“Кот хин кот” йыры


Йылайыр ауылында концерт бара. Конферансье:
– Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға – “Кот хин кот” йыры, – тип иғлан итә.
Залдағылар, аптырашып, шыбырлаша башлай. Алып барыусы: “Был нәмә булды әле?” тип уйлай ҙа сәхнә артында юғала.
Шул саҡ йырсының “Көт һин, көт, иркәм, мине…” – тип йырлағаны ишетелә. Баҡтиһәң, конферансьеның тексы, компьютерҙа башҡорт шрифты булмағанлыҡтан, урыҫ хәрефтәре менән йыйылған икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 643 тапҡыр // Тотош уҡырға
Спектаклдән һуң…


(Күптән түгел арабыҙҙан киткән күренекле драматург, халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевты хөрмәт менән иҫкә алып).

Салауат дәүләт башҡорт драма театрында Нәжиб Асанбаевтың “Сейәлетау” драмаһын сәхнәләштергәндәр икән. Премьеранан һуң авторҙы сәхнәгә саҡырып йылы ҡотлағандар, яңы ижади уңыштар теләгәндәр. Тамашасылар дәррәү ҡул сапҡан.
Ошо хөрмәтләүҙән һуң Нәжиб Асанбаевты яҙыусылар, драматургтар, журналистар ҙа тәбрикләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 889 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мостафаны ҡалала йәшәүсе Муса бажаһы гел ҡунаҡҡа саҡырып тора, әммә ауыл кешеһе нисек ҡунаҡҡа йөрөй алһын инде. Иртән етелә тороп һыйырҙы көтөүгә ҡыуаһы бар, унан эшкә бараһы, кисен бәрәңге баҡсаһында колорадо ҡуңыҙы көтөп ултыра. Ҡыҫҡаһы, йәйен ҡунаҡ ҡайғыһы түгел. Көҙөн иһә емештәр йыяһы, бәрәңге алаһы, баланы мәктәпкә оҙатаһы, ҡышын — юл ғазабы. Ҡыҫҡаһы, Мостафа һис кенә лә ҡалаға барырға форсат тапманы. Был һиңә ҡала фатиры түгел, ишегеңде бикләп сығып китеп булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 659 тапҡыр // Тотош уҡырға
* Партияға инереңдән алда сығырыңды уйла.
* Серһеҙ хәбәрҙең ҡыҙығы булмай.
* Яңғыҙ бала ысын яратыуҙы белмәй үҫә.
* Даһиҙар үлемһеҙ булһа, ахмаҡтар оҙағыраҡ йәшәй.
* Аяҡ ҡысыһа, сабата тырнамайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 519 тапҡыр // Тотош уҡырға
Май айында өҙәм әле
Бүләк өсөн сәскәләр.
Ожмахтарҙа йөҙөр инем,
Һөйәм, тиеп әйтһәләр.

Ал сәскәләр яланда ла,
Күк сәскәләр яланда.
Йәшлегемдең юҡ сиктәре –
Һөйәм әле һаман да.
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙа сыҡҡан баҫмаларҙы башҡа төбәктәрҙә лә алдырып, яратып уҡығандарын яҡшы беләбеҙ. "Башҡортостан" гәзитенә ҡушымта рәүешендә айына бер тапҡыр сығып килгән "Аҡмулла"ла ғына ла байтаҡ ҡыҙыҡлы, фәһем алырлыҡ, күңелгә ятырлыҡ мәҡәләләрҙе, сатирик шиғыр-хикәйәләрҙе уҡырға була. Әммә ҡушымтаны Яңы йылдан һуң бөтөнләй күрмәнем, килгәне юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ойошмала сираттағы кәңәшмә бара. Бер аҙналыҡ эшкә йомғаҡ яһалып, киләһендә шуны яҡтыртырға, быны яҙырға кәрәк тигәнерәк һөйләшеү булғас, мөхәррир хеҙмәттәштәренә бер талай ҡарап алды. Унан:
– Иптәштәр, Лоҡман Ғаяновты барығыҙ ҙа яҡшы белә, быға тиклем беҙҙә эшләп тә киткәйне, ул ҡабаттан килә, – тине лә, һеҙ ни әйтерһегеҙ тигәндәй, урынбаҫарҙарға күҙ ҡарашын борҙо.
Ком: 1 // Уҡынылар: 680 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлебаш районының Ҡаранай ауылында тыуып үҫкән, әле Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ Сәүиә Ғәзиз ҡыҙы Ғирфанованы алтын юбилейы — 50 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 471 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше, ҡайҙа ғына йәшәмәһен, тыуған ерен, тыуған ауылын һис онотмай. Шуға күрә тыуған яҡтарынан ситтә төпләнгәндәр, яҡташтарының уңыштары тураһында ишетһә, шатлана, уңышһыҙлыҡтары өсөн борсола, көйөнә. Беҙ, Ғафури районының данлыҡлы Сәйетбаба ауылынан сыҡҡандар ҙа, әлбиттә, ундай тойғоларҙан азат түгелбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 723 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 34 Алға
Бит башына