Һәр осрашыу — оло ваҡиғаХалыҡ-ара фестиваль Өфөлә сағыу гала-концерт менән тамамланды. Өфөләр өсөн был күркәм тамаша Ҡала байрамы көнөнә үҙенсәлекле бүләк булды. Төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар быға тиклем Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондарында, шулай уҡ Салауат һәм Күмертау ҡалаларында сығыш яһап өлгөргәйне.
— “Берҙәмлек” республикабыҙҙа егерме йылдан ашыу үткәрелә, — тине, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Һеҙҙең менән һәр осрашыу оло ваҡиғаға әүерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнтештәр теләктәшХозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Йәнтеш ауылы күптәргә таныш. Телевизион конкурста ҡатнашып, ул үҙен бар республикаға танытҡайны.
Төҙөк һәм матур ауылға йәм өҫтәп ултырған Йәнтеш мәктәбенә тәүге килеүебеҙ түгел. Үткән йыл бында “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов менән йылы осрашыу уҙҙы. Шуғалыр ҙа йәнтештәр гәзитебеҙҙең тиражын арттырыуға тос өлөш индерә, бигерәк тә мәктәп коллективы. “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына быйыл да ҡушылырға теләк белдергәстәр, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина һәм мәғлүмәт-аналитика бүлегенең төп белгесе Роза Рәсембәтова менән уҡытыусылар янына осрашыуға ашыҡтыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 660 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡса хакимлыҡ иткән йәмғиәттең киләсәге юҡИң мөһиме — шәхси хужалыҡтарҙы көсәйтеү, малды бөтөрмәү
Европа буйлап финанс көрсөгө шәүләһе йөрөгәндә, Рәсәй иҡтисадының киләсәге нисек булыр? Донъялағы торғонлоҡ бер килеп хәлебеҙҙе бөтөнләйгә ҡаҡшатып ҡуймаҫмы? Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ошондай мәлдә инеүебеҙ аҡылһыҙлыҡ булманымы, 2008 йылдағы кеүек көрсөк тағы ҡабатланмаҫмы? Ошо һәм башҡа бихисап һорауҙарға яуап эҙләп, беҙ билдәле сәйәсмән, профессор, иҡтисад һәм философия фәндәре докторы Хәлил Әбүбәкер улы БАРЛЫБАЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 982 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғорур ҡарағайҙар ҡалҡып сығырҠала халҡын Рәсәй көнө айҡанлы ҡотларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов менән республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эльвира Юнысова килде. Сибай — йәштәр төйәге, бында сәләмәт тормошто үҙ иткән, спортты яратҡан ҡыҙ һәм егеттәр күп, шуға күрә байрам сараларының тап физик көстө һынаусы ярыштарҙан башланыуы юҡҡа түгел.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан экологик акция — “Сибай — таҙа ҡала” девизы менән велосипедсылар марафоны үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 847 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бурыстар күберәк һәм ҡатмарлыраҡМиграция хеҙмәте менән беҙ башлыса паспорт алыу йә алмаштырыу, йәшәү урынында теркәлеү аша танышбыҙ. Уның эшмәкәрлегенең башҡа йүнәлештәренә, бигерәк тә туранан-тура үҙебеҙгә ҡағылмаған осраҡта, артыҡ иғтибар ҙа итмәйбеҙ.
Ниндәй бурыстар йөкмәтелгән был өлкә хеҙмәткәрҙәренә? Ниҙән ғибәрәт уларҙың көндәлек мәшәҡәттәре? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан буйынса Федераль миграция хеҙмәте идаралығының Нефтекама бүлексәһе етәксеһе Фәнил Әҡсәнов яуап бирә.
— Әлеге хеҙмәттең совет осорондағы паспорт өҫтәлдәренән айырмаһы нимәлә, Фәнил Әүхәҙи улы?
— Федераль миграция хеҙмәте ил Президенты Указы менән 1992 йылдың 14 июнендә ойошторолғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 782 тапҡыр // Тотош уҡырға
Закон талаптары — бер мәсьәлә, яуаплылыҡ тураһында ла онотмайыҡБөтә ғүмереңде сарыф ит һин китапҡа, бөтә тормош, бөтә аҡыл — китапта, тигән Шәһәрғәзи Ғәбдиев. Уның шулай икәнен китап дуҫтары яҡшы аңлай. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостандың Дәүләт китап палатаһы ойошторолоуға 85 йыл тула. Ошо уңайҙан учреждениеның директоры Азат ИБРАҺИМОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Башта гәзит уҡыусыларға һеҙҙең ойошма хаҡында мәғлүмәт биреү кәрәктер.
– Башҡортостан Дәүләт китап палатаһы – республиканың матбуғат архивы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 842 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъяны рухиәт ҡотҡарыр“Мәҙәниәт кимәле үҫкән һайын, хеҙмәт юғарыраҡ баһалана”.
В. Рошер
СССР-ҙы әхлаҡи яҡтан тарҡатыу буйынса Даллес Доктринаһында: “Рәсәй халҡының аңын томалау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барасаҡбыҙ. Мәҫәлән, сәнғәттең һәм әҙәбиәттең социаль асылын юҡ итәсәкбеҙ, улар кешелектең иң түбән сифаттарына дан йырлаясаҡ...” — тиелә. Илебеҙгә ҡанығыусылар иң беренсе халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен юҡҡа сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя, сөнки мәҙәниәтһеҙ, әхлаҡи яҡтан һөрһөгән халыҡ өсөн илдең дә, телдең дә кәрәге юҡ, үҙенән-үҙе ҡолға, маңҡортҡа әүерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1040 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәү сәме“Аслыҡтан күҙем күрмәй башлағас, атайым тауыҡ һуйҙы, тик үгәй инәйем иткә яҡын да ебәрмәне, башын ғына бирҙе”, – тип өләсәйем үҙенең бала сағы хаҡында һөйләй башлаһа, күҙемдән йәштәр килеп сыҡҡанын үҙем дә һиҙмәй ҡалам.
Өләсәйем Зөлфиә Әсәҙуллина Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында 1931 йылда донъяға килә. Өс йәшлек сағында уҡ әсәһе үлеп ҡала. Шунан башлана ла инде уның михнәтле тормошо. Үгәй инәй килгәс, күҙ терәп торған берҙән-бер һыйырҙарын урлайҙар, бәләкәс кенә һеңлеһе үлеп ҡала.
Бөйөк Ватан һуғыш башланғас, атаһы хеҙмәт армияһына саҡырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 642 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ябайлығына иҫең китерҮҫмер сағым. Мәктәптән ҡайтып, дәрес әҙерләп ултырам. Шул саҡ радионан Әлфиә Афзалова башҡарыуында йыр яңғыраны.
“...Бер гүзәлен һағынам Шишмәнең,
Оноталмаһам уны нишләрмен?” — тип үҫмер күңелен дә тетрәндерерлек моң таралды өйгә.
Шул саҡ өләсәйем:
— Эй, бигерәк матур тауышы, моңло ла инде ошо Әлфиә. Етем үҫкәнгәлер, моғайын, — тип көрһөнөп ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 751 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнделәр:

Архангел районы буйынса
Кошелева Ирина Александровна — шәхси эшҡыуар
Хөснөтдинова Лариса Сабирйән ҡыҙы — хужабикә
Ауырғазы районы буйынса
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына