Тәрбиә ҡайҙан башлана?Үҫеп килгән быуында тирә-яҡ мөхиткә иғтибар менән ихтирамды нисек тәрбиәләргә? Хатта юғары даирәләрҙә лә был һорауға яуап таба алмайҙар. Ә бына "Асылыкүл" тәбиғәт паркы директоры Рәмил Аралбаев менән "Башҡортостан" милли паркы директорының фән буйынса урынбаҫары Лилиә Солтангәрәева оҙаҡ уйлап тормаған — экологик лагерь ойошторған. Үҙҙәрен "ДОП"-сылар ("Тәбиғәтте һаҡлау дружинаһы". — Авт.) тип атаған бындай әүҙем кешеләр республикала бихисап. Уларҙың барыһы ла ҡасандыр бер уҡыу йортонда белем алып, ошо исемдәге дружинаның әүҙем ағзалары булған. Студенттарҙы берләштергән әлеге ойошма тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 850 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Торатау беҙҙәге Жип кеүек...”Чех ғалимы Башҡортостандың ниндәй үҙенсәлектәрен ғәжәп иткән?
Чехиянан тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡолмөхәмәтованың ире менән редакцияға һуғылырға иҫәбе бар тип хәбәр иттеләр редакцияға. Гәзит уҡыусыларға Миләүшә Годбодь тигән исем яҡшы таныш. Ул – әүҙем авторыбыҙ. Башҡортостанда йәшәгәндә гәзиткә даими яҙышты, сит илгә күсеп китһә лә, ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй. Ваҡыттарының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Владимир (уларҙа исем-шәриф менән өндәшеү – сит күренеш, хатта әфәнде тип әйтеү ҙә) менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1011 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙе, өс баланы, атайым бер үҙе генә тәрбиәләй. Әсәйебеҙ үлгәндә иң бәләкәйе булараҡ ике йәштә генә ҡалғанмын. Апайым Розаға – биш, ағайым Илшатҡа дүрт йәш тулып өлгөргән. Береһенән-береһе бәләкәй балалар менән атайыма нисек ауыр булғанын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, ләкин ул ҡайғынан бөгөлөп төшмәгән, эскегә лә һалышмаған.
Күберәк ваҡыт эргәбеҙҙә булыу, беҙгә дөрөҫ тәрбиә биреү, уҡыуыбыҙҙа ярҙам итеү теләге уны үҙ һөнәрен алмаштырырға мәжбүр итте. Агроном булып эшләп йөрөгән атайым, педагогия институтына уҡырға инеп, уҡытыусы булып эш башланы. Район үҙәгенә күсеп, бер үҙе ҙур итеп өй һалды.
Атайыбыҙ Миҙхәт Шәкирйән улы Ниязғолов Күгәрсен районының Ураҡай ауылында тыуып үҫкән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 692 тапҡыр // Тотош уҡырға
Редакцияға Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан хаҡлы ялдағы Зәкиә Рамаҙан ҡыҙы Зәйнуллина шылтыратҡайны.
— 23 июндә аттарыбыҙҙы урланылар. Ярай әле, водителе тотолдо. Полиция хеҙмәткәрҙәре ентекле тикшереү үткәрмәй, — тип дәғүә белдергәйне ул.
Хәлгә аңлатма биреүҙе һорап, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса бүлегенә мөрәжәғәт иттек. 11 июлдә бүлек етәксеһе Юнир Нәҙерғолов ҡул ҡуйған түбәндәге яуапты алдыҡ:
“24 июндә Волгоград өлкәһе вәкиле идара иткән автомашинаға аттар тейәгәндә тотолдолар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғафури районының Йөҙимән ауылы халҡы исеменән Биктимер Рәхмәтуллин, Нәфисә Шәмсетдинова, Миңлесара Заһиҙуллина, Сәхиулла Шәрипҡолов, Мәүлиҙә Дәүләтова, Ғәлиә Баһауетдинова, почта бүлексәһенең яҙмышы өсөн борсолоп, редакцияға хат ебәргәйне. Мәҡәлә гәзиттә баҫылып сыҡҡас, уны Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Ғәлимовҡа тикшерергә ебәрҙек. Аҙаҡ идаралыҡ директоры урынбаҫары Ленард Шафиҡовтан түбәндәге яуапты алдыҡ:
"Ҡабул ителгән нормативҡа ярашлы, почта элемтәһе бүлексәһе кәмендә бер мең кеше йәшәгән һәр ауылда булырға тейеш. Башҡа осраҡтарҙа стационар почта элемтә бүлексәһенән өс километрҙан арыраҡ урынлашҡан ауылдарҙа күсмә почта хеҙмәтләндереүе ойошторола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ирәмәл” тәбиғәт паркында биләмәне төҙөкләндереү һәм туризм өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу дауам итә. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре әйтеүенсә, был парктың үҫемлектәрен һәм йәнлектәрен һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Уҙған шәмбе тантаналы шарттарҙа туристар өсөн “Ағиҙел башында” туҡталҡаһы асылды.
— Ағиҙел — республиканың төп йылғаһы, ул беҙҙең “Ирәмәл” тәбиғәт паркынан башланғыс ала, — тине парктың директоры Римма Ғәлиева. — Был беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 733 тапҡыр // Тотош уҡырға
Коммуналь хеҙмәттәргә артҡан түләүҙәр өфөләргә ай һайын, дөйөм алғанда, яҡынса 50 миллион һум күләмендә компенсацияланасаҡ.
Атап әйткәндә, хаҡ күтәрелеүе ярты йылда 12 проценттан йәки йылына алты проценттан артығыраҡ тәшкил иткән граждандарға ярҙам күрһәтеләсәк. Әле күптәргә квитанциялар ошо компенсацияны иҫәпкә алып таратылған.
Йылылыҡ һәм эҫе һыуға компенсация алыу өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй – бөтә иҫәп-хисап автоматлаштырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 517 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл көҙ Өфөлә бәләкәй һәм ҙур бизнес даирәләре өсөн Ҡаҙағстан, Төркиә, Һиндостан, Тажикстан вәкилдәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороласаҡ.
ШОС һәм БРИКС дәүләттәре иҫәбенә ингән илдәр менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү Башҡортостан Республикаһының иҡтисади мөмкинлектәрен күрһәтеү маҡсатында үткәрелгән сара барышында төҙөлгәйне. Сит ил эшҡыуарҙарын республиканың станоктар эшләү, нефть химияһы, фармацевтика, нанотехнологиялар тармаҡтары айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Көҙөн иһә сит ил вәкилдәре Өфөгә был мөмкинлектәр менән яҡындан танышыу өсөн килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 508 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Бәйгегә республиканың төрлө төбҠымыҙсылар көс һынашты, милли эсемлеккә дан йырлапБорон-борондан башҡорт ҡымыҙ эсеп, уның файҙаһын, сихәтен тойоп, килгән ҡунаҡтарын ошо милли ризығы менән һыйлап ғүмер кисергән. Шөкөр, бөгөн дә ҡымыҙ күптәребеҙҙең өҫтәлендә иң түрҙән урын ала, уның даны төбәгебеҙҙә генә түгел, сит ҡитғаларҙа ла киң таралған. Ҡайҙа барма, ниндәй генә илдә ял итмә, Башҡортостандан икәнлегеңде белһәләр: "Ә, ҡымыҙығыҙ ифрат тәмле шул, уны эскәндән һуң тағы ла татығы килеп кенә тора", – тип юҡҡа маҡтамайҙар бит.
Башҡорт халҡының милли эсемлеге хәҙерге көндә – ысын мәғәнәһендә бренд. Йылҡысылыҡ та төбәктә киң таралған. Республикабыҙ Рәсәйҙә йылҡы һаны, ҡымыҙ етештереү буйынса алдынғы урындарҙы биләй, иң татлы ҡымыҙ ҙа фәҡәт беҙҙә бешелә. әктәренән ҡымыҙ етештереү оҫталары йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 834 тапҡыр // Тотош уҡырға
21—25 июлдә Башҡортостандың Президент Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегацияһы эш сәфәре менән Америка Ҡушма Штаттарында булды. Сәфәрҙә ҡатнашыусылар араһында Хөкүмәт, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзалары, муниципалитет башлыҡтары, финанс һәм сәнәғәт ойошмалары етәкселәре бар ине.
22 июлдә Хьюстонда Техас штатының эшлекле даирәләре ҡатнашлығында бизнес-форум үтте. Нефть, химия, газ тармаҡтары, финанс төркөмдәре вәкилдәре сараға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан менән таныштырҙы, төбәктең иҡтисади мөмкинлектәре, инвесторҙар өсөн асыҡлығы хаҡында һөйләне, Америка эшҡыуарҙарының һалым ташламалары, башҡа өҫтөнлөктәр тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 531 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 46 Алға
Бит башына