмәкләп "Тау-тау биштәр" тип аталған сәйәхәткә сығып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 819 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәйҙең ҡанаты аҫтындаХужабикә эй шатлана: Инә ҡаҙ бер оя бәпкә сығарҙы. Уңды! Бәпкәләрҙең барыһы ла бер-береһенә оҡшаш: йомшаҡҡай, йәшкелт һары ғына!
Ун көн тирәһе өйҙә тотҡас, хужабикә бәпкәләрҙе Сәрмәсән буйындағы сиҙәмгә алып барҙы. Ҙур табаға һыу ҡуйҙы. Себештәр йәшел бәпкә үләнен өҙөп ҡаба ла йүгереп барып һыу эсә, ҡояш нурҙарында кинәнә. Инә ҡаҙ менән Ата ҡаҙ ҡаңғылдап ҡуя: ҡыуаныстарын шулай аңлата улар.
Белеп тораһығыҙ: хужабикәнең эше муйындан ашҡан. Тиҙ генә ҡайтып киләйем тип, өйгә табан йүнәлде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 663 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтынсы саҡырылыштағы “алтын урталыҡ”Рәсәй парламентаризмы көнө уңайынан Дәүләт Думаһы депутаты З.Й. Рәхмәтуллинаға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Әңгәмәсебеҙ илдең закондар сығарыу органында тәүге мәртәбә эшләй, шулай ҙа башҡарма власта ҙур эш тәжрибәһенә эйә: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары булғанда мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр, физик культура һәм спорт, архив эше мәсьәләләрен көйләне. Ул — 27 закон проекты авторы, дүртәүһе ҡабул ителеп, Рәсәй Президенты тарафынан раҫланды.
— Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, парламентта эшләү һеҙҙең өсөн нимә ул?
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ауылым бигерәк матур,
Тауҙар уратып алған.
Балыҡҡа бай, таҙа һыулы
Һүрәм сылтырап аға.

Ҡарһаҡлы тигән йылғабыҙ
Йүгерә ауыл янынан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 667 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыш ҡына булам мин
Өләсәйҙә ҡунаҡта.
Уны бик ныҡ һағынам,
Ул да мине ярата.

Ҡапҡаны асып инәм,
Өләсәйем ҡаршылай.
Һәм олатайға әйтә:
— Самауырҙы ҡуй, бабай!
Ком: 0 // Уҡынылар: 618 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миңлекамал өләсәйемде бик яратам. Егәрле лә, изге күңелле лә ул.
Өләсәйемдең бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Уҡырға һәләте, теләге ҙур булһа ла, IV кластан һуң эшкә төшкән. Ун ике йәшенән колхозда һарыҡ ҡараған. Тырыш булғаны өсөн Мәскәүгә Бөтә Союз Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә делегат булып та барған.
Өләсәйем — туғыҙ бала әсәһе. Олатайым 1998 йылда үлеп ҡалған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 40 Алға
Бит башына