Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы ҡара сиңерткәнең таралыуына килтерҙе, әммә республика Хөкүмәте тарафынан хәл контролдә тотола.
Тикшерелгән 117,24 мең гектар майҙандың 18,18 мең гектарында ҡара сиңерткә барлығы асыҡланған. Нигеҙҙә, был афәткә көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондар дусар булған.
Әлеге ваҡытта ҡара сиңерткә яуы Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Бәләбәй, Көйөргәҙе, Мәләүез, Йылайыр, Хәйбулла, Стәрлебаш, Учалы, Федоровка райондарында күҙәтелә, уларҙы бесәнлектәрҙә, ауыл хужалығы биләмәләрендә күпләп осраталар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 747 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100, тел./факс: 251-64-39)
4 июлдә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы Шалыгин Виктор Васильевич,
8 июлдә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Мөсәбирова Елена Суфияр ҡыҙы,
9 июлдә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Задин Морат Хәлидәр улы,
10 июлдә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Динмөхәмәтов Мөхәррәм Йомағужа улы,
11 июлдә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Башҡортостан Прокуратураһы идаралығы начальнигы Шерстнёв Дмитрий Александрович граждандарҙы ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 511 тапҡыр // Тотош уҡырға
Волга буйы федераль округындағы “iВолга-2013” форумы тамамланды. Ун көнлөк сараны һәр кем үҙенсә хәтерендә ҡалдырыр, ә бына һәләтте асыу өсөн бирелгән мөмкинлек егет һәм ҡыҙҙарға киләсәк тормошта мотлаҡ ярҙам итәсәк.
Башҡортостан йәштәре ихласлығы, ярҙамсыллығы яғынан генә түгел, әлбиттә, ҡыҙыҡлы идеялары менән дә барыһын әсир итте. Мәҫәлән, Дмитрий Саханьков үҙенең үҙенсәлекле камины менән таныштырҙы. Өйгә йәм биргән был атрибутты ул заманса фатирҙағы өҫтәлдә урынлаштырған. Яңы камин экологик яҡтан хәүефһеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 625 тапҡыр // Тотош уҡырға
Чебоксар ҡалаһында, Волга буйы федераль округындағы балалар йорттарына һәм ата-әсә хәстәренән мәхрүм ҡалғандарҙың социаль яраҡлашыуына булышлыҡ итеүгә арналған “Бала саҡты кире ҡайтарайыҡ” проектына ярашлы, “Бала саҡ йондоҙҙары” конкурсының финал концерты булды.
Сарала федераль округтағы 14 төбәктән 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Улар үҙҙәрендә “Вокал”, “Бейеү”, “Нәфис һүҙ”, “Үҙенсәлекле жанр” кеүек номинацияларҙа һайлап алыу этабын үткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 Алға
Бит башына