Бөрө районының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаһын тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 636 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл сит ил мәғариф һәм ғилми учреждениеларында уҡытыу өсөн Башҡортостан Президенты гранттарына дәғүәселәрҙе һайлау конкурсы башланды. Акция 2013 — 2017 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостан Республикаһы өсөн сит илдәрҙә кадрҙар әҙерләү программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 554 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көнсығыш беҙгә көндән-көн яҡынлашҡандай тойола. Ғөмүмән, бөтә донъя Көнсығыш менән хеҙмәт итергә ынтылған, рухи бәйләнештәр нығынған, меңәр йылдар Йыһан, тәбиғәт һәм үҙе менән гармонияла йәшәгән шәрҡиәттең боронғо аҡылына зарурлыҡ көсәйгән мәлдә йәшәйбеҙ. Бынан бер йыл элек Өфөлә Тибет медицинаһы ғилми-тикшеренеү үҙәгенең асылыуы ла Көнсығыш фәне, сәнғәте һәм философияһының принциптары менән яҡындан танышыуға юл асты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 998 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән маҡтаулыисемдәргә лайыҡ булған хеҙмәт кешеләрен ҡотлайбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Наҡаҫ йылғаһы буйында урынлашҡан Яңауыл туғыҙ йыллыҡ мәктәбе үҙенең бөхтәлеге, күркәмлеге менән һоҡландырҙы. Матбуғат хаҡында һүҙ сыҡҡас, йыл да гәзит-журналдарға әүҙем яҙылыуҙары хаҡында һөйләнеләр. Был йәһәттән почтальон Ҡадир Буранбаевтың өлөшө ҙур икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хыялдар тормошҡа ашҡанда...ХХ быуаттың иң мәшһүр, заманында бөтә донъяны тетрәткән әҫәр — А. Хачатуряндың “Спартак” балетының премьераһы хаҡында гәзиттә хәбәр ителгәйне инде. Ысынлап та, ул мәҙәни тормошобоҙҙа иҫтәлекле ваҡиға булды.
А. Хачатуряндың “Спартак” балетының премьераһы хаҡында гәзиттә хәбәр ителгәйне инде. Ысынлап та, ул мәҙәни тормошобоҙҙа иҫтәлекле ваҡиға булды.
Спартак ихтилалы беҙҙең эраға тиклем була, әммә баш-баштаҡлыҡҡа, золомға ҡаршы көрәшеү темаһы бөгөн дә көнүҙәк яңғырай, шуға ла хәҙерге заман ерлегенә күсерелеп, тамашасы күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Нурис”тың нурлы көндәреРиф Байбурин 40 йылдан ашыу ферма мөдире булып эшләй. Элек миллионер булған Ленин исемендәге колхоз тарҡалғас, бөтә ауыл халҡы эшһеҙ тороп ҡалды, күптәр ҡалаға китте. Ул осорҙа Риф Тимур улының пенсия йәше лә етеп бара ине.
“Инвестор” һүҙе ауыл халҡы ҡолағына бик ятышлы булып сыҡты. Сәфәр ауылы халҡы тап бынан дүрт йыл элек ошо һүҙҙең мәғәнәһенә төшөндө. Екатеринбургтан килгән эшҡыуар үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең, бигерәк тә ит һәм һөттөң үтемле тауар буласағына ышанып, “Нурис” исемле хужалыҡ ойоштороп ебәрә. Тәжрибәле белгестәргә, шулар араһынан Риф Байбуринға ла, эш тәҡдим итәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 578 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тармаҡтағы эште йәмәғәтселек көйләйӨфөлә “Илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһына йәмәғәт контроле практикаһы һәм күҙәтеүҙең һөҙөмтәле механизмы” темаһына төбәк-ара торлаҡ йыйыны үтте. Был йәһәттән Башҡортостандың тәжрибәһе ҙур. Йәмәғәтселек һәм идара итеүсе компаниялар әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Президент Рөстәм Хәмитов ике йыл элек йорт комитеттары булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Бөгөн иһә республикала 11 меңдән ашыу күп фатирлы йорттар советы теркәлгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 778 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тантаналар Һинең алда, әсәй, баш эйәм!Ауыл иртәһе. Туғайҙарҙа һайраған һандуғас моңо, эргәлә генә аҡҡан шишмә сылтырауы күңелде иркәләй, 16-17 йәшлек һауынсы ҡыҙҙар, иртәнге һауынды тамамлап, өйҙәренә таралыша. Йәшлек хыялдары яҡты өмөттәр менән тулы. Эх, ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, ҡояшлы иртәнең ил өҫтөнә ниндәй ғазап, ҡайғы килтергәнен белмәйһегеҙ шул әле. Һеҙҙең кеүек миллионлаған ватандашыбыҙға оло хәсрәт алып килде был ҡәһәрле 22 июнь таңы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр эш шарттарын белһә икән..."Урал" ауыл хужалығы кооперативының һөтсөлөк фермаларында бөгөн һыйырҙар мөңрәшкәне түгел, ә оҫталарҙың балта тауышы ғына ишетелә. Аҙбарҙарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү бара: серегән иҙәндәрҙе, ҡайһы бер урында түбә таҡтаһын алмаштыралар, тәҙрә быялаһы ҡуялар. Эш бөтәме ни инде фермала! Биналарҙы дезинфекцияларға, ағартырға ла кәрәк – һәр ерҙә эшсе ҡулдар талап ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 746 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 34 Алға
Бит башына