"Баҫма мәҡәлә яҙырға өйрәтте"Фәнзилә ЗАРИПОВА, Нуриман районының башҡорт телендәге "Нур Иман" гәзитен әҙерләп сығарыусы:
— Ун йылдан ашыу режиссёр булып эшләһәм дә, мауыҡтырғыс журналист һөнәре үҙенә ылыҡтырҙы. Район гәзитенә килгәс, яратҡан баҫмам "Башҡортостан" ярҙамында мәҡәлә яҙырға өйрәнә башланым: үткер ҡәләмле, абруйлы журналистарҙың яҙмаларын ентекләп уҡыйым, фәһем алам, оҫталығымды арттырырға тырышам. "Уҡытыусым"дан алған һабаҡтарҙың һөҙөмтәһе лә бар —тиражыбыҙ бер йыл элек 250 дана булһа, хәҙер 360-ҡа етте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 866 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөйөм эш көтәБашҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы берлектәге кәңәшмә үткәрҙе. Сәбәбе билдәле: оҙаҡламай — һайлау.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға бишенсе саҡырылыш депутаттар һайлау үҙгәргән ҡануниәт шарттарында үтәсәк. Улар тураһында Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 829 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олимпия утын – Йыһанға!Федераль космос агентлығы "Сочи-2014" Олимпия уты эстафетаһының почетлы партнерына әүерелде. Бындай килешеүгә "Cочи-2014" ойоштороу комитеты президенты Дмитрий Чернышенко менән "Роскосмос" етәксеһе Владимир Поповкин ҡул ҡуйған.
Хәҙер "Космос" махсус проекты буйынса Олимпия факелы Халыҡ-ара космос станцияһына оҙатыласаҡ. Олимпия уйындары тарихында был тәүге хәл. Факелды ноябрҙә "Союз" ракетаһы менән оҙатыу планлаштырылған, унда Сочи ҡалаһында үтәсәк Олимпия уйындарының символикаһы ла төшөрөләсәк. Факелды космонавтар Олег Котов менән Сергей Рязанский асыҡ космосҡа алып сығасаҡ, әммә хәүефһеҙлек өсөн ут тоҡандырылмаясаҡ. Һуңынан ул йыһан карабының экипажына тапшырыласаҡ. Факелды Ергә космонавт Федор Юрчихин алып ҡайтасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 908 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зар илайҙар ауыл ҡарттары..."Төбәгебеҙҙә эшһеҙлек, ғәмһеҙлек тамыр йәйә, йәштәр ситкә китә, мәктәптәр ябыла, хакимиәттә милли кадрҙар юҡ тиерлек... Был нимә менән тамамланыр?" Архангел районындағы Аҙау ауылы аҡһаҡалдарының йөрәгенән урғылып сыҡҡан зар был. Уларҙың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына яҙған хатын тулҡынланмайынса уҡыу мөмкин түгел: ҡағыҙҙағы борсоулы, хәүефле юлдар Инйәр буйҙарын төйәк иткән милләттәштәребеҙ янына ашыҡтырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1111 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаларға байрам булдыРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Хабенский һәм билдәле режиссер, сценарист, продюсер Тимур Бекмәмбәтов менән осрашты. Рәсәйҙә билдәлелек яулаған был ике шәхес республикаға эш сәфәре менән килгән. Константин Хабенский баш ҡалала “Оперение-2013” Бөтөн Рәсәй фестивален үткәрә. Тимур Бекмәмбәтов иһә “Елки-3” таҫмаһын төшөрөргә килгән. “Оперение-2013” фестивалендә ҡатнашыусы балалар ошо фильмдың массовкаһында төшөп өлгөргән. Рөстәм Зәки улы фестивалде ойоштороусыларға бындай ҡыҙыҡлы сараны үткәреү өсөн тап Өфөнө һайлауҙарына рәхмәт әйтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 945 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең белгестәр һәр ерҙә кәрәкБашҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалын Сибай ҡалаһында асыуҙың маҡсаты — көньяҡ-көнсығыш райондарҙы ауыл хужалығы белгестәре менән тәьмин итеү, төбәк йәштәре өсөн юғары белем алыу мөмкинлеген киңәйтеү. Белем усағының ике уҡыу корпусы, 230 урынға иҫәпләнгән дөйөм ятағы, уҡыу-спорт комплексы, автодромы, 50 гектар майҙанды биләгән агробиостанцияһы, умарталығы бар. Шулай уҡ филиалдың автопаркында ете берәмек техника иҫәпләнә. Гәзит уҡыусыларҙы уҡыу йорто менән яҡындан таныштырыу ниәтендә уның директоры, биология фәндәре докторы, профессор Йәлил Һөйөндөковҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ — уға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шылтыратығыҙ!Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлаған осорҙа граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы һәм яҡлауҙы тәьмин итеү, һайлаусыларға мәғлүмәт еткереү маҡсатында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында 1 июлдән 8 сентябргә тиклем “ҡыҙыу элемтә” ойошторола. Күп каналлы элемтә телефоны: 8 800 347 5454.
Ком: 0 // Уҡынылар: 838 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәй - ул рәссамЙәй — ул рәссам.
Ер өҫтөнә
Мең биҙәктәр яһар саҡ.
Йәй — моңло йыр.
Ҡоштар ярһып,
Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ.

Йәй — ул сәскә.
Ялан-ҡырҙың
Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1286 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 ИЮЛЯ ПОНЕДЕЛЬНИК

БСТ
07.00 "Сәләм" (12+) 10.00 Новости недели (16+) 10.30 "Семәр" 10.45 "Городок АЮЯ" 11.00, 17.30, 02.00 "Замандаштар" (6+) 11.15, 17.15 "Орнамент" 11.30 Новости недели (на рус. яз.) (16+) 12.00 "Золотое наследие Мустая" (12+) 12.30 "У реки Юрюзань" 12.45, 16.15 "Учим башкирский язык" 13.00, 06.45 "Весело живем" (12+) 13.30 Новости 13.45 "Мелодии лета" (12+) 14.45 "Автограф. М. Гиляжев" 15.15 "Царь горы" 15.30 "Гора новостей" 15.45 "Байтус" (6+) 16.00 "Бауырһаҡ" 16.30, 21.30 Новости (на рус. яз.) 16.45 "Дорога к храму" 17.45 "Вопрос+Ответ=Портрет" 18.30, 02.15 "Эдера" (12+) 19.30, 00.30 Новости (на баш. яз.) 20.00 "Сәңгелдәк" 20.15, 06.30 "Полезные новости" (12+) 20.30 "Телецентр" (12+) 21.00, 03.00 "Профили" (12+) 22.00 "Следопыт" 22.30 "Позывной "Барс" 22.45, 03.30 Художественный фильм (16+) 01.00, 01.45 "Единое время" 06.00 "Жизнь замечательных людей" (12+) 06.55 (Окончание передач)
Ком: 0 // Уҡынылар: 1482 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдең ғәме, өйҙөң йәме - бала (сканворд)
Ком: 0 // Уҡынылар: 1022 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 34 Алға
Бит башына


Купить уникальные с рубином ювелирные изделия на сайте интернет магазина Platinumlab.