Ауыл ерендә әле эштең иң ҡыҙған мәле. Быйыл, шөкөр, һәйбәт кенә шытым биргән һәм күңелдәрҙә мул уңыш алыуға өмөт-ышаныс уятҡан сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү, культивациялау, көнбағыштың рәт араларын утау, пар ерҙәрен эшкәртеү йәһәтенән игенселәр ал-ял белмәй. Тәбиғи сабынлыҡтарҙа бесән өлгөрҙө – япраҡ һутлы ғына сағында сабып, йыйып алыусылар һәр яҡлап отасаҡ. Күп йыллыҡ үлән сәселгән баҫыу-ҡырҙар ҙа, йәшел диңгеҙ кеүек тулҡынланып, үҙ сәғәтен көтә. Бер үк ваҡытта иген ҡабул итәсәк келәттәрҙе, мал ҡураларын ҡышҡа әҙерләргә кәрәк. Социаль объекттар ҙа тейешле иғтибар талап итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 648 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙыусының оло ҡаҙанышыҠулымдағы китапты йәнә бер тапҡыр диҡҡәт менән битләп ултырам. Ул — ике томлыҡтың берәүһе. Авторы миңә иң яҡындар иҫәбендә, ошо ике томлыҡҡа үткән юлы үтә лә таныш. Яҙыусы булараҡ та, ғалим булараҡ та. Ике осраҡта ла уның ижади ҡаҙаныштарының юл башы ҡайҙан һәм ҡасан башланғаны хаҡында аныҡ ҡына шаһитлыҡ итә алам. Әле иһә авторҙың һайланма әҫәрҙәренең ике томлығы үҙҙәре хаҡында һис бер тартынмайынса һүҙ әйтеү хоҡуғы бирәлер, тип уйлайым.
Минеңсә, бөгөнгө танылған яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың ҡулына тәүге тапҡыр ҡәләм алыуы уның студент йылдарында, йәйге каникул ваҡытында комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләгән сағында ауылдаштары хаҡында йәнле һүрәтләмәләр яҙыуынан башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 906 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таң һылыуы – ТаңһылыуӘҙәм балаһы тәбиғәте менән бик тә ҡатмарлы, уның тышҡы ҡиәфәтенән башҡа күңел донъяһы ла бар. Кешене белер өсөн йөрәген аңлап өйрәнергә кәрәк, тиҙәр.
Һүҙебеҙ — Ишембай районының Арлар менән Һайран ауылдары халҡы һау-сәләмәт йәшәһен өсөн бөтә көсөн биреп хеҙмәт итеүсе, һәр йәһәттән дә дауалаусы оло йөрәкле ханым Таңһылыу Ишматова тураһында. Баҫалҡы холоҡло, ифрат бай тәжрибәгә эйә, өҫтәүенә, төҫкә-башҡа сибәр табипты беҙҙә хөрмәт итмәгән берәү ҙә юҡтыр. Күркәм сифаттары уның кешеләргә ҡарата йылы мөнәсәбәтенән, эске донъяһының матурлығынан, һәр береһенең һаулығын бөтә күңеле менән ҡайғыртыуынан килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 817 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Уның кеүек сабырҙарҙы белмәйем"Ипле, ҡупшы ғына был апай редакциябыҙға йыш килә. Ул — билдәле шағирә, яҙыусы Фәниә апай Чанышева – ғалим, яҙыусы, шағир һәм журналист Ғилемдар Рамазановтың һөйөклө ҡатыны. Ошо көндәрҙә күренекле шәхестең тыуыуына 90 йыл тулды. Форсаттан файҙаланып, Фәниә апайҙан олуғ ғалимдың ниндәй кеше, ғаилә башлығы һәм атай булғанлығы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
Башҡорт дәүләт университетының (ул саҡта Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты) башҡорт әҙәбиәте факультетында уҡып йөрөгәндә таныша улар.
Ком: 1 // Уҡынылар: 700 тапҡыр // Тотош уҡырға
Профессорҙарҙы еңгән малайШахматсы Динар менән Рәшит донъяны яулай
Уларға ҡарайһың да, үәт беҙҙең башҡорттоң ғорурлығы бит, тип һоҡланып туя алмайһың. Кемдәрҙе шулай маҡтайһың, тиһегеҙме? Өфө егеттәре – ағалы-ҡустылы шахматсылар Динар менән Рәшит Әбелғужиндар хаҡында әйтеүем. Ана бит, бүлмәләре миҙал, кубоктар менән тулған!
Ейәндәре өсөн өлтөрәп торған, улар өсөн ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәгән олатайҙары Рәшит ағай малайҙарҙың уңышына ҡыуанып бөтә алмай. Шөһрәтле шахматсы данын алған Әбелғужиндарҙың нәҫел ебен дауам итеүсе бит улар. Бөгөн БДУ-ла уҡытҡан атайҙары Наил дә элек СССР-ҙың йыйылма командаһында уйнаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 630 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Спартак" хаҡында һәр театр хыялланаКүптән түгел Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә "Спартак" балетының премьераһы булды. Спектаклде донъяның күренекле хореографы, СССР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Ленин һәм СССР дәүләт премиялары лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, академик Юрий Григорович ҡуйҙы. Юрий Николаевичтың үҙе билдәләүенсә, яңы спектакль башҡорт балетының юғары кимәлен йәнә бер раҫлай. Театр тормошондағы әлеге сағыу ваҡиға уңайынан "Спартак" спектаклендә төп партияны — Фригия ролен — башҡарған күренекле балерина, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстарҙың алтын һәм көмөш призеры, Салауат Юлаев
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Стәрлебаш районының Первомайский ҡасабаһында йәшәүсе Гөлнара Кинйәмырҙа ҡыҙы Бәхтийәрованы 45 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, уға сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Тормош иптәше Нурғәле менән улар ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Ошо көндәрҙә генә оло улдары Иҙрис, ата-әсәһен шатландырып, БДУ-ны уңышлы тамамланы. Ҡыҙҙары Ҡәҙриә мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә.
Гөлнара Бәхтийәр ҡыҙы — тырыш, етеҙ, тәүәккәл, уңған ҡатын. Дуҫтары, туғандары һәм яҡындарына һәр ваҡыт иғтибарлы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 606 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан дәүләт аграр университетында Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһындағы механизация, электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу бюроһының күсмә ултырышы менән бергә “Агросәнәғәт комплексын фәнни-техник һәм технологик яңыртыу нигеҙҙәре” тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Быйыл апрелдә университет ошо сараны үткәреүгә Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының грантын алғайны.
Конференцияға 300-ҙән ашыу кеше йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 561 тапҡыр // Тотош уҡырға
Електәргә үтер һыуыҡ йылға буйлап билдән һыу кисеп барыу артабан дауам итә. Аяҡ-ҡулдан үткән зәңкеткес һалҡын йөрәккә төшә. Әле йәшәргә лә өлгөрмәгән бала-сағаның йөҙө буйлап әсе күҙ йәше аға. Һыуҙан "дер" ҡалтыранып сығыуға киләһе быуын хаҡындағы "оло хәстәрлек" дауам итә: балалар ҡулына өшөмәһендәр өсөн спирт һалынған көрөшкә тотторалар. Сирләп-фәлән китһәләр, эшсе ҡул кәмей бит. Йәш кенә ҡыҙыҡайҙарҙың спиртты эсмәҫкә аҡылдары етә — үҙ өлөшөн өлкәнерәктәргә һоналар.
Аҙмы-күпме аҡса биреүгә-бирәләр, ә бына вәғәҙә иткән машина булмай сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1086 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нефтекама дәүләт филармонияһының “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө республикабыҙ тамашасыһына яҡшы таныш. Ул йыл әйләнәһенә Башҡортостанды иңләп-буйлап гастролдә йөрөй. Ҙур ижади коллективтарҙан айырмалы, Нефтекама филармонияһы артистары бәләкәй ауылдарҙа ла концерт бирә.
Әйтәйек, Белорет районының ҡайһы бер ауылдары республикабыҙҙың ижади төркөмдәре иғтибарынан ситтә ҡала. Әлбиттә, төп сәбәптәрҙең береһе — ҙур клубтарҙың, мәҙәниәт усаҡтарының булмауы. Әммә ауыл халҡы юғары кимәлдәге концерттарҙы ҡарауға мохтаж, уларҙың да бит артистар менән аралашып, ысын сәнғәт өлгөләрен күреп ләззәтләнгеһе килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 680 тапҡыр // Тотош уҡырға