Халыҡ сәләмәтлеген ҡайғыртып– Йәштәрҙең ауылға эшкә ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ. Ниһайәт, белгестәргә ҡытлыҡ бер аҙ булһа ла кәмер, – тип ҡаршы алды Шишмә район үҙәк дауаханаһының баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Камил Япаров. – Әлбиттә, белемле кадрҙарҙы төпкөл ауылдар халҡы һаман да көтә, һәр кем тейешле медицина ярҙамына мохтаж бит.
Районға быйыл "Ауыл табибы" маҡсатлы программаһына ярашлы Әлшәй, Благовар, Дүртөйлө райондарынан, Өфө, Нефтекама ҡалаларынан алты табип эшкә килгән. Ҡасандыр реаниматолог, травматолог, акушер-гинеколог, кардиолог кеүек белгестәргә оҙон сират булһа, хәҙер кәмеп ҡалған.
Һәр табипҡа ер участкаһы ла бирелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 942 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы ҡараштары ла дауаҮҙәк ҡала дауаханаһының 2-се терапия бүлексәһе 2006 йылдан эшләй. Бында республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге өс ҡаланан һәм биш райондан килгән пациенттар дауалана. Уларҙың күпселеге үпкә һәм тын юлдары сирҙәренән яфалана.
— Ауырыуҙар бигерәк тә яҙлы-көҙлө йышая, — тип һөйләй бүлексә мөдире Илдус Собханғолов. — Тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, уларҙы ҡабул итеп, кисектермәй дауалай башлайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа ҡуйылған заманса ҡорамалдар, диагностика бүлексәһенең, лабораторияның аныҡ эшләүе беҙҙең эште күпкә еңелләштерә. Ауыр хәлдәгеләргә, әлбиттә, айырым иғтибар бүләбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 774 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр эшләй ҙә, йорт та һала Хәҙер дауаханаларҙа, теге йәки был белгесебеҙ юҡ, тигән зарҙы йыш ишетергә тура килмәй. Хөкүмәт дипломлы йәштәрҙе ауыл еренә ҡайтарыу әмәлен тапты. Дәртләндереп, 1 миллион һум аҡса биргәс, барған урындарында йорт төҙөү өсөн ер бүлгәс, табиптар төпкөл төбәктәрҙә эшләргә риза. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Асҡар үҙәк дауаханаһында һуңғы ике йылда 20-нән ашыу табип хеҙмәтен башлаған. Күптән көтөлгән белгестәр улар.
Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов та йылы ҡаршылай йәштәрҙе. Күбеһе йорт төҙөргә тотонған да инде. Әйткәндәй, ер бушлай бирелә. Тағы шуныһы: "миллионер" табиптарҙың байтағы ошо төбәктә тыуып үҫкән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 726 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙекеләрҙе кем белмәй!Күреү һәләтенең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел: мәғлүмәттең 90 процентын беҙ күҙ аша алабыҙ. Әммә, заман алға барған һайын, был йәһәттән проблемалар ҙа арта: экологик хәлдең йылдан-йыл насарайыуы, күптәрҙең байтаҡ ваҡытты компьютер экранына текәлеп үткәреүе күреү һәләтенә йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға ла күҙҙе һаҡлау, иҫкәртеү сараларын ҡулланыу, ауырыуҙарҙы ни тиклем иртә асыҡлап, шул тиклем тиҙерәк дауалау – иң отошло юл.
Баш ҡалала офтальмология буйынса “Көнсығыш – Көнбайыш-2013” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында был проблемаларҙың көнүҙәклеге йәнә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 746 тапҡыр // Тотош уҡырға
Профессор ҡабыҙған хыялБашҡорт дәүләт медицина университетының клиник дауаханаһы (баш ҡала халҡы уны 6-сы дауахана тип тә йөрөтә) – заман талаптарына тулыһынса яуап биргән, төрлө йүнәлешле, ҙур учреждение. Бында консультация-диагностика үҙәге, хирургия, онкология, гинекология, терапия, неврология, педиатрия, бала табыу, анестезия-реанимация бүлектәре уңышлы эшләй, йыл әйләнәһенә баш ҡаланан, республиканың төрлө төбәктәренән, сит өлкәләрҙән килгән меңдәрсә кеше дауалана.
Дауахана 625 койка-урынға иҫәпләнгән. Учреждениеға медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Олег Ғәлимов етәкселек итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 736 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барыһы ла кеше хаҡынаРеспублика программаһына ярашлы, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһында муниципаль-ара медицина үҙәге ойошторолдо. Ул Күмертау, Мәләүез ҡалалары, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура һәм Мәләүез райондары халҡына юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтәсәк.
Бында травматология, онкология бүлексәләре һәм перинаталь үҙәк күптән эшләп килә ине, хәҙер иһә улар ҙа муниципаль-ара үҙәктең бурыстарын үтәйәсәк. Кардиология һәм неврология йүнәлештәрен үҙ эсенә алған ҡан тамырҙары бүлексәһе лә ҡабул итә башланы. Ул заманса компьютер томографияһы менән йыһазландырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 977 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ылыҫ, еләк еҫе үҙе имләйДуҫтар! Каникулығыҙ нисек үтә? Кинәнеп, рәхәтләнеп ял итәһегеҙҙер, моғайын. Ҡалала йәшәгәндәрҙең күбеһе күптән ауылдалыр. Техника гөжләп тормаған тыныс урында, тәбиғәт ҡосағында, олатай-өләсәй янында шундай рәхәт шул.
Шифаханалар, лагерҙар ҙа күңелле, файҙалы ял вәғәҙә итә. Һоҡланғыс тәбиғәт, йылмаяҡ ҡояш, йөҙөп туймаҫлыҡ йылы һыу, яңы дуҫтар, киске уйындар... Шулай уҡ һаулыҡты нығытып алырға ла мөмкин. Мәҫәлән, Урал тауҙары итәгендә ятҡан Красноусол балалар шифаханаһында. Ундағы әлеге йәшеллек, саф һауа, ылыҫ, еләк еҫе ауырыуҙарығыҙҙы һыпырып алып ташлар, әллә күпмегә етерлек көс-дәрт бирер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 856 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көҙгә артабыҙ, тиҙәр"Яратам мин илемде,
Матур башҡорт телемде!" — тип йырлап ҡаршы алды беҙҙе Үрге Шәкәр балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр. Музыка дәресендә барыһы ла шулай ихлас шөғөлләнә икән.
Унан күмәкләп бейеп, шиғыр һөйләп күрһәттеләр. Бигерәк оҫта үҙҙәре! Уйын бүлмәһендәге мөйөшкә бәләкәстәрҙең һүрәттәре эленгән, пластилиндан яһаған әйберҙәре ҡуйылған. Ижад эштәренең күбеһе иң яҡын кешеләргә — атай-әсәйгә, олатай-өләсәйгә — арналған. Тыуған төйәктең гүзәл тәбиғәте лә сағылыш таба.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Башҡортостан" менән бергәбеҙ!Ҡәҙерле балалар! "Тубырсыҡ" һеҙҙән матур-матур һүрәттәр көтөп ҡала. Бөгөн Учалы районының Ураҙ лицейы уҡыусыһы Алһыу Мостафинаның "Башҡортостан" менән бергә" исемле ижад емешен тәҡдим итәбеҙ.

"Гәзиттә беҙҙең лицей уҡыусыларының шиғырҙары, бәләкәй хикәйәләре йыш баҫылып тора, — тип яҙған Алһыу. — Уны барыбыҙ ҙа көтөп ала. "Башҡортостан"ды өйҙә лә һәр кем яратып уҡый. Гәзиткә киләһе ярты йыллыҡҡа күптән яҙылып ҡуйҙыҡ инде".
Ком: 0 // Уҡынылар: 702 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йонсоуы еткәнУҡыуҙар тамамланғас та, Илһам өс малай менән һыу буйына йөрөүҙе кәсеп итеп алды. Үҙҙәре менән әҙерәк икмәк һынығы, тоҙ, шырпы алалар ҙа көнө буйы ҡайтмайҙар. Тәүҙә балыҡ тоталар, унан туйғансы һыу инәләр. Шунан тотҡан балыҡтарын гәзиткә төрөп, тоҙ һибеп, ҡуҙға һалып бешерәләр. Ул "сылтый" менән генә туймайҙар, шулай ҙа тамаҡ ялғана. Артабан тағы ла тәндәре күгәргәнсе һыу инәләр. Шулай итеп, ҡояш байығанын һиҙмәй ҙә ҡалалар.
Кис өйҙә эләгә, әлбиттә. Әсәләренең асыуы баҫылғас, икенсе көндә шул уҡ хәл ҡабатлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 714 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына