Батырҙар халыҡ күңеленә “ерләнә”Сатый мәктәбе, капиталь ремонт үткәрелгәс, танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ошо көндәрҙә уҡыу йортоноң иркен майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә обелиск асыуҙа Липецк өлкәһенең Тербун районынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Әйткәндәй, нәҡ ошо төбәктең Лобановка ауылы янында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы командиры Гәрәй Нафиҡов ҙур батырлыҡ күрһәткән.
Миәкә районы хакимиәте башлығы Зәйнулла Насиров билдәләүенсә, тербундар башҡортостандарҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән күп эш башҡара.
– Бындай сарала ҡатнашыуыбыҙ — беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, – тине Тербун районы хакимиәте башлығы Сергей Иванов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 744 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асылыкүл буйҙарында, ер яҙмышы — уйҙарында...Заман ауырлығына һылтанырға шул тиклем күнеккәнбеҙ: сәбәбе тура килһә лә, килмәһә лә, “Ни эшләйһең инде, заманы шулай булғас...” тип әйткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Ә бит, һынауҙар алдында баҙап ҡалмай, көн дә күрер күҙгә бик һиҙелмәгән бәләкәй еңеүҙәргә өлгәшә барып, ахыр сиктә тайпылышһыҙ алға атлай белеүселәр ҙә юҡ түгел. Шундай коллективтарҙы һәм етәкселәрҙе гәзитебеҙ даими күрһәтеп бара. Бөгөнгө мәҡәләлә һүҙ — Дәүләкән районы тураһында.
Дәүләкән, Ҡыҙыл майҙан, иртәнге сәғәт 8...
Район хакимиәте башлығының хеҙмәт көнө нимәнән башланып китә? Иртәнге оперативканан. Дүшәмбе иртүк сәғәт 8-ҙә ҡаланың Ҡыҙыл майҙанындағы хакимиәт бинаһының беренсе ҡатындағы кәңәшмә залы халыҡ менән тулы ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 991 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғырлы ғүмерСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағир Ирек Кинйәбулатовтың “Ғүмер китабы” исемле һайланма әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе. Унда шағирҙың ярты быуатлыҡ ижад осоронда төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптарынан алынған, шулай уҡ яңы яҙылған әҫәрҙәре тәҡдим ителә.
“Ниндәй генә осор килмәһен, сәнғәт ниндәй үҙгәрештәр, киҫкен һынылыштар кисермәһен, Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәте, нигеҙҙә, тыштан тыныс тонлы, эстән үҙенсә тәбиғи моңло ижад булып ҡала. Уның поэтик үҙенсәлеге ҡәҙимге тормошто тәбиғи ағышында һүрәтләүендә, йәшәү йәмен, күңел күркен үҙенсә ғәҙәти, традицион һүрәтләү саралары аша ябай итеп тасуирлауҙа”, – ти академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 903 тапҡыр // Тотош уҡырға
Журналисҡа ла ял кәрәкБашҡортостан матбуғаты көнө уңайынан Благовещен ҡалаһы янында журналистар фестивале үтте. Инде өсөнсө йыл рәттән ойошторолған үҙенсәлекле сарала республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләгән ҡәләм эйәләре ҡатнашты.
— Журналистың һүҙе бер ҡасан да әһәмиәтен юғалтмай, — тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. — Беҙҙең төбәктә үҙ һөнәрен яратҡан, илдең киләсәген хәстәрләгән ҡәләм оҫталары эшләй. Улар бар көсөн кешелек ҡиммәттәрен үҫтереүгә йүнәлтә. Шуға ла һеҙгә, хөрмәтле хеҙмәттәштәр, ижади еңеүҙәр, тоғро уҡыусыларығыҙ күберәк булыуын теләйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 709 тапҡыр // Тотош уҡырға
Диңгеҙ һәм тыл һалдатыАҡыллы хәтер ҡалдырмаҫ, ахмаҡ хәтер һаҡламаҫ. Боронғоларҙың ошо тапҡыр һүҙҙәренә асылда ике мәҡәл булырлыҡ мәғәнә һалынған. Хәтерҙән сыҡмаған, күңелдән китмәгән берәй яҡын кешеңде иҫкә төшөргәндә, донъя-тормош мәшәҡәттәренән арынып, уның хаҡында һаман да бер йылы һүҙ әйтә алмай борсолғанда, ниңәлер, әлеге мәҡәлдең икенсе өлөшө йөрәкте өйкәп ҡуя. Ахмаҡлыҡ юҡ, тиһең үҙ алдыңа ғына. Ә бына ваҡытты ҡәҙерләп, файҙалана белмәү "ахмаҡлығы" бар, әлбиттә.
Ярар, был — фәлсәфә. Мәҡәлдең тәүге өлөшөнә күҙ һалайыҡ. Аҡыллы хәтер ҡалдырмаҫ... Һүҙ алып бараһы ағай кеше нәҡ ана шундай ир-егет булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 901 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыпсаҡ оҫтаһыИҙел Назарғоловтың бәләкәй трактор эшләй башлағанын ишетеп белә инем. Бер аҙҙан, бар халыҡты хайран ҡалдырып, урамдан выжлап үтеп киткәс, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уларға юлландым. Ҡапҡанан ингәс тә, бөхтәлек күҙгә салынды. Ә йорт хужаһы үҙенең оҫтаханаһында ихлас эшләй ине. Хәл-әхүәл белешкәс, йәһәтерәк трактор тураһында һорашырға тотондом. Ул, бер ҙә инәлтеп тормай, шөғөлө тураһында һөйләп бирҙе.
— Был тракторҙы эшләү уйы миндә былтыр бесән мәлендә тыуҙы. Көҙҙән машинаға кәрәкле деталдәр туплай башланым. Шулай ҡыш буйы төрлө ерҙән йыйылған тимерҙәрҙе бергә ҡора торғас, бәләкәй трактор килде лә сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 834 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағас “тәмен” беләҠапҡаһына ҡарап хужаһының кемлеген белеп була, тигән һүҙ ҡалған боронғоларҙан. Был һынсыллыҡ бөгөнгө көнитмешебеҙҙә бигерәк ныҡ һиҙелә: ҡапҡа-ҡоймаһының, йортоноң төҙөклөгө унда йәшәүселәрҙең һәләтенә ишара яһай.
Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында йәшәгән Юлай Хәлитовтың йортондағы һырлы-биҙәкле ишек яңаҡтары, кейем элгес, сәскә кәштәләре, ғөмүмән, барлыҡ өй йыһаздарының бер “ҡалып”тан булыуы “авторы”ның бер үк кеше икәнлеген күрһәтә. Ул – хужа үҙе. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яратҡан, атаһына эйәреп, балта-бысҡыһын ҡулынан төшөрмәгән малай егет ҡорона етеүенә ҡәҙимге оҫтара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 836 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Матурлыҡ яратҡас, үҙем өйрәндем..."Конкурс иғлан ителгәс, унда мин дә ҡатнашырға булдым. Ҡул эштәре менән бәләкәйҙән шөғөлләнәм. Бер кем дә өйрәтмәне, матурлыҡ яратҡас, үҙем тотондом. Бәйләү, сигеү, бисерҙан муйынсаҡ теҙеү — һәр ҡайһыһы күңелемә яҡын.
Кешеләр ҙә белеп бөттө, башҡа ауылдарҙан ишетеп килеп, заказ бирәләр. Эштәремә күңел наҙымды, йөрәк йылымды һалырға тырышам. Байрамдар етһә, бүләккә күпләп алалар, төрлө күргәҙмәләргә йөрөтәләр. Ҡул эштәремде фотоға төшөрөп, гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә булдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 809 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телдәренән дә, ҡулдарынан да киләҠаран мәктәбенә Светлана Әмир ҡыҙы немец теле уҡытыусыһы булып 1979 йылда эшкә килде, шунан бирле уны беләм һәм һоҡланам. Әсәһе икенсе юғары белем алыу өсөн Бөрө педагогия институтына уҡырға ингәндә, ул беренсе класта ғына уҡый әле. Үҫә төшкәс инде, икмәк бешерә, ҡайнатмалар әҙерләй, һыйыр һауа, һарыҡ йөнө лә ҡырҡа, баҡсала эшләргә ярата.
Был бәләкәй ҡыҙыҡайҙың ошондай эштәрҙе башҡарыуына ышаныуы ла ауыр. Ләкин, әсәһе уҡып бөткәнсе, уға донъя йөгөнөң күпмелер өлөшөн үҙ өҫтөнә алырға тура килә. Был сынығыуы тормошонда бик ярҙам итә. Бөгөн, уҡыусы ҡыҙҙарҙы тегеү-сигеү серҙәренә төшөндөрөү менән бер рәттән, буласаҡ хужабикәләрҙе тәмле ризыҡтар бешерергә, үҙенсәлекле торттар әҙерләргә өйрәтергә лә ваҡытын ҡыҙғанмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1001 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Һәр эшемә күңел йылыһын һалам"Туймазы ҡалаһында йәшәйем. Белемем буйынса педагог булһам да, алты йыл инде өйҙә ултырып эшләйем. Һаулығым насар — II төркөм инвалидымын. Шулай ҙа биҙәү-ҡулланма сәнғәт бүлегендә балаларға оҫталыҡ дәрестәре алып барырға тырышам. Йыл һайын улар менән пластилиндан, балсыҡтан төрлө һындар яһайбыҙ, ағасҡа йән өрөп, һүрәттәр төшөрәбеҙ. Һуңғы ваҡытта сигеү менән шөғөлләнәбеҙ. Үҙемдең эштәрем бик күп конкурста ҡатнашты.
Шуларҙың бер нисәүһен генә билдәләмәксемен. Мәҫәлән, һаулығы насар кешеләрҙең "Сикһеҙлек" ("Без границ") тип аталған сәнғәт фестивалендә Туймазы районы буйынса лауреат булдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 863 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына