Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы "Өфөводоканал" муниципаль унитар предприятиеһына бурысы һәм уны түләү графигын үтәмәгән өсөн электр энергияһы бүлеүҙе туҡтатты.
Компания мәғлүмәттәренә ҡарағанда, "Өфөводоканал"дың 216 миллион һум бурысы йыйылған. Апрель айында яҡтар уны ай һайын түләүҙе күҙ уңында тотҡан килешеүгә ҡул ҡуя. Әммә предприятие әлегә тиклем йөкләмәһен үтәмәй. 11 марттан 17 июнгә тиклем "Өфөводоканал" энергия ҡулланған өсөн ғәмәлдәге түләүҙе лә туҡтатҡан. 18 июндә 5 миллион һум аҡса күсерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 536 тапҡыр // Тотош уҡырға
Голландияла үҫмерҙәр араһында ойошторолған ХХII Европа олимпиада фестивале үтте. Уйындарҙа Рәсәй командаһы составында ҡатнашып, Башҡортостандан Данил Лысенко менән Полина Егорова биш миҙал яуланы.
Салауат ҡалаһынан Полина Егорова был фестивалдән өс алтын һәм бер көмөш миҙал алып ҡайтты. Спортсы ҡыҙға «алтын-көмөштәр»ҙе шәп йөҙгән өсөн бирҙеләр. Ә Бөрөнән барған Данил Лысенко миҙалға бейеклеккә һикереүҙә лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең даими контролендә тотола.
Республика граждандарынан мөрәжәғәттәр почта һәм факс, республика власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе, электрон почта аша килә һәм туранан-тура тапшырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 422 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһында йәшәүсе хөрмәтле Зимфира Миңлеғәзийән ҡыҙы Бикташеваны күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайым.
Башҡортостандың һоҡланғыс ҡыҙы менән дуҫ булыуыма ғорурланам. Бөтә хыялдарың да тормошҡа ашһын! Һиңә ихлас күңелдән сәләмәтлек, оҙон ғүмер, эшеңдә уңыштар, яҡшы дуҫтар теләйем.
Иҫтәлекле буклетты Интернациональ урамына ебәрәм. Һәр саҡ һеҙҙең менән һәм һеҙҙең булыуығыҙға рәхмәтле
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күрәһең, ҡайһы берәүҙәргә түбәнселеккә төшөү бер ни тормай. Студенттарҙың Ҡазанда үткән ХХVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһы һөҙөмтәләре менән килешмәүселәр табыла башланы. Имеш, беҙҙең өсөн профессиональ спортсылар – Олимпиада чемпиондары көс һынашты. Шуныһы ғәжәп: был дәғүәселәр – Интернетта ултырған рәсәйҙәр(!) булып сыҡты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй командаһы 250 миҙал яулап (шуларҙың 126-һы – алтын, 67-һе – көмөш, 57-һе – бронза), еңеп сыҡты. Командаларҙа Башҡортостан спортсылары ла бар ине, яҡташтарыбыҙ һынатманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ араһында милли көрәш буйынса һуңғы ваҡытта бәхәстәр ҡуйыра. Был спорт төрө беҙҙә юҡҡа сығасаҡ, ти берәүҙәр. Егерме йылдан Башҡортостанда һәр икенсе егет көрәшергә сығасаҡ, тип өмөтләнә икенселәр. Ысынлап та, Башҡортостанда милли көрәштең яҙмышы нисек булыр? Был һорауҙы беҙ эшмәкәрлеге ошо спорт төрөнә бәйле ир-егеттәргә бирҙек…
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олимпиада уйындарының теҙмәһе әҙер
2014 йылдың 7 – 23 февралендә Сочи ҡалаһында үтәсәк ХХII Ҡышҡы олимпиада уйындарына күп тә ҡалманы. Әле сараға ныҡлы әҙерлек бара. Ойоштороу комитеты уйындарҙың теҙмәһен дә тәҡдим иткән.
Әйткәндәй, Олимпиадаға яңы 12 уйын төрө өҫтәлгән. Тимәк, миҙалдар Ванкуверҙа үткән Уйындарға (2010 йыл) ҡарағанда – 12-гә, Туриндағыныҡынан 14-кә (2006 йыл) күберәк буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Краснокама районындағы Воробьево ауылында 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташ яугирҙәргә һәйкәл асыу тантанаһы булды.
Мәрмәрҙән яһалған обелискка һуғышта башын һалған 27 фронтовиктың исем-шәрифе уйып яҙылған. Һәйкәл асыу идеяһы бер йыл элек тыуған. Уны тормошҡа ашырыуға айырым кешеләр финанс ярҙамы күрһәткән. Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ойошторолған митингта район етәкселеге, ветерандар советы вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 881 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡала төҙөлөшө ҡануниәтенең үтәлешен тикшереү барышында баш ҡаланың Киров районы прокуратураһы “Каруанһарай” күп функциялы комплексы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Үрге сауҙа майҙанында ҡунаҡхана нигеҙен һәм цоколь ҡатын, бизнес-үҙәкте төҙөлөшкә рөхсәтһеҙ һалыуын асыҡланы.
Әйткәндәй, объекттар ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлеккә ярашлы һалына. “Компания биләмәне таҙартыуға һәм ҡойма менән уратыуға, йәғни әҙерлек эштәренә генә хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш алып барыуға ла рөхсәт ҡағыҙы кәрәк, сөнки ул ҡануниәттең үтәлешен гарантиялай һәм ошо объектҡа килгән кешеләрҙең именлеген тәьмин итә”, — тип билдәләнеләр республика Прокуратураһында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан вәкилдәре Волга буйы федераль округында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре буйынса видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше министры урынбаҫары Сергей Дарькин үткәргән кәңәшмә барышында коммуналь хеҙмәттәр өсөн йыйылма түләүҙең үҙгәреүе тикшерелде. Быйыл 1 июлдән хаҡты планға ярашлы арттырыу тураһындағы ҡарар федераль кимәлдә ҡабул ителде. Әле Волга буйы федераль округы төбәктәре хаҡ артыуын мөмкин тиклем кәметеү буйынса күрелгән саралар хаҡында хәбәр итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 46 Алға
Бит башына