Рәхмәтебеҙ сикһеҙ һеҙгә, ветерандар!Баш ҡала халҡы 9 Май байрамын Еңеү паркында ҡаршыларға күнеккән. Быйыл иһә унда иртә таңдан алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Кешенең шул тиклем күп килеүенә әллә ҡояшлы көн, әллә ветерандарға тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтеү теләге сәбәпсе булды. Моғайын, икенсеһелер.
Йола буйынса Мәңгелек утҡа күп милләтле республикабыҙ халҡы исеменән сәскә һалырға тип Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республика етәкселегенән башҡа вәкилдәр килде. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә, ҡаһарман яҡташтарыбыҙ Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, легендар командирҙар Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Кусимов бюстарына ла гөлләмә һалынды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шойгу парад ҡабул иттеМәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 68 йыллығына арналған хәрби парад булды.
Быйыл унда 11 меңдән ашыу һалдат һәм офицер, хәрби уҡыу йорттары курсанттары, 101 берәмек хәрби техника һәм Рәсәй Хәрби-Һауа көстәренең 68 самолет менән вертолеты ҡатнашты. Рәсәй Президенты, Юғары баш командующий Владимир Путин һуғыш һәм тыл ветерандарын Еңеү байрамы менән ихлас тәбрикләне.
Быйыл хәрби парадты тәүге тапҡыр Рәсәйҙең оборона министры вазифаһында Сергей Шойгу ҡабул итте. Армия генералының парадта хәрби формала (элекке министрҙан айырмалы) ҡатнашыуы сараға тантаналылыҡ өҫтәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 644 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яуаплылыҡ — дәүләт именлеге нигеҙеБылтыр Башҡортостандан 12 800 кеше армияға алынған. Республика хәрби комиссариаты Үҙәк хәрби округта саҡырылыш күрһәткестәре буйынса алдынғы урынға сығып, күсмә вымпелға эйә булды. Ғөмүмән, һуңғы биш йылда 85 меңдән ашыу егетебеҙ һалдат ҡайышы быуҙы. Бөгөн республикала 100 меңдән ашыу саҡырылыусы иҫәптә тора. Йылдың тәүге яртыһында 5 400 яҡташыбыҙ армияға ебәреләсәк.
Башҡортостанда илһөйәрлек тәрбиәләү, егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашырлыҡ ойошмалар аҙ түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һағындыра йәшлегем ҡалаһыБейек үлән араһындағы ялан юлынан ат талғын ғына юрта. Томан аша ҡаланың бейек торбалары, унан берәм-һәрәм ҙур йорт түбәләре күренә башланы. Бәләкәймен әле, күп булһа, алты-ете йәштер, Дәүләкән баҙарына йыйынған атай-әсәйемә эйәргәйнем. Бындай оҙон сәфәргә тәүгә сығыуым.
Ҡояш яңы ҡалҡып килә, йоҡо туймаһа ла, түҙәһең — баҙарға таңдан ҡуҙғалалар. Ара әллә ни йыраҡ та түгел, ун биш саҡрым тирәһелер, ат юрттырып барһа, бер сәғәтлек инде. Ҡалаға ла еттек, өйҙәрҙең күплегенә, матур итеп йоморо таш түшәлгән урамдарға иҫем китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 721 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаларҙың һаулығы — ышаныслы ҡулдарҙаДонъялағы иң изге, шәфҡәтле һөнәрҙәр эйәләренең береһе ул табип. Ә инде балаларҙы дауалау, бәпестәрҙең сәләмәтлеген ҡурсалау икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй, оло йөрәк, күңел киңлеге талап итә.
Өфө районының Михайловка ауылындағы амбулаториянан иртәнән кискә тиклем кеше өҙөлмәй. Бәпестәрен күтәргән йәш әсәләр, мәктәп йәшендәгеләр балалар табибына сират ала. Йөҙҙәренән ихлас йылмайыу китмәгән педиатр Регина Хәйҙәрова менән шәфҡәт туташы Инзилә Әхмәтшина һәр сабыйҙы ентекләп ҡарай, дауалау курсы билдәләй, сәләмәтлекте нығытыу буйынса файҙалы кәңәштәрен бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 971 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыу ярына ҡайта, әммә мәсьәләләр ҡала...Хәбәр итеүебеҙсә, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә һыу баҫыуҙан ҡаза күргәндәр өсөн гуманитар ярҙам ойошторҙо. Тәғәйенләнгән көндө лә көтмәйенсә, нәшриәт биргән машинала тәүге ылау менән юлға сыҡтыҡ. Туп-тулы кейем-һалым, һауыт-һаба, башҡа кәрәк-яраҡ тейәп. Ләкин Ғәбдөккә барып етә алманыҡ — йөктө Йөйәк ауылы хакимиәтендә ҡалдырҙыҡ. Машина юлының өс-дүрт километры Инйәр йылғаһының ажғыр тулҡындары аҫтында ҡалғайны...
Был турала күп яҙылды, һөйләнелде, күрһәтелде. Шуға ла һүҙҙәр эпилог урынына булһын.
Ком: 1 // Уҡынылар: 837 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сиратҡа автомат яҙаДауахана сираты кемде генә йонсотмай! Ҡайһы бер табиптарға яҙылырға иртәнге алтынан килеүселәр бар хатта. Сәбәбе ауырыуҙарҙың күплегендә генә түгел. Регистратуралар үҙ эшен ойоштороу буйынса көн талабынан күпкә артта ҡалған. “Кеше факторы” тигән төшөнсә лә үҙгәрешһеҙ: яҙылыу тәҙрәһе алдында көткән өсәүҙе лә, һыу буйы сиратты ла, ғәҙәттә, бер кеше хеҙмәтләндерә, уға ярҙамға килеүсе юҡ...
Нефтекама ҡалаһы дауаханаларында ошондай хәлде бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар тормошҡа ашырылды: өс поликлиникала, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында, диагностика бүлексәһендә һәм балалар поликлиникаһында табиптарға яҙылыуҙың электрон ысулы эшләй башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
70 йәшем тулыу айҡанлы юбилей кисәләрен ҙур байрамға әйләндереп ебәргәндәре өсөн Ейәнсура районы хакимиәтенә, уның мәҙәниәт, мәғариф бүлектәренә, район башҡорттары ҡоролтайына һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларына, Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатына, Иҫәнғолдоң 1-се, 2-се, 3-сө урта мәктәптәренә, “Урман” йәмғиәтенә, Байдәүләт ауыл биләмәһе хакимиәтенә, Ибрай ауылы халҡына; юбилей кисәләренең бәҫен, мәртәбәһен күтәреп ҡотлағандары өсөн Башҡортостан Яҙыусылар союзына, республиканың Мәғариф министрлығына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына, республика гәзиттәре
Ком: 0 // Уҡынылар: 942 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк Ватан һуғышы осоро менән бала саҡтан ҡыҙыҡһынам, сөнки ике олатайым да һуғышта булған.
Ғәйзулла Ғафаров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән, яуҙа алған яранан һуҡыр ҡалған. Уны күрергә насип булманы. Шулай ҙа олатайҙың иҫтәлектәрен гел һөйләй торғайнылар.
Икенсе олатайым (беҙ уны ҡартатай тип йөрөттөк) Миҙхәт Алмаев “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Һуғыш тураһында һөйләргә яратмаһа ла, бер осраҡты йыш хәтерләй ине: уның иңбашы яралана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1243 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республиканың баш ҡалаһында 39 ветеран юғары наградаға — Өфөнөң Почет грамотаһына һәм күкрәккә тағылмалы “Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн” билдәһенә лайыҡ булды. Яҡшы йола буйынса уларҙы ҡала Советы депутаттары бүләкләне. Былтыр ветерандарҙы республиканың Хәрби Дан музейында тәбрикләгән булһалар, быйыл уларҙың өйҙәренә барырға ҡарар ителде. Теләге һәм хәле булған яугирҙәр депутаттар менән осрашыуға үҙҙәре килде.
Ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко был көндө дүрт ветерандың өйөндә булды. Уларҙың һәр береһенә финанс ярҙамы күрһәтелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1237 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына