Йәштәр килә ул, саҡыра белһәң"Эшләйем тиһәң — эш, йәшәйем тиһәң фатир бар, шәхси йорт төҙөргә урын да бирәләр. Теләүселәр булһа, Архангел үҙәк район дауаханаһына рәхим итһен!" — тиһәк, ҡайһы берәүҙәр ышанмаҫ, моғайын. Табиптарға мөнәсәбәт бында, ысынлап та, шулай яҡшы. Былтыр көҙ юғары медицина белемле 11 йәш белгес эшкә килеп отолмаған. Барыһына ла социаль торлаҡ бирелгән.
Ә инде "Ауыл табибы" программаһы буйынса шәхси иҫәптәренә 1 миллион һум аҡса күсерелгәс, йөҙҙәренең балҡыуын күрһәгеҙ, йөрәктәренең ярһыбыраҡ тибеүен белһәгеҙ икән! Өҫтәүенә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов вәғәҙә иткән 100 мең һум аҡсаны ла алаһылары бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кәңәшсебеҙ ҙә, ярҙамсыбыҙ ҙа”2013 йылдың тәүге яртыһына тотош коллектив менән “Башҡортостан”ға яҙылып, гәзиттең “Почет таҡтаһы”на ингән толпарҙар шулай тине беҙгә.
Аллаға шөкөр, үҙҙәренең тормошон матбуғатһыҙ күҙ алдына килтерә алмаған тоғро дуҫтарыбыҙ артҡандан-арта. 70-кә яҡын хужалығы булған Толпарҙа бығаса гәзитебеҙҙе бер-ике кеше генә алдырһа, хәҙер күпләп яҙылалар.
– “Башҡортостан”ды көтөп алам, ундағы мәҡәләләрҙе иғтибар менән уҡыйым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 632 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асарбаҡтарға — йылы ашБерәҙәктәрҙе һәр ҡалала осратырға мөмкин. Сафтарының йылдан-йыл йәшәрә барыуы бигерәк аяныс. Әммә бөгөн йәмғиәттә уларҙы һыйындырған һәм яҡлаған ойошмалар юҡ кимәлендә.
Сибай ҡалаһының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге коллективы иһә ауыр хәлдә ҡалған кешеләр яҙмышына битараф түгел. Тап уларҙың тырышлығы һәм башланғысы менән февралдә ҡалала социаль ашхана асылғайны, әле асарбаҡтарҙы аҙнаһына бер тапҡыр туҡландырыу мәсьәләһе хәл ителгән. “Урал аръяғы” мәрхәмәтлек фонды менән берлектә ойошторолған йылы ашҡа килеүселәргә ошонда уҡ булдырылған “Әйберҙәр банкы”нан кейем-һалым бирелә
Ком: 0 // Уҡынылар: 702 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сибәркәйҙәр —байҙар ҡосағындаЯңы заман яңы күренештәр тыуҙырҙы. Иркенлек, демократия елдәре иҫә башлағас, кем әйтмешләй, тоталитар режим ҡоршауы таралды, яман ғәҙәттәр өсөн быуа йырылды, “Ғаилә – ил ячейкаһы” тигән һүҙҙәр онотолдо. Элек сит ҡатындар менән йөрөгән ирҙе партия ойошмаһына, бюроға саҡыртып, партбилетын тартып алһалар, юғары вазифанан ҡолаҡ ҡаҡтырһалар, хәҙер – хөрриәт. Ник унда дүрт һөйәркә тотмайһың – бер кемдең дә шәхси тормошоңа ҡыҫылырға хаҡы юҡ. Шуға сал сәсле бабай 18 йәшлек ҡыҙ менән “аралаша” икән, уға бер кем дә һүҙ әйтә алмай, киреһенсә, маҡтап та ҡуялар – булдыра, йәнәһе…
Ком: 0 // Уҡынылар: 596 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Р. Үтәев, "Башҡортлоҡ нимәнән ғибәрәт?", 2012 йыл, 17 май)
Мәҡәләне уҡып, аптырашта ҡалдым.
Ул урыҫса "Башкирский" тип билдәләнгән юғары уҡыу йорттарының башҡортса "Башҡорт" тип алыныуына ҡаршы сыға, хатта "Башҡорт" тип яҙыуҙан ғына башҡортлоҡ артмай бит, тип тә ебәрә. Ниңә артмаһын, арта ул!
Ком: 0 // Уҡынылар: 708 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәттә – илерткес яҙ! Наҙ, матурлыҡ, шатлыҡ һәм бәхеттән туҡылған кеүек һауа. Йөрәктәге яҙ ҡояшының сағыу нурҙарын башҡаларға ла өләшке, кем менәндер ҡыуаныстарҙы уртаҡлашҡы килә. Ошондай мәлдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы Татарстанға гастролгә барып, күркәм миҙгелдең сәләмен күрше республика тамашасыһына еткерҙе.
Ҡазандағы гастроль өсөн театрҙың бөгөнгө үҫешен сағылдырған, ижади труппаның башҡарыу оҫталығын билдәләгән һәм, әлбиттә, төрлө тамашасының зауығын ҡәнәғәтләндерерҙәй әҫәрҙәр һайлап алынды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Краснокама районына эш сәфәре барышында реконструкциянан һуң асыласаҡ “Ҡарағай урманы” (“Сосновый бор”) шифахана-профилакторийында булды һәм “Уралагро” ауыл хужалығы предприятиеһы менән танышты.
Шифахана-профилакторий Кама йылғаһы ярында, Николо-Березовка ауылында урынлашҡан. Уның дауалау корпусын реконструкциялауға 200 миллион һум тотонолған булған. Әле бында тейешле ҡорамалдар ҡуйылған, пациенттарҙы ҡабул итеүгә әҙерҙәр. Августа торлаҡ комплексын реконструкциялау күҙаллана, уға 10 миллион һум аҡса бүленәсәк. 100 урынлыҡ профилакторийға ялға килеүселәрҙең 60 процентын “Башнефть” хеҙмәткәрҙәре тәшкил итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2013 йылда республикала “Һабантуй” халыҡ байрамын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Хөкүмәтенә район хакимиәттәре менән берлектә байрамды ойоштороуҙы тәьмин итергә ҡушылған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам саралары уҙғарылған ерҙә медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойоштороу, республика буйынса Эске эштәр министрлығы менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығына йәмәғәт тәртибен һаҡлау, юл хәрәкәте һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Поезд урман, ҡырҙар буйлап алға елдерә лә елдерә. Кем генә юҡ вагонда! "Һине белмәйем, ә мин ҡыҙыма барам, ейән-ейәнсәрҙәрем көтә", — тип йылмая күршелә ултырған әбей. Сумкаһы тулы күстәнәс.
— Үҙем өсөн йәшәргә ваҡыт булманы, эшләнем дә эшләнем... — тип үкенес тә белдереп алды. — Ғүмер үткәнен һиҙмәгәнмен дә, хатта үҙ балаларымды алдыма ултыртып иркәләгәнемде хәтерләмәйем. Хәҙер ғүмеремдең аҙағына етәм, йәшәгән тиклем йәшәй алмаҫмын шул. Бәләкәстәремде, исмаһам, күреп йыуанам, уларға үҙемдең үткәндәрем тураһында һөйләйем. Йәшәйеш бик ҡыҫҡа икән ул, "һә" тигәнсә үтә лә китә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 744 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың: "Балалар йорттарын йоҙаҡлап ҡуйырға тейешбеҙ. Етемдәрҙең ваҡытлыса торлаҡта түгел, ә йылы ғаилә ҡосағында үҫеүе кәрәк", — тип әйткәне мәғлүм. Мөмкин тиклем күберәк етемде атай-әсәйле итер өсөн республикала етди ҡарарҙар ҙа ҡабул ителде: бер тапҡыр түләнә торған пособие билдәләнде, мөмкинлектәре сикләнгән баланы ҡарауға алған осраҡта түләү 508 мең һумға тиклем арттырылды.
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүмдәр яҙмышына ил кимәлендә лә иғтибар ҙур: Рәсәй Президенты Владимир Путин баланы уллыҡҡа алыуҙы еңеләйтеү һәм тиҙләтеү, ата-әсәне алыштырасаҡ кешеләр өсөн мәктәптәр асыу тураһында бойороҡ сығарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 562 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 40 Алға
Бит башына