Лилиә Ғүмәрова һеҙҙе тыңларға әҙер!Халыҡты социаль яҡлау, оло йәштәгеләрҙең көнитмеше, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, тәрбиә, мәҙәниәт, сәнғәт мәсьәләләре һеҙҙе борсоймо? Әгәр ошо өлкәгә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Салауат ҡыҙы ҒҮМӘРОВА «Башҡортостан» гәзите редакцияһында һеҙҙе иғтибар менән тыңларға һәм борсоған барлыҡ һорауҙарығыҙға яуап бирергә әҙер.
5 июлдә көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем 272-05-43, 272-75-30 телефондарына һеҙҙән шылтыратыу көтәбеҙ.
Һорауҙарығыҙҙы бөгөндән 8 (347) 272-35-01, 273-90-66, 272-16-24 һандары буйынса шылтыратып йәки bashgazet@mail.ru электрон адресына яҙып бирә алаһығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 759 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ — Кинйә нәҫеленән!Милли батырыбыҙ Кинйә Арыҫланов, өс Советтар Союзы Геройы – Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин менән дан тотҡан Көйөргәҙе ерендә йыл һайын тип әйтерлек республика әһәмиәтендәге олпат һәм мәртәбәле байрамдар ойошторолоп тора. Былтыр бында ҡурайсыларҙың икенсе йыйыны бик матур үткәйне. Быйыл халҡының тарихи үткәнен, тыуған ерен, килер быуындарҙың тыныс, лайыҡлы тормошо өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан итеүҙән ҡурҡмаған шәхестәрен һанлағандар тағы ла Көйөргәҙе районына, халҡыбыҙҙың шөһрәтле улы Кинйә Арыҫландың бала сағы, йәшлек йылдары үткән Кинйәабыҙ һәм Беренсе Кинйә ауылдарына йыйылған. Маҡсаттары шул: геройҙың тыуыуына 290 йыл тулыуҙы тантаналы билдәләү, данлыҡлы ырыу башлығының изге аманатының быуындан быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырыла килеүен һәм һаҡланыуын раҫлау ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 986 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғиниәт ҠУНАФИН:  “Хөкүмәт тарафынан  ярҙам ғына булһын...”Быйыл июнь айында Башҡортостан ғилми йәмәғәтселегенең сираттағы йыллыҡ йыйылышы булды. Башҡортостан Фәндәр академияһының былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, ағымдағы ғилми эштәр барланды, фәндең үҫеш перспективалары ҡаралды. Унда Башҡортостан Президенты Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы, Хөкүмәт вәкилдәре сығыш яһаны. Бер төркөм ғалимдарға элекке СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә танылыу алған шәхестәрҙең исеме менән аталған премиялар тапшырылды. Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияға гуманитар фәндәр өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Фәндәр академияһының академик-секретары, академияның мөхбир ағзаһы, Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Сафиулла улы ҠУНАФИН лайыҡ булды. Ошо шатлыҡлы ваҡиға уңайы менән ғалимға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1220 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ырымбурҙың ырыҫлы улы...Ғәжәп бәндә. Иртән тора, монаяттарын ала, тәғәйен эшенә атлай. Сауыллыҡтар, төпһәләр араһында йөрөй. Шунда ваҡ ҡына инеш баштарын эҙләй. Тапҡанына сабыйҙай һөйөнөп, ары китә. Тағы ла бер яҡты улаҡҡа — шишмә башына юлыға: кескәй генә “күҙен” аса, юлын таҙарта. Моғайын, аҙаҡ был улаҡ — шишмәгә, ә унан һуң йылғасыҡҡа, оло иҙелгә әйләнер, ташып ағыр. Ерҙәге был юлаусы үҙе лә шиғри күңелле зат, ахырыһы. Шулай булмаһа, бәғзеләр уйынса буш шөғөл, юҡ эш ҡыуып йөрөмәҫ ине. Шиғыр яҙа, уҡытыусы һөнәре ала. Хәйер, бөтә ғүмере шул шөғөлдәр даирәһендә ҡайнаясаҡ. Өҫтәүенә, ҡурай тарта.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1214 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Уртаҡ уйлы булып ғүмер иттек”Район советы рәйесе Рима Нәбиуллинаға телефон аша командировкаға килеүебеҙҙең сәбәбен – төбәктәге уңыштарҙы, халыҡтың йәшәйешен күрһәтергә теләүҙе аңлаттым. “Нәҡ шул көндө алтын туйын билдәләүсе күркәм парҙы ҡотларға йыйынабыҙ, тимәк, бергә барасаҡбыҙ”, – тине ул шатланып.
... Шулай итеп, бығаса ишетеп белгән Гөмбәгә юлланабыҙ. Ауыл ҡапҡаһын үтеп оҙаҡ та барманыҡ, бүтәндәренә ҡарағанда ҡалҡыуыраҡ йорт тирәһендә халыҡтың йыйылып тороуы иғтибарҙы йәлеп итте. Байрам, тимәк, бында көтөлә. Унан инде бәхет бөркөлөп торған өйҙән клубҡа юлландыҡ.
– Ауыл бәләкәй, уның ҡарауы, кешеләре ихлас, изге күңелле, – тип һөйләй Рима Шамил ҡыҙы. – Район үҙәге Асҡында күңелле мәҙәни саралар йыш ойошторола, һәүәҫкәрҙәребеҙ ҙә, ситтән килгәндәр ҙә концерт ҡуя. Ә беҙҙеке кеүек ауылдар нимә эшләргә тейеш? Әлбиттә, улар үҙҙәренә үҙҙәре байрам ойоштора. Был көндө Гөмбәләге мәҙәни сараға олоһо ла, кесеһе лә йыйылды, күптәр юбилярҙарға йылы һүҙен еткерҙе, таланттар иһә йыр-моң өләште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зимфер һәр ҡайҙа өлгөрЗимфер Төхвәтуллин — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районындағы Дәүләт автоинспекцияһы бүлеге начальнигы. Ҡасандыр ул ошо райондың эске эштәр бүлегендә хеҙмәт юлын башлаған. Бөгөн иһә полиция майоры Төхвәтуллин — личный состав етәксеһе.
Эске эштәр органдарына Зимфер Зөфәр улы 26 йәшендә килә. Бер айҙан уға Дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәтендә тәүтикшереү инспекторы вазифаһы тәҡдим ителә. Ике тиҫтә йыл үткәс, ул аҙымының дөрөҫ булыуына инана.
“Афарин! Үҙ көсөнә ышанды, коллегаларында ла өмөт уятты”, — тип баһалай уны дәүләт автоинспекцияһы пенсионеры, отставкалағы өлкән прапорщик Радик Алхәйҙәров.
Ком: 0 // Уҡынылар: 644 тапҡыр // Тотош уҡырға
Татлы емештәрен мул биреп, рух күтәренкелеге тыуҙырған, бормалы шиғриәт юлында башҡа берәүҙе лә ҡабатламаған, үҙенсәлекле шағир Тойғон бар. Ул, ихлас йөрәк аһәңе менән үҙ һуҡмағын ярып, халҡыбыҙҙың күңел түрендә үҙ урынын күптән алған. Рухиәтебеҙ һағында ҙур яуаплылыҡ тойоп, ғәҙеллектә бөйөклөктө раҫлауы, кешеләрҙе уяулыҡҡа, изгелеккә әйҙәүе менән хаҡлы ул.
Тоҡандырыу кәрәк йөрәк утын –
Данколарға мохтаж был заман.
Салауаты булған ғәййәр халыҡҡа
Быҫҡып йәшәү әле бик яман,
– тип туған халҡының яҙмышы өсөн әсенеп тә, хәүефләнеп тә яҙа Тойғон.
Ком: 0 // Уҡынылар: 819 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдар Ғәбитовтың "Башҡортса башватҡыстар" китабы ҡулыма килеп эләгеп, йөкмәткеһе менән танышып сыҡҡас, мәктәптә эшләгән йылдарым иҫкә төштө. Их, ошо башватҡыстар ниңә элегерәк, мин уҡытҡан саҡтарҙа булманы икән, сәғәттәр буйы кроссворд төҙөп ултырмаҫ инем, тип уйланым. Ана, урыҫтарҙа кроссворд китаптары бар, ә ниңә беҙҙә юҡ, тигән уй башҡа килә торғайны.
Ысынлап та, әҙәбиәт, тел дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн кроссвордтар сисеү алымын ҡулланыу уҡытыусыларға ныҡ ярҙам итә, дәрестәр ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтә, балаларҙы әүҙемләштерә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1336 тапҡыр // Тотош уҡырға
Законлы никахтары менән ҡотлайбыҙ!5 июлдә ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ өсөн ҙур байрам: Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылы һылыуы Лариса Кинйәбулатова менән Әбйәлил районының Ишбулды ауылы егете Айнур Хәлисовтың законлы никах көнө.
Ҡәҙерлеләребеҙҙе яңы тормошҡа аяҡ баҫыуҙары айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарығыҙ яҡты, бергә үтер юлдарығыҙ уң, оҙон, мөхәббәтле булһын!
Ком: 0 // Уҡынылар: 2176 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем оҙағыраҡ эшләй,  шул отаРәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе һәм ҡала-райондарҙағы идаралыҡ вәкилдәре Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры М. Топилин, Пенсия фонды идараһы рәйесе А. Дроздов ҡатнашлығында үткән селектор видеоконференцияһында ҡатнашты. Мәсьәлә мөһим: хеҙмәт пенсияһын яңыса иҫәпләү ҡағиҙәләре менән таныштырыу, йәғни "пенсия калькуляторы" проектын презентациялау. Үҙгәрештәр 2015 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Яңы формулаға күскәнгә тиклемге формалашҡан бөтә пенсия хоҡуҡтары ла һаҡлана һәм күләме кәмемәйәсәк. Матбуғат конференцияһында журналистар электрон иҫәпләгес — "пенсия калькуляторы"ның нисек эшләүе менән танышты. Калькулятор бөгөнгө пенсионерҙар, хаҡлы ялға сығырға өс йылдан кәм ваҡыт ҡалған граждандар, эшкә яраҡһыҙ һәм ҡараусыһын юғалтҡан кешеләр, хәрбиҙәр һәм көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, пенсияға иртә китергә хоҡуҡлылар өсөн тәғәйенләнмәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына