"Үҙеңдән дә яҡшы табип юҡ", — ти медицина фәндәре кандидаты, хирург Ғайсар МөхәмәтйәновКеше һаулығын хәстәрләргә бурыслы тармаҡтың да үҙенә генә хас "ауыртҡан", "һыҙлаған" урындары байтаҡ. Хатта баш ҡалала табиптарға ҡытлыҡ булыуы аптырашта ҡалдыра. Дауахана һәм поликлиникалар врачтар менән ни бары — 50, урта медицина хеҙмәткәрҙәре менән 60 процентҡа ғына тәьмин ителгән. Һәр табип ғәмәлдә 1,5 ставканы "һөйрәргә" мәжбүр.
Өфөләрҙе һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә нимә ҡәнәғәтләндермәй, тигән һорауға яуаптарҙың төрлөсә яңғырауы ғәжәп түгел. "Берҙәм телефон" эшмәкәрлегенә лә, табип менән пациенттың араһы көндән-көн алыҫлаша барыуына ла, стационарға эләгеүҙең оло проблемаға әүерелеүенә лә, аҡ халатлыларҙың дорфалығына һәм битарафлығына ла дәғүәләре етерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урман күп тә ул…Ошо көндәрҙә редакцияға алыҫ райондарҙың береһенән таныш бер ағай шылтыратты. Уның маҡсаты юристан кәңәш алыу булһа ла, был мәсьәләлә ғаиләгә адвокат та ярҙам итә алмай ине. Бөтөн бәлә шунда: ағайҙың улы йорт һалыр өсөн ағас һораған. Тик йыл һайын 50 кубометрҙан күберәк ағас алыу мөмкинлеге юҡ икән. Ә йорт өсөн, законға ярашлы, 150 кубометр бүленергә тейеш. Инде үҙ ғаиләһен булдырған, ике бала тәрбиәләгән йәштәрҙең нисек тә тиҙерәк башҡа сыҡҡыһы килә.
Ҡара ниәттән түгел, ғаилә башлығы бүлеп бирелгән 50 кубометрға өҫтәп тағы ун төп ағас киҫкән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 634 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәйәү йөрөүгә етмәй инде…– Йәйәү йөрөү файҙалы тип ишеткәйнем, ошо хаҡта яҙмаҫһығыҙмы икән?
Элвира Динисламова.
Туймазы ҡалаһы.
– Йәйәү йөрөү бөгөн фитнестың иң модалы төрөнә инә, ул быға тиклем популяр булған йүгереүҙе лә үтеп китте. Тик нисек, ҡайҙа һәм күпме йөрөргә? Сәләмәтлек өсөн йәйәү йөрөүҙең файҙаһы тураһында бөгөн күптәр белә. Уның өсөн махсус урын һәм ваҡыт кәрәкмәй. Йәғни был тәбиғи фитнес менән магазиндар буйлап йөрөгәндә, баланы балалар баҡсаһынан алғанда ла шөғөлләнергә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 788 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асфальтта сәскә үҫәме?Салауат ҡалаһының әүҙем йәштәре ғәҙәти булмаған акция ойошторҙо.
Ҡалала иң насар юл һаналған Өфө урамындағы соҡор-саҡырҙарҙы ер менән күмеп, сәскә ултырттылар. Ошо урамға ингән ерҙә “Иғтибар! Был участкала асфальт әҙ” тигән һүҙҙәр яҙылған плакат ҡуйылды. Юлдарҙың төҙөкләндерелмәүенә ризаһыҙлыҡ белдереү һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Бер нисә көндән был юлда ремонт эштәре башланды.
Акцияны ойоштороусы Айҙар Зәйнетдинов әйтеүенсә, “Юлдарһыҙ Салауат” тип аталған сара күптән түгел Ленин майҙанында ла ойошторолған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 627 тапҡыр // Тотош уҡырға
АлабутаҺуғыш, аслыҡ йылдарын иҫкә төшөргәндә, ололар һәр саҡ алабутаны телгә ала.
Оҙаҡ йылдарға ул ҡулланыштан төшөп ҡалды. Әммә һуңғы ваҡытта сәләмәт, тәбиғи ризыҡҡа иғтибар артты һәм ҡайһы бер урындарҙа уның орлоғонан он етештереп, махсус магазиндарҙа һата ла башланылар инде.
Баҡһаң, бойҙайҙан айырмалы, бындай онда ашҡаҙан өсөн ауыр елемсә-глютен юҡ, ә аминокислоталар йәһәтенән унан ҡалышмай – туғыҙ төрө бар. Алабута туҡлыҡлы, оҙаҡ ваҡыт асыҡтырмай тота. Уны “инкылар алтыны” тип йөрөтөүҙәре юҡтан ғына түгел икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 718 тапҡыр // Тотош уҡырға
ТырнаҡгөлБеҙ бәләкәй саҡта ауыл ерендә әллә ни сәскә үҫтермәнеләр. Урман, болон тулы сәскә — нимә тип мәшәҡәтләнергә, эйе лә?.. Күп тигәндә төрлө төҫтәге баҡса ромашкаһы – космея осраштыра ине.
Тырнаҡгөлдө тәү күргәнемде шуға күрә бөгөнгөләй асыҡ хәтерләйем. 1964 йылдың йәйе, Өфө аэропорты (ул урында хәҙер аграр университет). Диҡҡәтемде түңәрәк кенә газонда үҫкән ҡыҙғылт-һары сәскә тартты. Мин тәбиғәттә бындай төҫлөһөн күргәнем юҡ ине. Алтындай балҡып ултырған сәскә миңә әкиәт иленән төшкәндәй тойолдо. Тиҙҙән ул ауылда ла үҫтерелә башланы, һәм мин уның тырнаҡгөл икәнен белдем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 678 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туҡранбаш (клевер)Матур йомроҡас сәскәләре аллы-гөллө балаҫ булып йорт яныбыҙҙағы баҡсала үҫте. Бесәне туҡлыҡлы була тип, атайым уның орлоғон ҡайҙандыр алып ҡайтып сәскәйне. Бал ҡорттары шул “балаҫ” өҫтөндә гөжләп тора: тимәк, һутлы, татлы. Түҙмәй, өҙөп сәйнәп тә ҡарайбыҙ хатта. Ҡыҙыл, аҡ, алһыу сәскәләре – бала саҡтың матур хәтирәләре.
Уның кеше өсөн дә бик файҙалы үҫемлек икәнен йылдар үткәс кенә белдем. Кальций, баҡыр, тимер, фосфор, магний, А, В, С витаминдары уны баһалап бөткөһөҙ дарыуға әйләндерә. Тамырынан башҡа һәммә өлөштәрен ошо маҡсатта файҙаланалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өмәгә һәр кем үҙе белеп сығаБүрене аяғы туйҙыра тигән әйтем журналистарға ла ҡағыла: күберәк йөрөгән һайын блокнотың төрлө темалар, геройҙар, күренештәр, ваҡиғалар менән тулылана. Әле бына Күгәрсен районының Ерекле ауылына кис ҡырын юл ыңғайында ғына инеп, матур бер күренешкә юлыҡтым: ауылдың ҡап уртаһында тиҫтәгә яҡын ир-ат, дыу килеп, шлак блоктарынан йорт стеналарын күтәреп йөрөй. Ерекле халҡының күмәк көс-тырышлығы менән мәсет төҙөй башлағандарын ишеткәйнем, моғайын, шул мәсеттер тип уйлап, улар янында туҡталдым.
Эйе, тап үҙҙәре булып сыҡты изге эш башлаусыларҙың. Аҫаба ир-уҙамандар, ғәҙәттә, шәмбе, йәкшәмбе көндәренә тура килгән бушыраҡ ваҡыттарын файҙаланып ҡалырға тырышып, өмәгә ашыға икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар тауышы тынмаясаҡ әлеҮҙем дә ауылда тыуып үҫкәнгәме, берәй районға барһам, ғәҙәттә, һөтсөлөк фермаларының, машина-трактор оҫтаханаларының торошона иғтибар итмәй ҡалмайым. Ундағы йәнлелекте күреп, күңел дә күтәрелә. Ә тирә-яҡҡа йәм биреп, геүелдәп эшләгән тирмәнде осратһаң, ауыл еренең киләсәге өмөтлө булыуына инанаһың. Ысынлап та, нәҡ улар хужалыҡтың ғына түгел, хатта тотош ауылдың бөгөнгө хәлен билдәләй, минеңсә.
Үкенескә ҡаршы, совет осоронда гөрләгән, малсылыҡ, үҫемлекселек өлкәһендәге уңыштары менән республикаға билдәле булған ҡайһы бер хужалыҡтарҙың бөгөнгө хәле айырыуса аяныслы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элгеләү тауы йәшәһә, Мәһәҙей ҙә йәшәр!Был тау — Мәһәҙей ауылының визит карточкаһы, тиһәң дә хата булмаҫ. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өмәгә әүҙем ҡушылды.
Ошо көндәрҙә миңә, "Элгеләү" халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе булағанға күрә, ауылдың бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙы, атап әйткәндә, Фәйләрә Бәшәрова, Таңһылыу Әҙелгәрәева, Венера Ишемова килеп, тауыбыҙҙың шул тиклем дә мөшкөл хәлдә икәнлеген, сүп-сарға күмелгәнен әсенеп һөйләне. Күп уйлап тормай, бер ҡарарға килдек. Был эшкә Сажиҙә Абдрахманова, Таһира Мөхәмәтйәновалар ҙа теләп ҡушылды. Иртәгәһенә үк, һәр беребеҙ ҡапсыҡтар алып, тауыбыҙға сығып, ике яҡ юл ситенән, урман эсенә инә биреп, сүп-сар йыйырға керештек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 789 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 46 Алға
Бит башына