Аҡтан айырмаһын...– Йәй мул һауымға ирешер өсөн малды тәүлек әйләнәһенә йәшел сиҙәмдә көтөргә кәрәк, шул саҡта ғына ҙур күләмдә һөт алырға мөмкин, – ти Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы тоҡомсолок заводы директоры Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Марат Камалов. – Йәйләүҙә арзан продукцияны мул һәм юғары сифатлы итеп етештереүгә өлгәшкәндә, уның үҙҡиммәте төшөр, хужалыҡтың да иҡтисадын нығытыу мөмкинлеге булыр.
Кооператив төбәктә алдынғыларҙан һанала. Унда бөтәһе 1100 баш мал аҫрала, мул һөт сығанағы иһә – ҡара-сыбар тоҡомло 350 баш һыйыр. Етештерелгән 5 тонна һөт көнөндә үк “Аллат” комбинатына оҙатыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1527 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыйыр һауыуҙа кем оҫта?"Өҫән" ауыл хужалығы кооперативының йәйләүе был көндө оло һабантуй майҙанына әүерелде. Иртә менән ярыш урынына республиканың 50 районынан һыйыр һауыу оҫталары йыйылды. Ауыл эшсәндәренең маһирлығын билдәләүсе был сара республикала 38-се тапҡыр үткәрелде. Конкурста ҡатнашыусылар һыйыр һауыу, һауыу аппараттарын һүтеп-йыйыу оҫталығын һәм теоретик белемен генә күрһәтеп ҡалманы, йыр-моңға һәләтен дә асып һалды.
– Төбәктең 25 ауыл хужалығы предприятиеһы, 22 меңдән ашыу шәхси хужалығы игенселек, малсылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнә, уңыштары менән ҡыуандыра, – тине район хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1606 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Гаишник" булыу еңелме?Уларға ҡарашым ҡырҡа үҙгәрҙе...
Иң мөһиме — ғәҙеллек!
Көндәрҙән бер көндө ЮХХДИ-нан үҙемә "гаишник" булып ҡарарға тәҡдим иткәстәр, аптырабыраҡ ҡалдым. Ҡулдан килерме? Автоһәүәҫкәрҙәр быны нисек ҡабул итер? Дежур итеү төнгә тура килә, йоҡоһоҙ түҙеп булырмы? Һорауҙар күп булһа ла, ҡыҙыҡһыныу үҙенекен итте. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: бер көнгә, дөрөҫөрәге, төнгә үҙем "гаишник"ка әйләндем. Был көндә Башҡортостанда эскән водителдәрҙе тотҡарлау буйынса акция ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1526 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағасына күрә емешеКүптән инде ҡулыма ошолай ентекле, нәзәкәтле итеп биҙәлгән, полиграфик сифатына һүҙ теймәҫлек балалар китабы тотҡаным юҡ ине. Европаның классик стандарттарына ярашлы биҙәү алымдары, төҫтәр, семәрҙәр, йорт-ер, йыһаз… Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән шикелле, бына шул ябай ғына кеүек нәмәләр ҙә китаптың тап алман (алман (ғәр.) — немец) әҙәбиәтенә мөнәсәбәтле икәнлеген күрһәтеп тора.
Йәш тәржемәсе Алһыу Хамматова ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың әкиәттәрен тәржемә итеп кенә ҡалмаған, өс йылдан ашыу был китапты биҙәр өсөн әллә күпме эш алып барған, рәссам булараҡ юғары баһа бирерлек хеҙмәт ижад иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1841 тапҡыр // Тотош уҡырға
Талҡаҫ буйы йәш сәсәндәрҙе йыйҙыБынан 100 йыл элек Ырымбур мәҙрәсәһендә белем алған 22 йәшлек Мөхәмәтша Буранғолов Баймаҡ районында йәшәгән Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған “Урал батыр” эпосын яҙып ала. Бөгөн был әҫәр – иң аҫыл рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе. 15 йыл рәттән мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән “Урал батыр”ҙы яттан һөйләүсе йәштәр бәйгеһенең быйыл тап Баймаҡ районында ойошторолоуы юҡҡа түгел, сөнки төбәктә эпостың эҙҙәрен һаҡлаған иҫтәлекле урындар бихисап, Ғәбит һәм Хәмит олатайҙарҙың вариҫтары боронғо традицияларҙы дауам итә, районда йәш сәсәндәр мәктәбе уңышлы эшләй.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1654 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәмбе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре программаһына ярашлы, Ағиҙелдә булып, урындағы етештереү предприятиелары менән танышты, ҡаланы үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Рөстәм Зәки улы иң тәүҙә Ағиҙел йылға портына барҙы. Был объект йылға-диңгеҙ тибындағы караптарҙы ҡабул итә ала. Президент ҡоро йөк һәм ҡара нефть тауарҙары ҡойоу терминалдарын ҡараны. Юридик аңлашылмаусанлыҡ сәбәпле, портты файҙаланыу буйынса проблемалар ҙа бар икән. Атап әйткәндә, объекттың бер өлөшө — шәхси, икенсеһе — федераль милектә. Рөстәм Хәмитов портты үҫтереү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1327 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡазанда үткән XXVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһында 162 илдән килгән 13,5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, шул иҫәптән 9,3 мең спортсы 27 төрлө ярышта көс һынаша. Йәмғеһе 351 комплект миҙал уйнатыласаҡ. Бындай киң ҡоласлы Универсиаданың тарихта булғаны юҡ әле. Ҡазандың юғары кимәлдәге әҙерлеген сараны асҡан саҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин да билдәләне.
Тантана “Ҡазан-Арена” стадионында үтте. “Ҡазан — күп милләтле, ҙур илебеҙҙең иң боронғо һәм матур ҡалаларының береһе. Бөгөн бында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән йәш спортсылар йыйылған. Төрлө ил һәм милләт вәкилдәрен Универсиада берләштерә был көндәрҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1347 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изге Рамаҙан айы алдынан үткәрелгән матбуғат конференцияһында Ураҙала башҡарылаһы ғәмәлдәр, төбәктә дин йүнәлешендә тормошҡа ашырылған саралар хаҡында һүҙ барҙы, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты эшмәкәрлегенә байҡау яһалды.
— Мосолман һәр ваҡыт тыныслыҡҡа, милләт-ара татыулыҡҡа, тормоштоң именлеген тәьмин итеүгә ынтылған, — тине мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. — Ураҙа — ошо ҡиммәттәрҙең әһәмиәтенә тағы ла нығыраҡ төшөнөр мәл. Унда әҙәм балаһы бар яҡлап таҙарына, тормошондағы һәр минуттың ҡәҙерен белергә, ҡаршылыҡтарҙы сабыр аҡыл, ихтыяр көсө менән еңеп сығырға өйрәнә, ярҙамлашып, берҙәм йәшәүҙең баһаһына нығыраҡ инана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1213 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изге ғәмәлдәргә — ҙур сауап
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Бөгөн изге Рамаҙан айына аяҡ баҫабыҙ. Ошо айҡанлы ихлас тәбрикләп, Аллаһ Тәғәләнең барыбыҙға ла донъя именлеге, ғаиләбеҙҙә, эшебеҙҙә бәрәкәт, тән һәм йән таҙалығы, иман насип итеүен теләйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1454 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында “Хәүефһеҙ юлдар” федераль партия проектына ярашлы иғлан ителгән “Халыҡ күҙлегенән” республика конкурсына тәүге йомғаҡ яһалды.
Интернет аша баһалау һөҙөмтәһе буйынса Өфөнән Ренат Нурешев ебәргән видео иң күп тауыш йыйған. Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов уға бәйгенең арауыҡтағы этабында еңеүсе дипломын тапшырҙы. Юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән барлыҡ видеоматериалдар сара күреү өсөн ЮХХДИ-ҙың Башҡортостан идаралығына ебәреләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 475 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына