Татлы балдың үҙ нескәлектәре барҺәр бәйгенең — үҙ төҫө, үҙ матурлығы. Быйылғы XIII республика умартасылары һәм “Йәш умартасы” VII республика конкурсының төп биҙәге булып Әбйәлил районынан алты йәшлек Лилиә Ғибәҙәтованың ҡатнашыуы булғандыр. Үҙе лә бал ҡортондай кейенгән, нескә билле, тырыш һәм ныҡыш Лилиә, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, конкурстың бөтә турҙарында ҡатнашып, ярыштың йәш быуын өсөн ни тиклем файҙалы булыуын үҙ миҫалында асыҡ күрһәтә алды. Әйткәндәй, был сараның төп маҡсаты – республикабыҙҙың данын бар илдәргә танытыр һәм балҡытыр башҡорт балын һаҡлау, яҡлау һәм уны артабан үҫтереү, киләсәк быуынға тапшырыу. Шуға күрә быйылғы Бал байрамында тәжрибәле умартасылар менән бер рәттән уҡыусылар ҙа көс һынашты, ололар менән бер рәттән ярышты, уларҙың тәжрибәһен өйрәнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 4355 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләгә тарыусылар аҡса алаӘбйәлилгә тәғәйен 15 миллион 625 һум аҡса Сибай ҡалаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы иҫәбенә күсерелеү сәбәпле, идаралыҡ начальнигы Азамат Юлдашбаев етәкселегендәге эшсе төркөм унда юлланды. Шул уҡ көндә биш төркөм ойошторолоп, һәр береһе полиция хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүендә зыян күргән ауылдарға таралды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҡазаға тарыған ауыл хакимиәттәре янында эшсе төркөмдәр эшләне, улар һәр йортта шәхсән булып, ташҡын килтергән зыян иҫәбен барланы. Әйтергә кәрәк, теркәүҙә торған сабыйға тиклем һәр кем иҫәпкә алынды. Ҡарарға ярашлы, республика ҡаҙнаһынан һәр кешегә биш мең һум биреү ҡаралған, әммә ғаиләгә бүленгән сумма 25 меңдән артырға тейеш түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 4837 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Башы 1-се биттә).Кама буйында балҡый бер ҡалаЯрты быуат эсендә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең үҙәге булып танылған ҡаланың тарихы 1955 йылда Краснокама районының Арлан ауылы янында нефть ятҡылыҡтарын асыуҙан башлана. Бер нисә йылдан Кәсәү ауылы эргәһендә ҡалҡып сыҡҡан нефтселәр һәм төҙөүселәр ҡасабаһы 1963 йылдың 1 февралендә "Нефтекама" исеме менән республика әһәмиәтендәге ҡала статусын ала. Байрам алдынан ҡала хакимиәте башлығы Илүс ҒАРИФУЛЛИН беҙҙең һорауҙарға яуап бирә.
— Илүс Фәғит улы, гәзит уҡыусыларҙы Нефтекаманың социаль-иҡтисади хәле, яңырыу һәм үҫеш перспективалары менән ҡыҫҡаса таныштырып китһәгеҙ ине.
— Ҡала иҡтисады күп тармаҡлы: беҙҙә, нефть һәм газ сығарыуҙан тыш, машиналар һәм нефть ҡорамалдары, электр һәм йылылыҡ, металл һәм ағас
Ком: 0 // Уҡынылар: 3447 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быуаның ғүмерен кемдәр быуа?— Беҙгә бындай күршеләр кәрәкмәй, ҡаҙ-өйрәктәр рәхәтләнеп быуаға ла төшә алмаҫ бит.
— Быуабыҙ ярында йәшеллек үҫә ине, хәҙер ҡиммәтле машиналары менән тапап бөттөләр, ҙур-ҙур йөк машиналары ҡырсын килтереп түкте...
— Ни эшләп кешеләр үҙҙәре эскән һыуға төкөрөргә генә тора һуң ул? Бынамын тигән йәшел урын ине, хәҙер ғәҙәти байҙар коттеджына әйләнәсәк...
Был һөйләшеүҙәрҙе Өфө янындағы Нуғай ауылында йәшәүселәр ауыҙынан ишетергә тура килде. Һеҙҙе, уҡыусыларыбыҙҙы, эштең айышына төшөндөрөр өсөн асыҡлыҡ индерәбеҙ. Яңыраҡ редакцияға түбәндәге йөкмәткеле хат килде:
“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы! Һеҙгә борсоулы хат менән мөрәжәғәт итмәксемен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 4339 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тауыш биреү — һәр кемдең шәхси эшеБерҙәм тауыш биреү көнөнә бер аҙнанан саҡ ҡына күберәк ваҡыт ҡалып килә. Тауыш биреүселәрҙә һаман да аңлашылмаған мәсьәләләр ҡалыуы ихтимал. Ошоно иҫәпкә алып, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев “тура бәйләнеш” ойошторҙо. Бер сәғәт эсендә уға өс тиҫтәгә яҡын һорау бирҙеләр.
Иң әүҙемдәр Өфө ҡалаһында йәшәй икән. Шулай уҡ Баймаҡ, Сибай, Яңауыл ҡалаларынан, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр, Туймазы һәм башҡа райондарҙан шылтыратыуҙар булды. Әлбиттә, рәйескә мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселеген һайлау буйынса ҡануниәт, шәхси хоҡуҡтары, үҙгәртелгән закондар ҡыҙыҡһындырҙы. Һәр кем Хәйҙәр Арыҫлан улынан аңлайышлы һәм аныҡ яуап алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3939 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тирәклеләр  ныҡлы терәклеҮтеп киткән саҡта төҙөк, кәртә буйҙарындағы сирәменә тиклем һепереп ҡуйылған ауылдарҙы күреп шатланһаң, урамдарында ҡый үҫкән, сүп-сар, ағас өйөмдәре ятҡандары күҙгә ташланһа, киреһенсә, күңел әрней. Тәү ҡарашҡа халҡының көнитмеше, булмышы оҡшаш кеүек: таңдан тороп ихаталарында мәж киләләр ҙә кис ауышҡас ҡына өйҙәрендә ут алалар. Шулай ҙа тәбиғәтенә, сығышына ҡарап, бер ауыл кешеләрен башҡаларҙан айырған сифаттар етерлек икән. Әйтәйек, береһендә йор һүҙле, йыр-моңға оҫталар йәшәһә, икенсеһендә уҡырға, белемгә тартылғандар ғүмер итә, өсөнсөһөндә — йүнселдәр, оҫталар...
Тирәклеләргә барыһы ла хас: танылған артистар ҙа етерлек бында, ҡәләм тибрәтеүселәр ҙә бар, уйын-көлкөнө үҙ итеүселәр ҙә. Иң мөһиме — бөгөнгө тормошҡа яраҡлашып, улай ғына ла түгел, баҙар дилбегәһен шаҡарып тотоусылар, башҡа яҡта тарала барған моңһоҙлоҡто, аһ-зарҙы ауыҙлыҡлаусылар бихисап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 4100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡты нур ҡалдырҙыМәктәпте тамамлауға 30 йыл үтеп киткән икән. Һабаҡташтар менән осрашыуға берсә тулҡынланып, берсә шатланып ҡайттым. Бына туған мәктәп… Ул беҙҙе элеккесә ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Тирә-яғы сәскәгә күмелгән ике ҡатлы күркәм бина һаман да яҡын, ҡәҙерле. Атайым Винер Үтәгәнов был мәктәпкә бөтә ғүмерен, йәшлек дәртен, көсөн һалған.
Винер Исмәғил улы Сәйетбаба урта мәктәбен 1951 йылда тамамлай. Һәләтле уҡыусы була, тап ошо мәлдәрҙә унда физика фәненә ҡыҙыҡһыныу уяна. Уҡытыусы Хатмулла Ғарифуллин менән Өфөләге радио заводына хат яҙып, уларҙан материалдар алып, детекторлы радиоалғыс эшләүҙәрен дә беләм.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡыу йылдарында физик приборҙар конструкторлау, фото төшөрөү, астрономия,
Ком: 0 // Уҡынылар: 4918 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсә һөтө – изге ризыҡДонъяла иң туҡлыҡлы, иң файҙалы, иң тәбиғи ризыҡ – күкрәк һөтө.
Фәндән белеүебеҙсә, баланың төрлө ауырыуға ҡаршы торорлоҡ иммун системаһы ике йәшкә тиклем формалаша. Ошоға саҡлы сабый әсә һөтөндәге файҙалы матдәләргә мохтажлыҡ кисерә. Бигерәк тә тәүге алты айҙа имеҙеү бик мөһим уны.
Нимә һуң күкрәк һөтө? Файҙалы матдәләр, витаминдар, гормондар – бөтәһе лә бар унда. Күкрәк һөтө боҙолмай, баланы имеҙгәндә һәр ваҡыт тейешле температурала була. Һөттәге глюкоза һәм майҙар баланың мейе үҫешенә ҙур йоғонто яһаһа, кальций һәм башҡа файҙалы матдәләр һөйәктең дөрөҫ үҫешенә булышлыҡ итә. Күкрәк һөтөнөң 90 проценты һыуҙан тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 4472 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ихтыяр көсөңдө туплаһаң...Донъя күләмендә нервы-психика ауырыуҙары киң таралғанғамы, беҙ йәшәгән быуатты “нервылы дәүер” тиҙәр. Быныһы ла хаҡтыр, әлбиттә. Унан тыш, һәр кемдең шәхси үҙенсәлектәре, ҡабаланыуы, кәйеф ҡырылыуы, өлгөрә алмауы тормоштоң ваҡ-төйәгенән килеп сыға. Ҡайһы мәлдә яҙмыш, беҙҙән көслөрәк булып, кеше шәхесен, уның уй-фекерен, хистәрен ҙур һынауҙар аша үткәрә. Бәғзе берәүҙәрҙең нервы-психика эшмәкәрлеге был ауырлыҡтарҙы, тиҫкәре күренештәрҙе зарарһыҙ ғына үткәреп ебәрә алмай: улар төрлө ауырыуға дусар була.
Шуға ҡарамаҫтан, бар бәләлә тик тирә-йүнде йәки нервыларҙы ғәйепләү, күңелһеҙлектәрҙе көсөргәнешле хәл менән аңлатырға тырышыу, минеңсә, бик дөрөҫ түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3141 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ата-бабабыҙ һаулығына етди ҡарағанБер аҡыл эйәһе: “Китаптары сүплеккә ырғытылған илдең киләсәге юҡ”, — тигән. Халҡыбыҙҙы тарихынан яҙҙырыу маҡсатында заманында күпме боронғо китап, шәжәрә яндырылды, юҡ ителде. Был сәйәсәт, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәне. Быуындар бәйләнеше өҙөлдө, аңдар томаланды. Ләкин, Аллаға шөкөр, халыҡ, һуңлап булһа ла, үҙ асылына ҡайта. Әммә өҙөлгәнде ялғауы еңел түгел шул.
Бер “Ҡөрьән” китабы ат хаҡына тиң булған
Халҡыбыҙҙың үткәненә битарафтар, тарихын, мәҙәниәтен һанламаусылар һаман бар. Ҡасандыр уҡымышлы кешеләрҙе зар илатып, китаптарҙы талап алып яндырһалар, бөгөн килеп ҡайһы бер әҙәмдәр үҙ ҡулдары менән ҡасандыр олатай-өләсәйҙәре һаҡлап алып ҡалған иҫке китаптарҙы сүплеккә ташлай…
Ком: 0 // Уҡынылар: 4813 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 40 Алға
Бит башына