Гөрләп торҙо баш ҡала12 июндә Өфөләр генә түгел, ҡала ҡунаҡтары ла өсләтә байрамды – Рәсәй, Ҡала һәм Салауат Юлаев көндәрен – ихлас күңелдән билдәләне. Тәбиғәт тә, тырыш халыҡҡа бүләк булһын тигәндәй, ҡояшлы, аяҙ көнө менән һәр кемде иркәләне. Байрам тантаналары иртә менән башланды.
Тәүҙә Өфө ҡалаһының почетлы граждандары, ҡала Советы депутаттары Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалды.
Ә Ленин урамы Мәскәүҙең Арбатын хәтерләтте: көндәгесә ығы-зығы юҡ, машиналарҙың тауышы ла ишетелмәй, шуға ла байрам күрергә килгән һәр кем үҙәк урамдан рәхәтләнеп атланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 747 тапҡыр // Тотош уҡырға
Майҙанда — ялан батырҙарыҺәр йылдағыса, яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, халҡыбыҙҙың милли байрамын илештәр ҙә шат күңел, күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. Хатта тәбиғәт тә теләктәшлек белдергәндәй, ҡояшлы булды.
Һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы ХХII партсъезд исемендәге кооператив рәйесе И. Сафинға, «Мир» кооперативы механизаторы Р. Кәбировҡа, Исәмәт ауыл мәҙәниәт йорто директоры Ф. Садиҡоваға, Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге урта мәктәп уҡыусыһы К. Нурғәлиеваға бирелде.
Беренсе һүҙҙе район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин алды:
— Яҙғы сәсеү эштәрен тамамлап, уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 672 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыу инергә әҙерһеңме?Йәй етеп, көндәр йылыныу менән, ябығыуға иғтибар арта. Һыу инеү миҙгеленә ҡәҙәр буй-һынды нисек ипкә килтерергә?
Был йәһәттән иң элек психологик яҡтан уйлап эш итеү шарт. Ниндәй ҙә булһа ғәмәлгә тотонор алдынан нигеҙ кәрәк. Ни өсөн ябығырға теләгәнегеҙҙе аңлағыҙ. Шунан инде артабанғы аҙымды һәм маҡсатты – нисә килограмға кәмергә ниәтләүегеҙҙе — билдәләрһегеҙ. Алдан уҡ матур буй-һынығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ, үҙегеҙҙә ошо һөҙөмтәгә өлгәшеү теләген көсәйтегеҙ.
Борсоулы уйҙарҙан ҡотолорға өйрәнегеҙ, сөнки стресс һөҙөмтәһендә ҡайһы бер кеше күп ашай башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 689 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илатты...Мәшһүр “Ҡиссаи Йософ” поэмаһының авторы Ҡол Ғәлиҙең баҡыйлыҡҡа күсеүенә 775 йыл тулды. Ул 1183 – 1236 йылдарҙа йәшәгән, Сыңғыҙхан ғәскәре Болғар дәүләтен ҡолатҡан осорҙа һәләк булған.
Ҡол Ғәли болғар-татар шиғриәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип иҫәпләнә. Уның поэмаһы башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк, төркмән һәм башҡа халыҡтар әҙәбиәтенең алтын фондына ингән. Ҡол Ғәлиҙең исеме – ЮНЕСКО-ның мәғлүмәт бюллетенендә, ә ошо әҫәре донъя әҙәбиәте хазиналары араһында урын алған.
Сыңғыҙхан яуы ябырылған осорҙа тотош дәүләттәр, улар менән бергә бик күп сәнғәт әҫәре лә Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Әммә халыҡ Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ” поэмаһын һаҡлап ҡалған. Әҫәр күсереп яҙылған, ҡулдан ҡулға, быуындан быуынға тапшырыла килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1087 тапҡыр // Тотош уҡырға
Осҡанда өҙөлгән ғүмерБашҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың театр сәнғәте йондоҙо, ғүмерен мәҙәниәткә арнаған күренекле шәхес Филарит Бакиров ни бары 62 йәшендә арабыҙҙан китте.
Ғүмер тигән төшөнсәнең йүгәне ҡыҫҡа шул, ә һин бигерәк иртә ҡуҙғалдың. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта тиҫтәләгән генә түгел, ә йөҙәрләгән образ ижад иттең. Улар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Мәшһүр образдар тыуҙырған, Стәрлетамаҡта милли театр асыуға ҙур көс һалған халыҡ артисы, күренекле драматург Илшат Йомағолов та яҡты донъянан иртә китте. Хәтереңдәме, Филарит, уны һуңғы юлға оҙатҡанда был күренеште шиғыр менән әйткәйнем:
Ком: 0 // Уҡынылар: 828 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киҫәтеүҙән күрһәтеү отошлоҠалабыҙҙағы "Иҙел" мәҙәниәт йортонда эшләгән "Тамаша" халыҡ театры тамашасының һөйөүен күптән яуланы. Уға Рәсимә Сәләхова етәкселек итә.
Төрлө сәхнә әҫәрҙәре менән һоҡландырған театрҙа быйыл йәштәр өсөн түңәрәк ойошторолғайны. Уларҙың тәүге спектакленең темаһын заман үҙе талап итте: режиссер йәмғиәтте хафаға һалған наркомания мәсьәләһенә туҡталды. Кәңәшләшкәндән һуң, Илгиз Зәйниевтең "Балаҡайым" драмаһы һайлап алынды.
17 йәшлек Айрат — ата-әсәһенең ғорурлығы: яҡшы уҡый, итәғәтле, өлкәндәргә ихтирамлы. Әммә өйҙәренә ҡунаҡҡа килгән Илмира исемле сибәркәй уның барлыҡ тормошон пыран-заран килтерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 660 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетле драматургНаил Ғәйетбай — башҡорт драматургияһында иң уңышлы эшләгән яҙыусыларҙың береһе. Ул — илленән ашыу пьеса авторы. Шуларҙың барыһы ла тиерлек профессиональ театр сәхнәләрендә ҡуйылған.
Пьесалар, кешеләр кеүек, төрлө яҙмышлы була. Наил Ғәйетбайҙың 10 – 15-әр йыл бер театрҙың сәхнәһенән төшмәгән әҫәрҙәре бар. Улар исемлегенә "Аты барҙың — дәрте бар" (М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында — 16, Яр Саллы татар театрында 20 йыл бара), "Әстәғәфирулла" (Ҡазандың К. Тинчурин исемендәге татар дәүләт драма театрында 15 йылда 750 тапҡыр уйналды), "Студенттар" (М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә инде 11 йыл тамашасыларҙы ҡыуандыра) комедияларын индерергә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1178 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эштәр китте рәтләнеп!Үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағындағы һәм 2000 йылдар башындағы реформаларҙан һуң тормош бер аҙ туҡтап ҡалған кеүек булды. Күмәк хужалыҡтар тарҡалып, баҫыуҙар, фермалар, МТМ-лар бушап ҡалды. Унан һуң, өҫтәүенә, ҡулайлаштырыу һөҙөмтәләре ауыл кешеһенең бәкәленә һуҡты. Уйланылмай башҡарылған реформаларҙың касафаты Күгәрсен районының торлаҡ төҙөлөшө тармағында ла һуңғы һигеҙ — ун йылда асыҡ сағылды. “Әммә районға Фәрит Мырҙагилде улы Мусин етәксе булып килгәне бирле ауылдарыбыҙға ҡайтанан йән, йәм инде. Мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары, балалар баҡсалары асыла башланы, — ти күгәрсендәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Китап ене” һәр кемгә ҡағылмайБала саҡтан “китап ене” ҡағылған Рәсимә Аҡылова китапханасы һөнәрен һайлап яңылышмай. Бөгөн ул Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: күптән түгел бында моделле китапхана асылды.
Уның фондында – барлығы 11 меңдән ашыу китап. Ауылда йәшәгән 700-гә яҡын кешенең яртыһынан күбеһе китап уҡырға ярата. Моделле китапхана мөдире Рәсимә Ғәбделмөрит ҡыҙы әйтеүенсә, уҡыусылар һаны артҡан. Бигерәк тә мәктәп балалары, йәштәр өсөн уңайлы: улар үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ таба.
Әбүбәкерҙәр бигерәк тә Гөлсирә Ғиззәтуллина, яҡташтары Фәрзәнә Аҡбулатова, Факил Мырҙаҡаевтың әҫәрҙәрен яратып уҡый.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1038 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Ҡасан да булһа берәүҙе лә ишеткең килмәһә, шылтырат — өндәшмәҫкә һүҙ бирәм".
Г.Г. Маркес.
Тормошта ауыр мәлдәр йыш була. Яҡындарың аңламаһа, хәлеңде уртаҡлашырҙай, сереңде сисерҙәй кешене ситтән эҙләргә мәжбүрһең, кемдеңдер кәңәшенә, ярҙамына мохтажһың.
Өфөләге "ышаныс телефоны" хеҙмәте тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Бер төркөм консультантты — йәше, енесе, инаныуҙары, социаль һәм ғаилә хәле төрлө булған кешеләрҙе — бүтәндәргә ярҙам итеү теләге берләштергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 624 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына