Ата-әсә наҙынан һәм иғтибарынан мәхрүм ҡалған балаларҙың күпселегенә төрлө ҡурҡыу хистәре хас. Берәүҙәре ҡараңғылыҡтан шөрләй, икенселәре сит кешеләрҙән йә иһә хайуандарҙан шикләнә. Баланың шулай уҡ барлыҡ донъяға ышанмай ҡарауы ихтимал, был уны ташлап китеүҙән, ҡалдырып ҡуйыуҙан ҡурҡыуға бәйле.
Ҡурҡыу
Ҡайһы бер балалар яңы ата-әсәгә хис-тойғоһон асып бармай, бының өсөн бер ни тиклем ваҡыт талап ителә. Эсендә оялаған ҡурҡыу хисен һөйләмәгән осраҡта ла, был тойғоноң башҡаса сағылыуы ихтимал: баланың тән температураһы күтәрелә, йыш ҡына баш ауыртыуына зарлана, төндә тынысһыҙ йоҡлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 736 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беренсе класҡа уҡырға килгән мәлем әле лә хәтеремдә. Мөләйем йылмайып Татьяна Федоровна ҡаршы алды. Уҡырға, яҙырға өйрәткән алсаҡ күңелле уҡытыусыбыҙ беҙгә, шуҡ балаларға, дүрт йыл буйы белем һәм тәрбиә бирҙе.
Әсәйем Ләйсән Фазыл ҡыҙы менән Дания өләсәйем — минең иң-иң ҡәҙерле кешеләрем, төп терәгем. Уларҙың йылы ҡанаты аҫтында үҙемде бик бәхетле тоям, шуға ла яҡшы уҡырға тырышам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ваҡыттағыса, уҡыу йылы аҙағында республика мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында һабантуйҙар гөрләп үтә.
Күптән түгел Республика башҡорт лицей-интернатын тамамлаған егеттәрҙең “Үҫеш” фонды баш ҡала халҡын ошондай күркәм байрам менән һөйөндөргәйне. Өфөнөң 13-сө башҡорт башланғыс мәктәбе — балалар баҡсаһында үткән һабантуй ҙа йыр-моңға, ярыштарға бай булды.
Сит төбәктәрҙә төйәкләнгән милләттәштәребеҙ ҙә милли йолаларға ҙур ихтирам менән ҡарай. Мәҫәлән, иртәгә Силәбе өлкәһендә башҡорт балалар һабантуйы булыуы көтөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 650 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борай һәм Яңауыл райондары уҡыусылары Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға экскурсияға килде. Почетлы ҡунаҡтар сифатында улар республика парламенты ултырышында ҡатнашты.
Бындағы музейҙа уҡыусылар Башҡортостанда парламентаризм үҫешен сағылдырған экспонаттар менән танышты. Муниципаль берәмектәрҙең символикаһы ҡуйылған геральдика залында ла булдылар, Дәүләт Йыйылышы тураһында документаль фильм ҡаранылар. Балалар республика парламенты Рәйесе Константин Толкачевҡа һорауҙар бирҙе. Уларҙы мәғариф өлкәһендәге ҡануниәт, һөнәр һайлау мәсьәләләре, спикерҙың тормош һәм хеҙмәт юлы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев төбәк-ара хеҙмәттәшлек темаһына журналистар менән аралашты.
— Бизнес административ власҡа ҡарағанда әүҙемерәк, эшҡыуарҙар бер-береһен үҙҙәре таба, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең бурыс — уларға ярҙам итеү. Чебоксарҙағы “Экра” предприятиеһы Башҡортостан менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, беҙҙең предприятиеларға ҡорамалдар еткерә. Ошо арала Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһының генераль директоры Андрей Макаров менән осрашып, Сыуашстандан продукция ағымын арттырыу тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Ике республика араһында хеҙмәттәшлек йүнәлештәре байтаҡ, тигән фекерҙә Башҡортостан башлығы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 854 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 Алға
Бит башына