Төбәк даны — ялан батырҙарыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы һабантуй республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә лә үткәрелә. Уҙған шәмбелә халыҡ байрамы 39 районда билдәләнде.
Ергә хәләл тирен түккән эшсәндәрҙе тәбрикләү — борон-борондан килгән йола. Хәҙерге заманда ла был байрамда ауыл хужалығының хеҙмәт алдынғыларын хөрмәтләйҙәр. Баҫыу батырҙары — байрамдың төп ҡунағы.
Өлгәшелгәндәр сик түгел
Республика Президенты Бүздәк районының Шарбаш ауылы эргәһендә уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты. Ул бер нисә хужалыҡтың тирмәһен ҡарап сыҡты, ат сабышын күҙәтте, милли көрәш майҙанында булды, шулай уҡ байрамды асыу тантанаһында сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 977 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдыбайҙың ғорурлығы улЙылайыр районының 800 йыллыҡ бай тарихҡа эйә Юлдыбай ауылының ғорурлығы, даны — 80-се һөнәрселек лицейы. Республикабыҙҙың башланғыс һөнәри белем биреү тармағында иң өлкән, абруйлы уҡыу йорттарының береһе ул. Киләһе йыл лицей 80 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.
1934 йылда барлыҡҡа килгән белем усағы ошо дәүерҙә Көньяҡ Урал төбәге өсөн 46 меңдән ашыу йәш белгес әҙерләп сығарҙы, ауыл хужалығын техниканы белгән, йәшелсәселектә, умартасылыҡта оҫта эш иткән хеҙмәткәрҙәр, етәкселәр менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерҙе. Был уҡыу йортон тамамлаған Риза Яхин, Ғилметдин Ҡырымғужин, Абдулла Фәйзуллин, Мәҡсүт Заманов, Василий Солонин Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 838 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ер яҡын, тыуған ил — алтынБай, уңышлы, еңеүле сағында илгә мөхәббәтен белдереүселәр күп ул...
Халыҡ, тибеҙ ҙә "аһ!" итәбеҙ, ә ошо төшөнсәнең төпкөл асылы тураһында уйланғаныбыҙ бармы һуң? Бөйөк ғалим-әҙәбиәтсе Дмитрий Лихачев: "Ҡәүемдәр — диуарҙар менән уратып алынған әҙәми заттар йыйылмаһы түгел, ә бер-береһен тулыландырыусы ассоциациялар ул", — тигән фекер әйткән.
Дәүләт, тибеҙ ҙә хәбәр һөйләйбеҙ, шул уҡ ваҡытта уның тәбиғәте һәм тәғәйенләнеше хаҡында нимә беләбеҙ икән? "Дәүләт йәшәү хаҡына ғына түгел, бәлки, айырыуса бәхетле йәшәү өсөн төҙөлә". Мәғлүмдер, быны боронғо грек фәлсәфиәтсеһе Аристотель раҫлар булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1158 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр тартай үҙ төйәген маҡтайКүптәр бөгөн, оҙайлы ялға сығып, сумаҙандарын йыйнап, сит илдәргә юл алһа, кемдер Ҡара диңгеҙҙе һайлай. Бәғзеләр иһә ялын ауылында йә булмаһа төбәгенең иң гүзәл тәбиғәт мөйөшөндә үткәрә. Йәйге йәмле көндәр күңелле, мауыҡтырғыс уҙһын өсөн, ғөмүмән, кеше аҡсаһын да, көсөн дә йәлләмәй.
Шуны ла билдәләргә ине: был осорҙа һәр төбәк етәкселеге үҙҙәренә күберәк туристы йәлеп итеп, тейешле хеҙмәт күрһәтеп, урындағы ҡаҙнаға мул ғына аҡса индереп ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Шуға ла, ауыл хужалығындағы һөтлө осор кеүек, яуаплы мәл туризм ныҡлап үҫешкән төбәктәрҙә лә башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 708 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡанлы йылдар онотолмайЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары тамашасы хөкөмөнә “10 июль. Көн һәм быуат” исемле әҙәби-тарихи драма тәҡдим итте. Был үҙенсәлекле проекттың авторҙары – филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова һәм Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева.
Тамаша уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы әҙәби-мәҙәни мөхитте һүрәтләүҙән башлана. Башҡортостан радиоһы әҙәбиәт, сәнғәт яңылыҡтары менән таныштыра, дикторҙар тантаналы рәүештә осорҙоң уңыштары тураһында хәбәр итә. Экранда иһә бер-бер артлы документаль кинокадрҙар күрһәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 994 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төш, һылыуым, ҡурай тартам!..Бик данлыҡлы ҡурайсы донъя ҡуйыр алдынан иң кесе улына васыят итеп ҡурай ҡалдырған, ти. Етем ҡалғас, Кинйәнең тормошо бигүк шәптән булмаған. Етмәһә, әсә урынына ҡалған еңгәһе көн күрһәтмәгән. Кәмһетеүҙәргә түҙә алмай, Кинйә, барыһын да күтәрә һуғып, йорттан сығып киткән, ти. Кәйефһеҙләнгән саҡта ул ҡурай моңо менән күңелен йыуатҡан.
Бер саҡ егет хан ҡыҙының үлем түшәгендә ятыуы хаҡында ишетеп ҡала. Күп уйламай, шунда бара. Хан ҡыҙы, егет тәүге көйҙө ҡурайҙа уйнап ебәргәс, күҙҙәрен аса, икенсе көйҙө ишеткәс, тороп ултыра, өсөнсө көйгә ҡушылып бейей башлай. Хан шатлығынан яратҡан ҡыҙын Кинйәгә кейәүгә бирә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 895 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүге һындың тарихыБашҡорт халҡының бөйөк улы Салауат Юлаевтың исемен һынлы сәнғәттә беренсе булып мәңгеләштергән скульптор Исидор Григорьевич Фридрих-Хар 1890 йылда Грузияның Кутаиси ҡалаһында виноград үҫтереүсе ғаиләһендә донъяға килә. Ун дүрт йәшенә тиклем атаһы ҡарамағында йәшәй, бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү менән мауыға. Сабый сағынан уҡ ул хәтерле, зиһенле булыуы менән ата-әсәһен һоҡландыра, мәктәпкә төшмәҫ үк үҙе ишеткән әкиәттәргә ололарса сюжетлы һүрәттәр төшөрөп, ололарҙы аптырата.
Атаһы, улымдан ҙур кеше сығыр тип өмөтләнһә лә, ишле ғаиләне ҡарауы ҡыйынға тура килгәнгә күрә, яңы ун дүрте тулған үҫмерҙе үҙ тамағын үҙе туйҙырһын өсөн тире эшкәртеү оҫтаханаһына урынлаштыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 981 тапҡыр // Тотош уҡырға
...Йөрәккәйем, күкрәгеңә күбәләк ҡунған әллә?..Гәзитем “Башҡортостан”

Атай-әсәйем эштәләр,
Ә мин өйҙә бер үҙем.
Өҫтәлдә ятҡан гәзиттән
Алмайым бер ҙә күҙем.

Унда рәт-рәт теҙелешкән
Шиғыр юлына бағам.
Таныш хәрефтәрҙе табып,
Береһен береһенә тағам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 689 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Трутнев Өфөләге ҡайһы бер объекттарҙың төҙөлөшөн ҡарап сыҡты.
ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан яңыртып ҡоролоусы Конгресс-холл Өфө буйлап сәфәрҙә тәүге пункт булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Рөстәм Хәмитов менән Юрий Трутневҡа саммиттарға әҙерлек барышында Өфөлә башҡарыласаҡ эштәр хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, реконструкциянан һуң Конгресс-холл бинаһында дәүләт башлыҡтары өсөн махсус бүлмәләр, туҡланыу, һөйләшеү, фотоға төшөү урындары барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, бина янында еңел конструкцияларҙан ҙур павильон ҡороласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты “Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы” федераль каналы хәбәрселәренә интервью бирҙе. Осрашыу Бүздәк районында булды. Журналистар унда республика тураһында сюжеттар әҙерләү өсөн килгән икән.
Хәбәрсе Рөстәм Хәмитовтан сәсеү эштәре барышы һәм республикала ауыл хужалығына ярҙам йөҙөнән тормошҡа ашырылған программалар тураһында һорашты.
— Башҡортостан — ауыл хужалығы буйынса илдә алдынғыларҙың береһе. Сәсеү яҡшы үтте, ике миллион гектарҙан ашыу ергә орлоҡ һалынды. Шулай уҡ һөт етештереүҙе үҫтерәбеҙ, был күрһәткестәр буйынса беҙ Рәсәйҙә тәүге урындарҙа, — тине Рөстәм Зәки улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 673 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына