Улар ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы торасаҡ...Күтәрелгән ялҡынды “һә” тигәнсе һүндереп ҡуйҙы егеттәр. Ут тонсоғоуға бер төркөм каратистар килеп сыҡты һәм көрәк һабы йыуанлыҡ таяҡтарҙы һындырырға тотондо...
Ишембай ҡалаһында урынлашҡан был уҡыу йорто ошоғаса Республика кадет мәктәп-интернаты тип аталһа, хәҙер уны Волга буйы округының башҡорт кадет корпусы тип үҙгәрттеләр.
Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләрҙең шатлығын Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уртаҡлашты.
– Һеҙ хәҙер яңы дәрәжәле мәктәптә белем аласаҡһығыҙ. Тик исемгә есем дә тап килергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 885 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туймазыла — яһалма боҙ комплексы!Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Туймазы районы буйлап эш сәфәре барышында “Туймазы-Арена” универсаль спорт комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты.
— Туймазыларҙы ҡыуаныслы ваҡиға — яһалма боҙ түшәлгән комплекстарға эйә булған ҡалалар клубына инеү айҡанлы ҡотлайым, — тине Рөстәм Хәмитов. — Комплекс төҙөүгә һалған тырышлыҡ бушҡа китмәҫ тип ышанырға нигеҙ бар. Был — балаларҙың тормошон яҡшыртыуға табан яһалған тағы ла бер аҙым.
Республика Президентына тренажер, хореография залдарын, кейем алмаштырыу бүлмәләрен күрһәттеләр. Төбәк башлығына хәбәр итеүҙәренсә, комплексҡа идара итеү он-лайн режимында барасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 708 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шуға уларҙың эш хаҡы ла юғарыИлеш юл ремонт-төҙөлөш идаралығы — районда иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе. Ул райондағы 475 километр юлдың төҙөклөгө өсөн яуаплы. Шуның 254 километры асфальт япмалы.
Быйылғы һөҙөмтәләр менән төҙөүселәр ҡәнәғәт. Йыл аҙағына тиклем 93 миллион һумлыҡ эш башҡарасаҡтар. Әле 65 миллион һумлыҡ эш күләме үтәлгән дә инде. Мәҫәлән, Йәркәй — Баҡалы йүнәлешендә — 1,5, Йәркәй — Андреевка йүнәлешендә — 1,4, Йәркәй — Дөмәй йүнәлешендә 1 километр юлға асфальт түшәлгән.
Ауыл урамдарын төҙөкләндереү программаһы буйынса ла күп кенә эштәр башҡарҙы илештәр. Мәҫәлән, Йәркәй, Рысай, Ябалаҡ ауылдарында юлдар төҙөкләндерелгән. Был эш көҙгә тиклем дауам итә әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көтөп алынған мәктәптәр2011 йылда Белорет районының Үҙәнбаш мәктәбе эшкә яраҡһыҙ тип ябылғайны. Ауыл халҡына бик оҙаҡ көтөргә тура килмәне: быйылғы Белем көнөндә ике ҡатлы өр-яңы социаль объект ишектәрен асты. Ул 108 уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағын ғына түгел, ә балалар баҡсаһын, фельдшер-акушерлыҡ пунктын да үҙ эсенә ала.
Төҙөлөш өсөн республика ҡаҙнаһынан 125 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. Эште Өфөләге “Геострой” компанияһы уңышлы атҡарып сыҡҡан. Хәҙер Үҙәнбаш уҡыусылары заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа белем ала, иркен китапханала, спорт залында шөғөлләнә, ашханала туҡлана. Мәктәптә шулай уҡ һыу, айырым санузел бар, йылытыу системаһы эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1194 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҡиҡәтте яҡлаған – ғалимлығын аҡлағанБашҡорт дәүләт университетының, ҡорт айырған умарта һымаҡ, геүләп торған мәле. Ҡайҙа ҡарама — йәп-йәш кенә егеттәр, ҡыҙҙар. Берәүҙәре мәрмәр баҫҡыстан йүгерә-атлай өҫкө ҡаттарға күтәрелә. Йөҙҙәрендә – борсолоу, өмөт сатҡылары. Икенселәре ашыҡмай ғына түбән төшә. Улар араһында ҡояштай балҡып килеүселәр ҙә бар, башын түбән эйгәндәре лә етерлек... Өҙөп-өҙөп кенә әйтелгән һорауҙар, шундай уҡ яуаптар яңғырап ҡуя.
– Йә, нисек?
– Бик ҡаты һорайҙармы?
– «Бишле»!
– Дөйөм дәүләттеке инде...
– «Өслө» инде улай булғас?
– Ы-ы...
Ком: 0 // Уҡынылар: 878 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тауҙар тауышыРәсүл Ғамзатов, Мостай Кәрим, Ҡайсын Кулиев, Давид Кугультинов... Һәр береһе үҙ милләтенең генә түгел, бөтөн донъя әҙәбиәтенең үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән шағирҙарҙың яҡты исемен һағынып иҫләргә генә ҡалды. Рухиәттең ошо дүрт алтын бағанаһының икәүһе — Рәсүл Ғамзатов менән Мостай Кәрим дуҫлығы тотош Башҡортостан дуҫлығына әүерелде. Йомарт башҡорт илендә бер нисә тапҡыр ҡунаҡ булып, Урал һауаһын һуларға, көмөштәй шишмәләренең саф һыуҙарын татып ҡарарға насип булды бөйөк шағирға. Рәсүл Ғамзатовты республикабыҙҙа әле лә йылы хистәр менән иҫкә алалар, әҫәрҙәрен яратып уҡыйҙар.
Тиҙҙән данлыҡлы тау бөркөтөнөң тыуыуына 90 йыл тула. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 904 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ғүмергә нисек һыйған шул сама моң һәм һағыш?..Ижад кешеһе ерҙәге ғүмерен тамамлағандан һуң уның икенсе тормошо башлана. Был ғүмерҙең сиге юҡ. Ул — мәңгелек.
Күренекле композитор, талантлы шәхес Салауат Низаметдиновтың арабыҙҙан китеүенә 40 көн тула. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, исеме халыҡ хәтерендә, музыка донъяһында мәңге йәшәйәсәк. Уның башҡарған эштәре — һигеҙ опера, вокаль симфония, беҙҙең сәнғәттә яңылыҡ булған рок-опера, хорҙар, романстар, ике йөҙҙән ашыу йыр, ике йыр йыйынтығы, үҙенең тормошо һәм ижады хаҡындағы ҡулъяҙмаһы — бер кеше ғүмерендә башҡарылаһы дәүмәлдәге эштәр икәнлегенә ышанырлыҡ та түгел. Ә бит былар барыһы ла – тыумыштан яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм кеше иңенә төшкән йөктәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 960 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡатын-ҡыҙһыҙ ут та өшөтөр...”* * *
Ҡояш үҙе һөйөп ҡарағанда
Түҙәме ни февраль бураны!
Күп кәрәкме инде!
Йылы ҡараш
Тойған буран һығ(ы)лып иланы.

Тәҙрәләрҙе берсә һырып алды,
Юлға ятып берсә туланы.
Туң йөрәген тотоп (туңмы икән?),
Ул ҡояштан былай һораны:
Ком: 0 // Уҡынылар: 765 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн көндәлек яңылыҡтар менән танышып барыу бер кемгә лә ауырлыҡ тыуҙырмай. Кемдер кәрәкле мәғлүмәтте Интернет селтәренән ала йә булмаһа телевизор ҡарау, радио тыңлау мөмкинлегенә эйә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла түгел. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүсе оло кешеләр был йәһәттән йәштәргә тиңләшә алмай. Улар үҙҙәренең өйрәнгән ваҡытында республика яңылыҡтары менән танышыу өсөн “зәңгәр экран”дар янына ултыра. Тик, ни ғәләмәт, һуңғы осор улар көткән сәғәттә яңылыҡ булмай, йә кино, йә башҡа тапшырыу күрһәтелә. Баҡтиһәң, уның ваҡыты төнгө беренсе яртыға күсерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 640 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты.
Сарала ислам белемен биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Осрашыуҙа өҙлөкһөҙ белем биреү селтәрен яйға һалыу, шулай уҡ даими нигеҙҙә уларҙың квалификацияһын күтәреү курстарын ойоштороу зарурлығы билдәләнде. Юғары мөфтөй әйтеүенсә, уҙған аҙнала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй-Ислам университетында 80 кеше юғары белем тураһында диплом алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 610 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына