Һынмаҫ рухлы РәйләҮтә серле шул был донъя. Ни өсөн һуң тормош күберәк көслөләрҙе һынай? Ауырлыҡтар алдында һынып-һығылмауын башҡаларға үрнәк итер өсөнмө? Был донъяның ҡырлы-ҡытыршы яҡтарын үҙ йөрәге аша кисереп, бер нимәгә битараф булмаған холоҡ-фиғелле ҡәләмдәшем Рәйлә Назарғолова тураһында ине әйтер һүҙем.
Ғафури районының Байымбәт ауылында, миҙгелдәрҙең иң йәмле мәлендә ғаиләлә икенсе бала булып донъяға бер ҡыҙы тыуа. Бала сағы, мәктәп йылдары башҡаларҙан бик үк айырылмаһа ла, Рәйләнең тормошҡа, хеҙмәткә ҡарашы башҡаларҙан күпкә айырмалы була. Мәктәпте тамамлағандан һуң Рәйлә Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә бухгалтер һөнәрен үҙләштерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 762 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәҙерлебеҙҙе ҡотлайбыҙ!Ғафури районының Үзбәйдәк ауылында тыуып үҫеп, әле Ҡурғашлыла йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Фәнизә Сабирйән ҡыҙы Ҡотованы күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ 1966 йылда Ҡурғашлы ауылында башланғыс класта уҡытыусы булып эш башлай һәм бөтә ғүмерен халыҡ мәғарифына бағышлай. 43 йыл бер урында эшләп, хаҡлы ялға сыға, хеҙмәт ветераны. Уның фиҙакәр хеҙмәте күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 625 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Аҡъярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһы — ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү буйынса алдынғылар рәтен биләгән мәғариф учреждениеһы. Унда бөгөн 300-гә яҡын уҡыусы белем ала. Йәштәрҙең күбеһе юғары уҡыу йортона ынтылыуға ҡарамаҫтан, училищены һайлаусылар кәмемәй.
Бында мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыуҙың да өлөшө бар: байтаҡ йәштәр IX класты тамамлағас та һөнәри белем алырға ҡарар итә. Бында ауыл өсөн квалификациялы белгестәр — “ВСДЕҒ” категориялы тракторсы-машинист, “ВСДЕ” категориялы водитель, иретеп йәбештереүсе, ташсы, төҙөүсе, тегенсе, һатыусы, контролер-кассир, умартасылар әҙерләйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 721 тапҡыр // Тотош уҡырға
Территориальное управление Федерального агентства по управлению государственным имуществом в Республике Башкортостан в лице ООО «БашТехМаркет» сообщает:
Ком: 0 // Уҡынылар: 2673 тапҡыр // Тотош уҡырға
ИЦ «Техника» проводит обучение по профессиям, которые помогут устроиться на работу, начать свое дело. Вы получите рабочую профессию, востребованную в нефтяной и газовой промышленности, а также множество других рабочих специальностей, в том числе в области сельского хозяйства и строительства. Поможем устроиться на работу. Возможно дистанционное обучение (не выходя из дома), при наличии Интернета по всем вопросам обращаться по тел.: (347)279-84-57, 8 937-490-19-75, 8-906-105-76-93.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүреһеҙ урманда хужа юҡ
“Тамуҡҡа юл изге ниәттәрҙән һалына”, — тигән урта быуаттарҙа йәшәгән һәм ижад иткән бөйөк итальян шағиры Данте Алигьери. Һуңғы 25 йылда ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында шағир һүҙҙәренең дөрөҫлөгө тағы бер тапҡыр иҫбатланды. Изге ниәттәр менән “үҙгәртеп ҡороу” тип исемләнгән сәйәсәт ҡеүәтле Советтар илен тарҡатты, баҙар иҡтисады тигән юлға күҙ йомоп баҫҡан Рәсәй көрсөк һаҙлығына барып батты. Таяҡтың ауыр башы иң беренсе сиратта ил яҙмышына һәм, әлбиттә, ир яҙмышына һуҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1409 тапҡыр // Тотош уҡырға
Айтуғанға йыр-моң туғанБелоруссияның Полтава ҡалаһы. Халыҡ-ара йыр фестивале бара. Бына алып барыусы йәнә бер конкурсанттың исемен атаны. Сәхнә уртаһына милли кейемдәге егет килеп баҫҡас, халыҡ уға һынамсыл баҡты. Ул күкрәген киреп тын алды ла, тирә-яҡты яңғыратып, халыҡ йыры “Уралым”ды һуҙып ебәрҙе.
Юғары сәнғәт өсөн тәржемә кәрәкмәй, тиеүҙәре дөрөҫ икән. Тамашасылар егеттең үҙен сәхнәлә тотошонан, ҡулы менән ишаралауынан, тын иркенлегенән йырҙың мәғәнәһенә төшөнә ине. Кинәт залда ут һүнде! Тирә-яҡ дөм-ҡараңғылыҡҡа сумды. Аппаратура ла эшләмәй, әммә егет кенә йырын өҙмәне. “Уралым” бындағы һәр кемдең күңелен хисләндерә бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1054 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тубыҡланып рәхмәт әйттеТөш ауыуға ҡарамаҫтан, поликлиникала йәнлелек һүрелмәгәйне. Берәүҙәр табипҡа инергә сираты етеүен көтә, икенселәр белешмә ала, өсөнсөләр белгес менән кәңәшләшә.Табип-инфекционист Ш. Ялаеваға күренергә теләүселәр бихисап.
Дүрт тиҫтәнән ашыу йыл бары тик ошонда, район үҙәк дауаханаһында һәм поликлиникаһында ғына эшләй Шамилә Фәтих ҡыҙы. Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Баҡалыға ебәргәндәр. Шулай итеп, Башҡортостанға яҡын ғына ауылда тыуып үҫкән Татарстан ҡыҙы бында төпләнеп ҡалған, ире Зөлфәт Фәрүәз улы менән өс бала тәрбиәләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тула өлкәһенең Алексин ҡалаһында инвалидтарға физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, Рәсәй Федерацияһында паралимпия һәм сурдолимпия спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса сараларға ҡағылған кәңәшмәлә ҡатнашты, тип хәбәр итте төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 586 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан кешеләре ҡол түгел. Бер кем дә бушҡа эшләргә тейеш түгел. Бөтәһенә лә ғаиләһен ҡарарға, ашарға, кейенергә, лайыҡлы йәшәргә кәрәк”, — тине Президент Рөсәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышында. Һүҙ эш хаҡы түләмәүселәр һәм бурыстарҙы бөтөрөү юлдары тураһында барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 677 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына