Ауырғазы — үҫеш өсөн уңайлы урынБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ауырғазы һәм Ишембай райондарында булды. Эш сәфәре барышында республика етәксеһе урындағы халыҡ менән осрашты, етештереү һәм ауыл хужалығы объекттарында булды, юл инфраструктураһы төҙөлөшө менән танышты, буласаҡ уңышҡа баһа бирҙе.
Талбазы ауылындағы 87-се лицейҙа “Йәнле ауыл” социаль проекты менән таныштырыу сараһы ойошторолдо. Рөстәм Хәмитов фермерҙар менән аралашты. Унда “Йәнле ауыл” кооперацияһына ингән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың проблемалары тикшерелде. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙағы ҡыйынлыҡтарға бәйле ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 578 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙекеләр  һынатмайСтуденттарҙың Ҡазанда барған ХХVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһы аҙағына етте, Башҡортостандан барған ҡыҙҙар-егеттәр әлегә һынатырлыҡ түгел.

Стәрлетамаҡ физик культура институты студенты Илья Первухин, мәҫәлән, каноэ-дуэт буйынса (ишкәкле спорт кәмәһендә ике кеше йөҙөү) 1000 метр араны үтеп, Рәсәй иҫәбен сираттағы алтын миҙал менән байытты. Ә ошо уҡ уҡыу йортонан Павел Петров каноэ-дуэтта 1000 метр араны йөҙөп, көмөш миҙал яуланы.
Башҡортостан рапирасылары ла һынатманы әлеге Универсиадала. Реналь Ғәниев менән Артур Әхмәтхужин – чемпиондар иҫәбендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 515 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмерлек "Ғүмер китабы"Тапҡыр һүҙ, поэтик фекер ҡеүәһе кешегә тәбиғәттән биреләлер, моғайын. Был йәһәттән тәбиғәттең кеше белмәгән һәм белмәйәсәк тә ҡанундары булырға тейештер. Кеше үҙенә генә хас ниндәй маһирлыҡҡа эйә булмаһын, бының сере үҙе өсөн дә сер рәүешендә ҡала. Был бары уның ғүмерлек "мине" икәнлеген генә белә. Әле күренекле шағирыбыҙ Ирек Кинйәбулатовтың "Ғүмер китабы"н нисәнсе тапҡырҙыр битләп ултырғанда ошондайыраҡ фәлсәфәүи уйҙар үҙенән-үҙе килеп тыуғандай булды.
Ысынлап та, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты дәрәжәһендә танылған шағирыбыҙ үҙ асылына ҡолаҡ һалмай башҡа һөнәр һайлаған булһа, ул саҡта ни булыр ине?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡсан шиғриәтШағирҙың төп әйтер һүҙе, һүрәтләр объекты — кеше. Бөтә уй-хыялы уның кеше тураһында. Хатта тәбиғәтте лә ул — беҙҙе уратып алған донъя, ер, мөхит булараҡ — туранан-тура һүрәтләмәй, ә кеше шәхесе аша килә, кешене Йыһандың бер күҙәнәге итеп күрә, кеше менән тәбиғәттең бер бөтөнлөгөн художестволы асып бирә:
Бәрәңгеләр күкрәп сәскә атһа,
Өмөт сәскәләре шыттылар.
Шуның менән генә үткәрелде
Яҙҙы, көҙҙө, һалҡын ҡышты ла...
Ком: 0 // Уҡынылар: 752 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуға төштө, тип хәбәр итте республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Был эшкә беренсе булып Дүртөйлө игенселәре тотондо. Уларға 9,9 мең гектар майҙандан иген йыйып алаһы бар. Әле “Уңыш” һәм “Әсән” йәмғиәттәре ужым йыйһа, тиҙҙән тағы ла биш-алты хужалыҡ баҫыуға сығырға әҙерләнә. Өфө, Әлшәй, Баймаҡ, Кушнаренко райондары ужым шипкәнен йыя. Өфө районы хужалыҡтары, өҫтәүенә, 250 гектар майҙанда борсаҡ һуғып алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 801 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлдар сифатлыраҡ булһын өсөнБаш ҡалалағы юл-төҙөлөш лабораторияһы нимә менән мәшғүл?

Республика юлдары, яҙ һайын ремонтлауҙарына ҡарамаҫтан, һаман да ҡәнәғәтләнерлек түгел әле. Шуға ла быйыл Президент Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән Өфөлә асфальттың сифатын тикшереүсе лаборатория булдырылды. Бөгөн баш ҡала урамдары ни хәлдә, юлдағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ ямауҙарҙың берәй ҡасан аҙағы булырмы? Лаборатория иңенә ниндәй эш йөкмәтелгән, белгестәр юл сифатын ниндәй күрһәткестәр буйынса баһалай? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыр өсөн уның хеҙмәткәрҙәре менән тикшереүгә бергә сыҡтыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 565 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оло эштең башы ғына әле...Ҙур түрәләр, ғәҙәттә, эшкә бик иртә килә. Шуны хәтерҙә тотоп, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Павел Мехоношинға иртәнге 8-се яртыла уҡ юлландым. Бинаға кергәндән алып башлыҡтың кабинетына еткәнсе берәү ҙә осраманы. Урамдан теләһә кем инеп китә ала, тимәк. Мин дә шулай эшләнем. Хеҙмәткәрҙәргә эш башларға әле иртәрәк, әлбиттә, ләкин ни өсөндөр бөтөн райондан бер кеше лә йомош менән килмәгән икән? Башҡа “Йә Балаҡатайҙа хәл ителмәгән бер проблема ла ҡалмаған, йә бында берәү ҙә үҙ мәсьәләһе менән килергә теләмәй” тигән фекер үҙенән-үҙе килә. Ләкин хакимиәт башлығына йомошом икенсе ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 512 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән проект Дәүләт Думаһында бер үҙгәрешһеҙ өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, Рәсәй Енәйәт кодексының эшҡыуарлыҡҡа бәйле 27-се һәм мутлашыу тураһындағы 159-сы статьялары буйынса тәүге тапҡыр хөкөм ителеүселәр иреккә сығарыла. Амнистия өсөн ғәйепләнеүсе мөлкәтте кире ҡайтарырға йәки зыян күреүселәрҙең матди юғалтыуҙарын ҡапларға тейеш. Гәзит уҡыусыларыбыҙға “Иҡтисади амнистияны нисек баһалайһығыҙ?” – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 449 тапҡыр // Тотош уҡырға
Томск өлкәһендә Ми-8 вертолеты һәләкәтендә Башҡортостандан ике кеше зыян күргән.
Авария 14 июлдә була. 14 пассажир һәм өс экипаж ағзаһы ултырған вертолет һауаға күтәрелгәндән һуң ҡайтанан ергә ултырырға мәжбүр була. Төшөү менән ул ҡабырғаһына ята. Һөҙөмтәлә 15 кеше имгәнә. Зыян күреүселәр Омск өлкәһенең Тара ҡалаһындағы дауаханаға килтерелә.
— Әле 10 пассажир дауалау ойошмаһында ҡалдырылды, ҡалған бишәүһе амбулаторияла дауаланасаҡ, — тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Томск өлкәһендәге баш идаралығы хеҙмәткәре подполковник Владимир Василенко.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киров өлкәһенең Эске эштәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, “Киров транспорт предприятиеһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке генераль директоры Сергей Шулаев айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнә.
Тәфтиш һөҙөмтәләре буйынса, ул үҙенең предприятиеһына 8 миллион һумлыҡ зыян килтергән. 2010 йылда “Киров транспорт предприятиеһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Башҡортостан троллейбус заводы араһында беҙҙә етештерелгән 15 троллейбусты 80 миллион һумға һатыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ысынбарлыҡта уларҙың бишәүһе генә яңы, ә ҡалған уныһының кузовы ғына яңы, ә агрегаттары файҙаланылған була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 473 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына