Аҡты ҡәҙерләп, хеҙмәт кешеһен хөрмәтләп..."Һөт иле"ндә баш ҡала халҡы 6 мең литр һөт эскән!
Был көндө Өфө ҡалаһының Ленин майҙаны халыҡ менән шығырым тулы ине. Бындай мәлдә, ғәҙәттә, "алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған" тиҙәр. Һәр кемдең йөҙөнән йылмайыу китмәй, шатлыҡлы тауыштар байрамға тағы ла кәйеф күтәренкелеге, йәм өҫтәгәндәй. Шатланмаҫлыҡ та түгел шул: йәйҙең ошо һуңғы көнөндә, бөтәһен дә ҡыуандырып, баш ҡалабыҙҙа сираттағы "Һөт иле" фестивале гөрләп үтте бит.
Һөт менән ҡымыҙ борон-борондан башҡортта иң яратҡан эсемлек һаналған. Бөгөн дә аҡ — өҫтәлебеҙ түрендә. Шуға ла был байрам һөткә генә түгел, ә беҙҙе унан өҙмәгән хеҙмәт кешеһенә лә дан йырлау ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 594 тапҡыр // Тотош уҡырға
Футболсы ла уҡыясаҡ— Ошо уҡыу йортонда белем алдым, улым. Әлбиттә, ул ваҡытта майҙансыҡта бындай һоҡланғыс һәйкәл юҡ ине. Уҡыу корпустары ла әлегеләй заманса, ҡупшы булманы. Шулай ҙа ғилем, рух “еҫе” һәр ваҡыт аңҡып торҙо!
Алты-ете йәшлек ҡыҙыҡһыныусан малай әсәһен төрлө һорауға күмде, Аҡмулла һәйкәле янына килеп, шәхестең тормошо, башҡарған эштәре тураһында һорашты, аҙаҡ мотлаҡ ошонда уҡырға киләсәге хаҡында белдерҙе...
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында яңы уҡыу йылы ошондай хәтирәләргә бай, төрлө быуын вәкилдәрен берләштергән күркәм байрам менән башланды. 1 сентябрҙең йәкшәмбегә тура килеүенә ҡарамаҫтан, белем усағы изге йоланы боҙманы: Белем көнөн үҙ ваҡытында билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
СистемаЭйе, беҙ — башҡорттар. Төрки телле, ислам динле, сикләнгән булһа ла үҙ дәүләтселегенә эйә милләт. Донъя мәҙәниәте хазиналығына ингән әллә ни ҙур ҡаҙаныштар менән маҡтана алмаһаҡ та, үҙ милләтебеҙ һәм меңәр йылдар арауығында тыуҙырған менталитетыбыҙҙы, рухи талаптарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерерлек ҡиммәттәребеҙ ҙә аҙ түгел. Башҡортостан-ватаныбыҙ — шулай ҙа ярты мең йыл самаһы Рәсәй дәүләте эсендәге дәүләт ул, һәм беҙҙең халҡыбыҙҙың яҙмышы ана шул ил мәҙәниәте, уның сәйәсәтенән айырылғыһыҙ. Тотош донъяға танылыу алған урыҫ әҙәбиәте, уның юғары сәнғәтенең йоғонтоһонан тыш, халҡыбыҙ менталитетын бөгөн күҙ алдына ла килтереп булмай.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1467 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уларға таянырға булаСирек быуат эсендә республикабыҙ юлдары күҙгә күренеп яҡшырҙы. Бөгөн район үҙәктәренә генә түгел, бик күп ауылға асфальт юл һалынған. Ҡырмыҫҡалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ла ошо мөһим эшкә тос өлөш индерә.
Бөгөн идаралыҡ үҙ ҡарамағында булған дөйөм файҙаланыуҙағы 456 километр юлды йыл әйләнәһенә йүнәтә, төҙөкләндерә, яңыларын һала. Коллектив иҫәбендә ғорурланып һөйләрлек төҙөлөштәр бихисап. Былтыр, мәҫәлән, Затон биҫтәһендә Өфөнө урап үтеү юлын төҙөүҙә ҡатнашҡандар. Ә инде баш ҡалаға көньяҡтан инеү юлы төҙөлөшөндә ҡатнашыу үҙе ни тора! Заманса алты һыҙатлы юл — Ҡырмыҫҡалы юл төҙөүселәренең ғорурлығы ул!
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаулыҡтың нигеҙе — мәктәптәҮҫеп килгән быуындың һаулығын һаҡлау, нығытыу милләттең сәләмәтлеген, именлеген, йәмғиәттең тотороҡлолоғон тәьмин итә. Ул — Рәсәйҙең социаль дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө юлдарының береһе.
Йәш быуындың тормошҡа ниндәй һаулыҡ менән аяҡ баҫыуы властың, ведомстволарҙың, гражданлыҡ йәмғиәте институттарының, ғаиләнең берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә бәйле. Балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлауҙа мәғариф системаһының өлөшө айырыуса ҙур: тәрбиә, белем биреү һәм һаулыҡ бер бөтөндө тәшкил итә.
Уҡыусыларҙың күп ваҡыты мәктәптә үтә. Ошоға бәйле уларҙың һаулығы ҡаҡшауы хаҡында ата-әсәнән, уҡытыусыларҙан йыш ишетергә тура килә. Бының сәбәбе төрлө: дөрөҫ туҡланмау, хәрәкәт етмәү, компьютер янында оҙаҡ ултырыу, йәш кимәленә тура килмәгән йөкләмәләр...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1392 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡыҙыл китап” биттәренәнШОҢҠАР (кречет) – ыласын һымаҡтар отрядындағы, ыласындар ғаиләһендәге ҡош. Уның өс исеме бар: шоңҡар – атаһы, әтәлге – инәһе, тойғон – аҡ төҫтәгеһе. Ҡарғанан ҙурыраҡ. Тойғондоң дөйөм төҫө аҡ, һырты уҡ башағы һымаҡ, ә ҡорһаҡ яғы буй ҡара-көрән һыҙыҡтар менән сыбарланған. Аяҡтары һары. Башҡа ыласындарҙан ҙурлығы менән айырыла. Ҡая таштар, урман сигендәге айырым ағастар араһында, тундрала йәшәй. Асыҡ урындарҙа ҡош-ҡортҡа һунар итә. Күбеһе ҡоштар менән туҡлана, һирәк кенә ваҡ йәнлектәрҙе аулай. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөй, һирәк осрай. Беҙгә көҙ һәм ҡыш осоп килә, был яҡтарҙа оя ҡормай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1442 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тын алды тәбиғәтҠарайған ауылы халҡы көндәрҙән бер көндө дәррәү өмәгә сыҡты
Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларына яҡын ғына урынлашҡан Ҡарайғандың тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр күп. Яр буйында тулып ятҡан сүп-сарҙың ауыл халҡыныҡы түгел икәнлеге аңлашылып тора. “Тәбиғәт яратыусылар” ике-өс метр һайын шешәләр өйөмө ҡалдырған.
– Ауыл халҡы егәрле. Сараға күптәр дәррәү ҡушылды. Ҡарайғандар йыйылһын өсөн бер әйтеү ҙә етә ул, тәбиғәтте һаҡлау акцияларын йыл әйләнәһенә ойошторабыҙ. Ағиҙел ярын ғына таҙартып ҡалмайбыҙ, юл буйҙарындағы, тыҡрыҡтарҙағы үләнде лә сабып сығарабыҙ, — ти ойоштороусылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәт паркына йыл һайын ун меңдән ашыу турист килә
Бейек тә, бөйөк тә ул ИрәмәлБыл тау тураһында сит тарафтарҙа "Урал әкиәте" тип һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Ирәмәл, ысынлап та, әкиәт донъяһын хәтерләтә. Башҡорт халҡы өсөн ул гел изге урын булып һаналған. Тауға күп риүәйәттәр, легендалар бәйле. Имеш, Ирәмәл башына менеп теләк теләһәң, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ. Шулай уҡ тауҙы төрлө фән белгестәре, эзотериктар үҙ итә. Ғалимдар төбәктең уникаль тәбиғәтен өйрәнһә, икенселәр аңлатып булмаған, фәнни ҡанундарға һыймаған үҙенсәлекле күренештәрҙе барлау менән мәшғүл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 815 тапҡыр // Тотош уҡырға
Америка Ҡушма Штаттарының Сүриәне бомбаға тоторға йыйыныуы, Украинаның Европа Союзына Рәсәй арҡылы инергә уҡталыуы барлыҡ донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йәлеп итте.
Союзниктары баш тартһа ла...
Сүриәне утҡа тотоу-тотмау тураһындағы бәхәс һуңғы көндәрҙә йәнә ҡуйырып китте. Быға ғәрәп илендә 21 августа химик ҡорал ҡулланылыуы сәбәпсе булды. Әле халыҡ-ара комиссия һуғыш алып барыусы ҡайһы яҡтың саманы онотоп ебәргәнен асыҡлау өҫтөндә эшләй. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының инспекторҙары, Сүриәлә тикшереү уҙғарып, алынған өлгөләрҙе Гаагалағы лабораторияға тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө айҡанлы ҡотланы. Республика етәксеһенең тәбрикләүендә былай тиелә:
“Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылының башланыуы менән ихлас ҡотлайым! Һәр беребеҙгә был көн тулҡынландырғыс мәлдәр бүләк итә. Балалар мәктәп, класташтары менән осраша, өлкәндәр улар өсөн ҡыуана, йәшлеге, дуҫтары хаҡында яҡшы хәтирәләргә бирелә. Был — беҙҙең иң яратҡан уртаҡ байрамыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 853 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына