Рәсәй Президенты В. Путиндың Указына ярашлы, 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар һәм бала саҡтан I группа инвалидтарын тәрбиәләүсе эшләмәгән ата-әсәләргә һәм опекундарға айлыҡ түләүҙәр арттырыласаҡ.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, беҙҙең республикала түләүҙәр, Урал коэффициентын да иҫәпләп, 1 380 һумдан 6 325 һумға тиклем тәшкил итәсәк. Бала саҡтан I группа инвалидтарын һәм инвалид балаларҙы тәрбиәләгән хеҙмәткә һәләтле 12 747 кешенең 6 898-е (ата-әсәләр һәм опекундар) айлыҡ түләүҙәрҙе юғары күләмдә алыу хоҡуғына эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 690 тапҡыр // Тотош уҡырға
Драматург, арҙаҡлы шәхес Нәжиб ағай Асанбаевтың арабыҙҙа юҡлығына ышанғы килмәй. Ул бөтә ғүмере буйына командир булып йәшәне һәм ижад итте.

Бөйөк Ватан һуғышында хәрби офицер дәрәжәһендә батарея командиры булып Бөйөк Еңеүгә үҙенең өлөшөн индерһә, тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡас, талантын әҙәбиәткә хеҙмәт итеүгә арнаны. Бында ла ул командир булды, мин уны драматургия генералы тип атар инем. Нәжиб Вилдан улы үҙе кеүек үк бөйөк шәхестәр тураһында драмалар яҙып һәйкәл ҡуйҙы. Советтар Союзы Геройы, шағир Муса Йәлилгә арнап “Ҡанат йәйгәндә” тигән драмаһын ижад итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 618 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 апрелдән 2013 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға рәсми яҙылыу кампанияһы башланды.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Икенсе ярты йыллыҡта "Башҡортостан"дың индекстары артыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Гәзитебеҙ июль айынан дүрт индекс буйынса сығасаҡ. Хәҙер, мөмкинлегегеҙгә ҡарап, һайлап яҙыла алаһығыҙ. Өҫтәмә индекс булдырғанда, һеҙҙең теләк-тәҡдимдәрегеҙ иҫәпкә алынды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 апрелдән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында бәләкәй авиацияны үҫтереү программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Проекттың төп маҡсаттарының береһе — халыҡтың эш әүҙемлеген арттырыу, төбәктәрҙе иҡтисади йәһәттән өҫтәмә үҫтереү.
Был программа федераль округ төбәктәрендәге аэропорттарҙың инфраструктураһын яңыртыу мөмкинлеге бирәсәк. Күҙаллауҙарға ҡарағанда, пассажирҙар ташыу быйыл уҡ артасаҡ. Ер транспортында йөрөү менән сағыштырғанда йылына 1,5 миллион сәғәт экономиялана. Пассажирҙар авиабилет хаҡының 50 процентын ғына түләйәсәк, ә ҡалғаны федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан ҡапланасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 459 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәтендә Бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау комиссияһының ултырышы үтте. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы.
Сарала “Башҡортостанда бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Был Закон балалар өсөн комендант сәғәтен булдырыуҙы, төндә улар яңғыҙ урамда йөрөгән өсөн ата-әсәләрҙең яуаплылығын көсәйтеүҙе күҙаллай. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, үҫмерҙәр енәйәтселеге былтыр 16,3 процентҡа кәмегән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 519 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ижевскиҙа Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты.
Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәрҙе. Ултырышта округ төбәктәрендә демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу хаҡында һүҙ барҙы.
Сара барышында төбәк башлыҡтары бөгөнгө демографик хәлгә баһа бирҙе, ыңғай һөҙөмтәләргә туҡталды, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тикшерҙе.
Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостанда демографик хәлдең яҡшырыуы күҙәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 642 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 Алға
Бит башына